Әлфиә Әсәҙуллина, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөхәррире, шағирә:
– Тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән бер хат тураһында яҙырға булалыр был осраҡта.
«Ризыҡ ҡайҙа – бәндә шунда,
Ризыҡ йөрөтә бәндәне».
Ҡартатайымдан отоп алғанды әсәйем форсат сыҡҡанда һамаҡлап ҡуя торғайны. Мине лә шулай эсер һыуым, ейер ризығым тартҡандыр. Бер туған апайым ғаиләһе менән Ташкентта бер нисә йыл йәшәп өлгөргәйне. Шунда китеп, икмәк бешереүсе һөнәре буйынса алған документым менән ул саҡта данлыҡлы ТАПОиЧ-тың (Чкалов исемендәге Ташкент авиация производство берекмәһе) фабрика-кухняһына ашнаҡсы булып урынлаштым. Кем әйтмешләй, «ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан». Мин – икенсе ҡатта ашханала, апайым өсөнсө ҡатта кондитер цехында эшләй. Апайымдар, йәғни кондитерҙар, төшкө ашҡа беҙгә йөрөй. Апайым да, мин дә шатбыҙ – яҡын кешең эргәлә генә эшләп йөрөгәс, рәхәт. Коллектив та һәйбәт, шатланып эшләп кенә йөрө әйҙә! Тик минең был халәт оҙаҡҡа барманы: тыуған яҡтар, Башҡортостаныбыҙ, атай-әсәйем, туғандарҙы һағындыра бит әй. Ярай ҙа шиғырҙарым бар, күңелемде шиғырға бушатам.
Ашханала ниндәй етеҙлек менән төшкө ашҡа әҙерләнеү процесы барғанын үҙе шунда эшләгән кеше генә белә торғандыр. Минең алъяпҡыс кеҫәһендә һәр саҡ ҡәләм, блокнот йөрөй – сөнки илһам һинән һорап тормай. Шундай ҡыҙыу эш ваҡытында тиҙ генә ҡағыҙ-ҡәләмде алып тыуған идеяны яҙа һалам да эшкә керешәм. Минең шиғырҙар тулыһынса тыуа – яҙып ҡына өлгөр! Нисек кенә өлгөрөргә тырышһам да шеф-ашнаҡсы күреп ҡала бит, кухня яңғыратып ҡысҡырып ебәрә. Ундай киҫәтеүҙәр көн дә тиерлек була. Бер көндө шеф миңә: «Әлфиә, үпкәләмә, һинең эштән туҡтап яҙышып тороуыңды ашхана мөдиренә әйтәм», – ти. Еткергән. Хәҙер мине икәүләп күҙәтергә керештеләр. Апайыма ла зарланғандар, туғаның әллә нәмә яҙа ла тора, тип. Апайым, шиғыр яҙа бит ул, тигән. Беҙҙең өҫтән ялыу яҙамы әллә, тип торабыҙ тиҙәр икән. Мине тыйҙы апайым, нисек тә яҙышмай түҙ, туғаным, ти. Түҙергә тырышам, шулай ҙа ваҡыт табам...
Дөйөм ятаҡҡа урынлашһам да, күбеһенсә апайымдар йәшәгән фатирға барам, улар мәрйә әбейҙең шәхси йортоноң бер бүлмәһендә йәшәй. Ихатаға ҡояш төшмәй тиерлек, ағас һайғауҙарҙан яйланма ҡоролоп, шуның өҫтөндә төрлө сортлы виноград ағастары тармаҡтары түшәлеп ята. Ә унда! Күҙ сыбарланырлыҡ күп булып виноградтар аҫылынышып тора. Магазиндарҙа ғына күргән виноградтың ниндәйе генә юҡ! Тик бында бер тәлгәше генә бер кило-кило ярым тарта торғандыр. Әбей йомарт – үҙебеҙ теләгән ваҡытта өҙөп алып ашарға ҡуша торғайны. Хужабикәнең үҙенә кәрәк саҡта, ул ҡарап торғанда ғына еҙнә киҫеп ала ине. Урам буйҙарында, парктарҙа грек сәтләүеге йәм-йәшел булып ултыра. Абрикос, черешня, алыча емештәре ауыҙҙа иреп кенә тора. Нишләп беҙҙең баҙарҙа һатылғандарының тәме былай түгел икән, тигәс, оҙон юлда боҙолоп бөтмәһен өсөн уны саҡ ҡына бешә башлағас та өҙөп алып оҙаталар, тип аңлаттылар.
