«Атайығыҙ коммунист булғас...»
Әсәйебеҙ һүҙҙе йыш ҡына шулай башлай торғайны. Ысынлап та, партия ҡайҙа ҡуша, атайыбыҙ шунда тоғро хеҙмәт итергә тейеш булған: башта Өфө партия райкомында, һуңынан Көйөргәҙе районында инструктор булып эшләгән. 1940 йылда Ишембай ҡалаһы янындағы Смаҡай ауылына колхоз ойошторорға ебәрелгән. Тотош ғаилә менән күсеп килгәнбеҙ. Беҙҙе ире төрмәлә ултырған яңғыҙ ҡатынға фатирға урынлаштырғандар. Күп тә үтмәй, һуғыш башлана һәм атайыбыҙ беренселәрҙән булып ил һағына алына. Әсәйебеҙ өс бала менән сит ерҙә, туған-ырыуһыҙ, мал-тыуарһыҙ, өйһөҙ-ерһеҙ кеше өҫтөндә тороп ҡала.
Көнкүреш, хужалыҡ әйберҙәребеҙ әллә ни күп түгел ине. Томпак[1] самауыр, ҙур цинк кәритә, күмер менән ҡыҙҙыра торған үтек, ҙур радиорепродукторыбыҙ булды. Ул үтек тигән нәмә бөтә ауылға берәү булды, өйҙән-өйгә сиратлап йөрөтөрҙәр ине. «Ғәтифә апайҙан ап-аҡ итеп – кер, һап-һары итеп иҙән йыуырға, кер үтекләргә өйрәндек», – ти ине күрше-күлән. Ни тиһәң дә, әсәйебеҙ әҙме-күпме ҡала шарттарында йәшәп, бер ни тиклем мәҙәни тәжрибә алған ҡатын булған бит инде. Өҫ кейеменә ҡарата бик бөхтә, ыҡсым булды. Аш-һыуға ла оҫта, тәмле-йәмле, ҡотло итеп әҙерләр ине, тик аяуһыҙ аслыҡ йылдары ундай форсаттан, туйғансы ашауҙан беҙҙе бик оҙаҡҡа мәхрүм итте.
Аслыҡ ғаиләбеҙгә айырыуса ҡаты эләкте, сөнки йәшелсә-фәлән үҫтереп ашарлыҡ баҡсабыҙ, һөт-ҡатыҡ эсерлек, май-ҡаймаҡ яһарлыҡ кәзәбеҙ йәки һыйыр малыбыҙ булманы. Ә һатып алырға аҡса юҡ. Йорт хужабикәһе ныҡ һаран ине. Исмаһам, ҙур баҡсаһының бәләкәй генә өлөшөн бирһә булған бит инде. Уның үҙ планы: картуфын өй баҙында ҡышлатып сығара ла яҙын арыу ғына хаҡҡа һата. Бәрәңгене баҙға урынлаштырғас, уны таҡта менән кәртәләп, билдәле булһын өсөн тирә-яғын уратып, эрерәктәрен теҙеп һала: әгәр берәйһе ҡағылһа, шунда уҡ беленәсәк. Ашарға бер грамм ризығыбыҙ булмаһа ла, картуфына ла, башҡа әйберҙәренә лә ҡағылманыҡ. Әсәйебеҙ шулай өйрәтте.
Самауырҙы, ғәҙәттә, әсәй үҙе ҡайната торғайны. Уның да үҙенә күрә мәшәҡәте бар шул: күмер менән ҡайнатыла, тимәк, торбаһына шаҡмаҡ утын һалына, шырпыһы ла әллә бар, әллә юҡ. Быларҙың береһе лә хужабикә – байбисә эшләй торған эш түгел. «Килен (әсәйемде ауылда килен тип йөрөтәләр ине), ултыр үҙең дә», – тиһә, беҙ ҙә янына һыйынабыҙ. Әсәйемдең сынаяғына ҡайһы берҙә бер ҡалаҡ һөт һала. Ә ул, беҙҙең сәй ҙә әҙерәк ағарһын, тип, үҙенең сәйен бүлгеләп, шәшкеләребеҙгә өҫтәп сыға.
