Фәрзәнә Аҡбулатова, «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире, яҙыусы:
– Ысынлап та, был фани донъяла кеше бары бер юлсы ғына, ҡайҙа ғына йүнәлһәк тә, уның теге яҡ осо мәңгелеккә барып ялғана. Шул юлды беҙ, шартлы рәүештә әйткәндә, үҙ аяҡтарыбыҙ менән атлап үтәбеҙ. Ябай юл түгел ул, сөнки кеше ғүмере миҙгелдәрҙән тора, тимәк, аяҙлы-болотло, дауыллы-томралы мәлдәре алмашлап килә. Шуға был яҙмамда мин ул мәлдәрҙең иң иҫтәлекле өсәүһен телгә алмаҡсымын (әкиәттәрҙә лә мөғжизәле хәлдәр өс тапҡыр ҡабатлана бит). Был мәлдәр миңә тормошта яңы баҫҡысҡа күтәрелергә, йәки уны яңы сифатта ҡабул итергә, киңерәк офоҡтарҙы күрергә ярҙам иткәндер. Был яҙмыш тип атала. Фәһем биргән мәл, тип, кемдер шатлыҡлы, ә кемдер ауыр хәлгә тарыған сағын атайҙыр. Шәхсән минең өсөн ул һәр саҡ бәхетле осраҡ. Шулай тип әйткән саҡта үҙемдең тәүге уҡытыусымды иҫкә төшөрәм. Беҙ ҙә Рәмзиә апайҙың тәүге уҡыусылары инек. Ул беҙгә беренсе кластан уҡ бәләкәй балалар тип кенә ҡараманы, ә һәр беребеҙҙә буласаҡ шәхестәрҙе күрҙе. Кемдең ниндәй һәләте барлығын асыҡлап, шул йүнәлештә үҫергә ярҙам итте. Минең китап донъяһына килеп инеүемдә шулай уҡ Рәмзиә апайҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Уның китапҡа булған изге ҡарашы беҙгә лә күсте. Уҡытыусыбыҙ класыбыҙҙа үҙебеҙҙең китапхананы булдырҙы, яуаплы кешеһен тәғәйенләне. Ғөмүмән, класта һәр беребеҙҙең эше бар ине һәм ышанып тапшырылған бурысты теүәл үтәргә тейешлегебеҙҙе яҡшы аңлай инек. Яуаплылыҡ тойғоһон бүтәнсә нисек тәрбиәләргә мөмкин? Тәүге уҡытыусым гармунда матур уйнай, оҫта итеп һүрәт төшөрә – һәр яҡлап камил шәхес. Бына шундай булырға, уға оҡшарға тырышыу беҙҙең дә күңелгә һалынды. Мәктәп йылдарында беҙҙе төрлө фәндән төрлө уҡытыусылар уҡытты. Шуларҙың кемеһендер һеҙ ҙә һағынып телгә алаһығыҙҙыр. Мин дә һағынам тәүге уҡытыусымды. Турат ауылынан күсеп киткәс (мин икенсе класты бөткәс), уҡытыусыма хаттар яҙа торғайным. Тик улар тапшырылмаған хаттар булып ҡалды. Шәкерттәре араһында Рәмзиә Әхмәт ҡыҙын һағынып иҫләүселәр күптер, тип уйлайым.