Шиғырҙар яҙыла, ваҡыт яйлап алға тәгәрәй. Туҡта әле, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә ебәрәйем, тип уйланым да, эшләнем дә. Ике-өс аҙна үткәндерме, шәмбе көндө хат килеп төштө, редакция конверты! Нимә яҙҙылар икән тип йәһәт кенә асып уҡый башлаһам... Гөлфиә Янбаева исемле апай яҙған. Ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгән сағында минең оҙон шиғыр тип редакцияға ебәргән әйберемде уҡып хат яҙғайны бер мәлде, шунан беләм. «Һин, ҡыҙыҡай, нишләп унда барып сыҡтың, мин һине БДУ-ла уҡып йөрөйһөңдөр, тиһәм. Һағыныу тулы шиғырҙарыңды баҫмайбыҙ, ҡайт, уҡырға кер! Беренсе июндән филология факультетына инеү өсөн имтихандар башлана, әле документтар ҡабул итәләр. Документтарыңды әҙерләп алып ҡайт!» тип ҡәтғи итеп яҙған. Был хатты күкрәгемә ҡыҫып ҡысҡырып илап ебәрҙем, ярай бүлмәлә ҡыҙҙар юҡ ине. Рәхәтләнеп иланым, иңдәремә ҡанат үҫтеме ни! Ныҡ шатландым, мине әҙәмгә һанап шундай хат яҙған Гөлфиә апайға аҙаҡтан да күпме рәхмәт уҡыясаҡмын әле.
Трамвай менән апайымдарға киттем. Ул да илап алды, эргәмдә туғаным бар тип шатланғайным, хәҙер ҡайтып китәһең инде, ти...
Дүшәмбе эшкә барыу менән яҙып алып киленгән ғаризамды ашхана мөдиренә бирҙем – йөҙө үҙгәреп китте. «Нишләп китергә булдың, ҡабаланма, һине бик оҡшатҡайныҡ, тырышып эшләйһең», – ти. Цехком йыйып, шунда тикшерҙеләр минең ғаризаны. Эш хаҡымды 5 һумға арттырырға булып киттеләр, ашхана мөдире пенсияға сыҡҡас, мине мөдир итеп ҡуймаҡсылар... Эй, кире һүрәләр мине был ниәтемдән. «Юҡ, тыуған яғыма ҡайтып уҡырға керәм, уҡырға кәрәклеген ныҡлы төшөндөм», – тим. «300 һум түләп техникумға керерһең», – тиҙәр. «Үҙебеҙгә ҡайтып бер тинһеҙ Башҡорт дәүләт университетына керәсәкмен», – тип һүҙ көрәштерәм...
Яйын табып, медосмотр ҙа үттем, документтарҙы әҙерләнем, ике аҙна эшләп тә алдым. 1982 йылдың 17 майында таң алдынан Өфө аэропортына килеп төштөм. 101 автобуста тимер юл вокзалына тиклем килеп, әйберҙәр һаҡлай торған камераға багажымды 15 тин түләп бикләнем дә, сәғәтте самалап БДУ-ға киттем. Бейек колонналы матур бинаға инәм, ошонда уҡырға яҙһын ине, тип теләйем...
Йөҙөнән һалҡынлыҡ бөркөлөп торған ҡатын документ-ҡағыҙҙарымды ҡараштырҙы ла, һин бөгөнгө көндә эшләмәйһең, беҙ эшләп йөрөүселәрҙе генә алабыҙ, ти. Яңы ғына эштән китеүем, бөгөн генә ҡайтып төшөүем тураһында ла ишетергә теләмәй. Документтарымды ҡосаҡлап ни эшләргә белмәй сығып киттем дә... туҡта, Гөлфиә апайға барып ҡарайым, тигән уй килде. Үҙен бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ, ярай, исемен әйтеп эҙләһәм, табам инде, тим. Киттем Матбуғат йортона. Кем икәнемде әйткәс, үҙ туғанылай күреп ҡосаҡлап алды, ҡайтҡанһың, афарин, ти. Уны күрҙем дә аптырап киттем, йәп-йәш матур апай икән. Хәл-әхүәлде һөйләп бирҙем. Шунда уҡ телефонға тотондо: «Тимерғәле ағай Килмөхәмәтов комиссия председателе, хәҙер шылтыратам, алырҙар, тик имтихандарҙы үҙең бирәһең», – ти.
Һөйләште, киттем ҡабаттан. Тимерғәле ағайға ул саҡта ҡырҡ йәш кенә булған икән, мин уны шунда уҡ таныным, фотоһын гәзит-журналдарҙа күргән бар ине. Документтарымды тапшырып, осар ҡоштай ҡанатланып сыҡтым. Тимерғәле ағай ҙа имтихандарға әҙерләнеп килергә кәрәклекте иҫкә төшөрҙө. Ике аҙна самаһы ваҡыт бар, өлгөрәм тигән ныҡлы ышаныс менән ауылға ҡайтыу өсөн тимер юл вокзалына төштөм.
Миңә осраған һәйбәт кешеләрҙең изгелеге ғүмер буйы дауам итте. Күңелемдә уларға ҡарата һәр саҡ рәхмәт тойғолары һаҡлап йәшәйем. Гөлфиә апайҙың ҡулына шиғырҙарым барып юлыҡмаған булһа, ул теге хатты ла яҙмаҫ, минең яҙмышым икенсе юҫыҡҡа боролоп та китә алмаҫ ине бит, тип уйлап, ҡурҡып ҡуйған саҡтарым күп булды. Ярай ҙа тормош юлымда изгелекле, киң күңелле, йомарт йөрәкле кешеләр осраған, рәхмәттәрем сикһеҙ уларға.