Әсәйем йорт хужаһына ялсы булып йәшәне инде. Йыраҡтан һыу ташыған – ул, утын ҡырҡҡан, мейес яғып өй йылытҡан, иҙән йыуған, урмандан утын ташыған, уны алып ҡайтыр өсөн колхоздан инәлеп ат һораған – барыһы ла ул.
Ҡыш көндәре бик һыуыҡ була торғайны. Селлә һыуығы, тиҙәр ине. Ә утын етер-етмәҫ, мейес көнөнә бер генә яғыла. Йылыны оҙағыраҡ тотһон өсөн ишеккә һыйыр тиреһен ҡатлап ҡағып ҡуябыҙ. Әсәйебеҙ, ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәй сана һөйрәп урманға утынға китә. Ағас ҡырҡырға ярамай, тик сереп ҡолаған ҡоро-һарыны ғына йыйырға мөмкин. Урмандың ҡараусыһы бар. Беҙ белгәндә ул махсус тәғәйенләнгән урыҫ кешеһе ине, бәләүәт (полеводтыр инде) Семен бабай тип йөрөтә инек. Уҫал булды. Бер нисә тапҡыр әсәйемдең балтаһын тартып алып ҡалғанын, ғәзиземдең әсенеп илағанын хәтерләйем.
Мин бәләкәйҙән уҡырға өйрәндем. Әсәй иртән мейес яҡһа, шуның яҡтыһында китап уҡый торғайным. Мәжит Ғафуриҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек», Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрҙәрен, Ғабдулла Туҡайҙың «Туған тел» шиғырын әсәйем айырыуса яратып тыңланы. «Уҡы әле, ҡыҙым, уҡы. Беҙҙең тормошто күреп торған кеүек итеп яҙғандар», – тигәне хәтерҙә.
Аллаға шөкөр, эштән бәхетем бар, ти ине бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, баҙыҡ булып үҫкән әсәйебеҙ. Туғыҙ йәшендә етем ҡалған баланы хәлле йәшәгән ағаһына хеҙмәткә биргәндәр. Әллә нисә бүлмәле йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, ҡыҙ бала иртәле-кисле бер нисә һыйырҙы һауырға, һөт ҡайнатырға, ҡатыҡ ойоторға, сепарат айыртырға, бейә һөтөнән ҡымыҙ бешергә тейеш булған. «Аш-һыу тирәһенә еңгәй хужа, аҙыҡ-түлек уның ҡулында. Бөтә ризыҡ бикле, ашанып йөрөргә мөмкинлек юҡ. Бик ҡаты, һаран кеше ине. Ә ағайым һәйбәт. Ул гел кәсептә йөрөнө. Туҡыма, яулыҡ-фәлән, бисәһенә кершәндәр алып ҡайта. Бер саҡ миңә лә киндер ыштан тегеп кейҙерҙеләр. Өйҙәре ҙур, тупһалары киң таҡтанан. Иртәнге һауынды һәм көтөүҙе йоҡлап ҡалырһың, тип, еңгәй күп ваҡыт шул тупһала йоҡларға ҡуша торғайны», – тип әсенеп һөйләй ине әсәйем.
Байҙар күпләп ат тотҡан, уларҙы ҡарарға, әлбиттә, ярҙамсы кәрәк. Малайлыҡҡа беҙҙең буласаҡ атайыбыҙ килгән. Ул да бәләкәйҙән етем ҡалып, күмәк балалы ике туған ағаһында йәшәгән. Аттарҙы иртән ҡыуып, көнө буйы көтөп, кис алып ҡайтып, аҙбарға ябырға тейеш булған. Унан башҡа, аттарҙы таҙа тоторға, йыуындырырға, ялдарын тарарға ла бурыслы. Атайым менән әсәйем шулай байтаҡ йылдар икәүләшеп байҙа көс түккән, бәлиғ булғас, ғаилә ҡорғандар.