Йәшлек осорона килгән саҡта, мин Мәскәү университетында уҡыған йылдарымды йыш хәтеремә төшөрәм. СССР заманы ине бит, Мәскәүгә ҡайҙан ғына килеп уҡымайҙар ине – тотош донъя халҡы вәкилдәре менән шунда осраштым, тип әйтә алам. Латвиянан Гунта, Әрмәнстандан Асмик менән айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ. Төркмәнстан ҡыҙҙары менән бер туғандай аралашып йәшәнек. Ошоға тиклем төркмән дуҫтарым Гөлҫөн һәм Алтынай менән араларҙы өҙгәнебеҙ юҡ. Был халыҡ үҙенең тәбиғәте – эскерһеҙлеге, ихласлығы, ябайлығы менән башҡорт халҡына ла оҡшаш. Элекке йыл Гөлҫөн ҡыҙының туйына саҡырҙы. Ундағы милли туйҙы, һәр йоланы теүәл үтәүҙәрен күреп иҫ-аҡыл китте. Егеттең яғы Ахал виләйәтенә юл алдыҡ. Гөлҫөндөң өлкән ҡоҙайығы Биби башҡорт булып сыҡты (әсәһе яғынан). Үткән быуаттың 30-сы йылдарында бер туған дүрт ҡыҙ Иран менән сиктәш ошо виләйәткә килеп етәләр. «Минең әсәйем Шишмә районынан Әхмәт мулланың ҡыҙы. Хәҙрәт үҙенең дүрт ҡыҙын урыҫтар ҡулына эләкмәһен тип, ирҙәр кейемен кейҙереп Урта Азияға ебәрә. Ошонда улар төркмәндәргә кейәүгә сыға», – тип һөйләне Биби апай. «Әсәйем мине: «И-и-и, балаҡайым», тип, башҡортса ғына ярата торғайны», – тине күҙе йәшләнеп. Төркмәндәрҙә «бала» һүҙе юҡ, «чага» тип әйтәләр. Әсәһенең тыуған яҡҡа ҡайта алмай зар-интегеп йәшәүен аңлап үҫкәндер, шуға ла миндә Башҡортостан йөҙөн күргәндәй ҡыуанды 85 йәшлек Биби апай. Мин алып барған һүрәтле альбомды ҡосаҡлап ултырҙы... Гөлҫөн дуҫым менән йыш хәбәрләшеп торабыҙ. Ул беҙгә мәҡәләләрен дә ебәреп тора. Шуларҙың береһе – төркмән һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙарына арналғаны – «Ватандаш» журналында ла баҫылды.
Тағы ла бер сағыу көндө хисләнеп иҫкә алам. Бынан бер нисә йыл элек миңә хаж ҡылыу бәхете тейҙе. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең тормошо тураһында шаҡтай материал да уҡыған инем. Уның Ғәрәфә тауына барыуы, шунда мосолман ҡәрҙәштәре менән хушлашыуы, килер быуындарға аманат итеп әйткән һүҙҙәре мине ныҡ тетрәндергәйне. Һәм бына мин шул тарихи ерҙә – Ғәрәфә тауы итәгендә торам! Аллаһу Тәғәлә Үҙенең мәрхәмәте менән миңә лә юл асты. Минең өсөн был бер мөғжизә ине. Сикһеҙ тулҡынланыу һәм ҡыуаныс кисерҙем шул саҡтарҙа, уны әйтеп тә, яҙып та аңлатыуы мөмкин түгел. Ваҡыт та, заман да был мәлдә көсһөҙ... Әйтерһең, Пәйғәмбәр ҙә (салләллаһү ғәләйһи үә сәләм) беҙҙең эргәлә. Күпме һынауҙар, ауырлыҡтар, кәмһетелеүҙәр төшкән уның иңенә, күпме эҙәрлекләүҙәргә дусар булған. Бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа Аллаһ һүҙен халыҡҡа еткерергә ҡамасаулай алмаған. Ислам дине тотош ер шарына таралды. Һәм уны ҡабул итеүселәр йылдың-йылы арта ғына бара. Аллаһу Тәғәләнең һөйөклө Пәйғәмбәре (Уға Аллаһтың сәләме булһын) булған ерҙәрҙән үтеү иҫ киткес тәьҫораттар уята, шул ҡыуаныс тойғоһо әле лә һаҡлана. Бер һүҙ менән әйткәндә, был – ысын бәхет.
Тормош юл һымаҡ, ә кеше унда юлсы ғына тигәйнем, мәҡәлә башында. Үтеп барышлай бына ошо юлдың ҡайһы бер мәлдәре – боролоштары – шундай яҡтырып, нурланып китә һәм ул әҙәм балаһына артабан хәрәкәт итер өсөн көс тә, йүнәлеш тә бирә.