Юҡлыҡҡа нисек тә түҙелде инде, ә бына 1942 йылдың октябрендә атайыбыҙға «похоронка» алыу барыбыҙ өсөн дә оло ҡайғы булды. Әсәй туҡтамай илай, уға ҡушылып беҙ үкһейбеҙ.
Яйлап был ауыр хәлгә лә күнегә башланыҡ. «Ярай инде, балаҡайҙарым, ни хәл итәһең, мир күргәнде беҙ ҙә күрәбеҙ инде, тик Хоҙай Тәғәлә айырым ҡайғылар бирмәһен», – ти ине әсәйебеҙ. Бер аҙҙан ғаиләбеҙгә пенсия билдәләнеләр. Ул аҡсаны әсәй айына бер тапҡыр Ишембайға барып ала. Ҡайһы саҡта мин дә эйәрәм. Әсәйем йә печенье, йә кәнфит алып бирә. «Атайығыҙ коммунист булғас, беҙгә пенсияны күберәк биргәндәр», – ти ине ул, һөйөнөп. Ҡайтыу менән күмәкләп ҙур тимер карауатҡа менеп ултырабыҙ ҙа ай буйына йыйылған сығымдарҙы иҫәпләйбеҙ: иң элек күршеләрҙән алып торған бурыстарҙы түләргә, шунан бер аҙ аҙыҡ-түлек алырға (бәлки, берәйебеҙгә кейем дә кәрәк булыр), ҡалғанын икенсе айға тиклем еткереп, ипләп кенә тотонорға...
Аҡса булғас, әсәйебеҙ шатланып аҙыҡ-түлеккә тотона: баҙарға барып стаканлап он, аҙ-аҙлап шәкәр-кәнфит кеүек нәмәләр һатып ала. Ит ризығы – айына бер тапҡыр ғына. Ит бешергән көн беҙҙең өсөн оло байрам.
Тамаҡ икмәккә туйманы
Мин күберәген мейес башында ултыра торғайным. Бәләкәйҙән ямау ямарға яраттым. Апайым шаян булды: йә күлдәген эләктереп йыртып ҡайта, йә бейәләйе тишелә. Мин шуларҙы ҡулымдан килгәнсә ямаштырам. Йүнле уйынсығыбыҙ ҙа булманы. Ҡурсаҡты әсәйем сепрәктән үҙе яһап бирә ине. Әллә ниҙә бер бешкән итле аштың һөйәктәрен уйната инек. Әсәйем, ғәҙәттә, баш-тояҡ һатып ала. Уны өтөп, ҡырып, эҫеләп йыуғанын хәтерләйем. Баш ите айырыуса тәмле була торғайны, бигерәк тә мейе тирәһе. Уйнатырға һөйәктәре лә күп. «Мейес башына ырғытығыҙ, йылыға тараҡандар йыйыла, һөйәктәрегеҙҙе кимереп, таҙартып, шымартып бөтөрҙәр», – ти ине әсәйем.
Яҙ етеп, ҡара ер күренеү менән апайым менән икәүләп ватыҡ шәшке, сынаяҡ ярсыҡтары эҙләргә сығабыҙ, әйләндереп-әйләндереп ҡарап, сәскәлерәктәреп һайлап алабыҙ. Күрше ҡыҙҙар ҙа шулай итә. Бергәләп өй артына ҡояш йылыһына сығып уйнайбыҙ, табыштарыбыҙҙы бер-беребеҙгә күрһәтеп, кемдеке матурыраҡ, тип, үҙебеҙсә маҡтанабыҙ. Берәй ярсыҡ юғала ҡалһа, ул мотлаҡ кемдеңдер уйынсыҡтары араһында табыла.
Уйнарға тубыбыҙ ҙа булмай торғайны. Беҙ уны һыйыр йөнөн йолҡҡолап, оҙаҡ итеп әүәләп яһап ала инек. Иптәш ҡыҙҙар менән «һуғыш» уйнарға ла яраттыҡ, төрлө йырҙар ҙа сығарып йырлайбыҙ. Бер йырымды хәтерләйем: «Яҙырға ҡара ҡәләм, һыҙырға ҡара ҡәләм. Сталинға, Молотовҡа, Ворошиловҡа сәләм». Почтальон булып та уйнайбыҙ: атайҙарға хат яҙабыҙ, күргән төштәребеҙҙе бер-беребеҙгә һөйләйбеҙ.
Икмәкһеҙ ас ултырған саҡтар күп булды. Карточка системаһына күскәс, әсәйебеҙ икмәк ала алмай буш ҡайта торғайны. Ул сиратта төн ҡунырға ла риза, бар теләге – балаларының тамағы аш күрһен. Үҙебеҙҙә ала алмаһа, Ишембайға китә. Бер мәл беҙгә әрселмәгән ваҡ ҡына бәрәңге бешереп ҡалдырҙы ла иртүк ҡалаға китте. Ҡыш, һыуыҡ. Көнө буйы йә бер магазинда, йә икенсеһендә йөрөп, унда ла икмәк ала алмаған. Иртүк сиратҡа беренсе булып баҫыу уйы менән ҡуна ҡалған. «Йыраҡ түгел баҙар майҙаны, шунда барып, базарком янында ҡундым. Аяҡтарым шул тиклем туңды, мейес көлөнә күмеп йылыттым», – тип һөйләне һуңынан. Беренсе барып баҫмаһа ла, сираты килеп еткән, ярты буханка арыш икмәге алған. Шул ризыҡты өшөп-туңып бөткән ас әсәйебеҙ, бер грамын өҙөп ҡапмай, ҡуйынына тығып алып ҡайтҡан. Бергәләп ашаныҡ. Шул көндө әсәйем ныҡ итеп илағайны...
Ғөмүмән, икмәк алған көндө өйҙә оло байрам. Әсәйем уны самалап ҡына бүлеп бирә. Ағайым хатта, өлөштәр ғәҙел булһын тип, бәләкәй бизмән кеүек нәмә эшләп алды. Апайым ҡоро сәй менән эсен тултыра ла, икмәген сепрәк киҫәгенә төрөп, йәшереп ҡуя. Бер аҙ йөрөгәс, семтеп кенә ашай. Беҙҙең күҙ ҡыҙғанды күреп, әҙ генә бүлеп бирә.
«Ярай, балаҡайҙарым, Алла бирһә, тиҙҙән яҙ етә, иҫән булһаҡ, ҡара ергә аяҡ баҫабыҙ. Тауҙа йыуа, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, алабута ҡалҡыр, аҡланда еләк өлгөрөр, ас булмабыҙ», – тип тынысландыра ине әсәй. Апайым ҡар иреү менән көҙҙән ҡалып туңған бәрәңге сүпләргә сығып китә. Үҙебеҙҙең баҡса булмағас, әсәйем менән һәйбәт мөғәләмәлә булған күршеләрҙең баҡсаһына бара. Бер биҙрә тултырып алып ҡайта ла, йыуып таҙартып, килегә һалып төйә. Шунан әсәйем, әҙерәк он өҫтәп, көлсә итеп бешерә.
Тоҙға ла мохтажлыҡ була торғайны. Хатта шырпы менән һабынға ла. Мейескә йәки усаҡҡа ут яғырға кәрәк булһа, әсәйем күршегә ут алырға бара: тимер һоҫҡоға бер нисә ҡуҙ йәки бәләкәйерәк торомбаш һалып, өҫтөн ябып алып ҡайта, шуның менән мейесте тоҡандыра.
Көҙ етеп, уңыш йыйып алынғас, апайымдар ҡырға башаҡ йыйырға сыға. Мине лә эйәртәләр. Башаҡты, тиреп йәки һуғып, бойҙай итәләр. Елдә елгәреп таҙартҡандан һуң әсәй табала ҡурмас ҡыҙҙыра. Беҙгә шунан да тәмле ризыҡ юҡ кеүек ине.
Ул үҙе лә ҡар иреп бөтөү менән ырҙын табағына сыға. Иген бөртөктәре иреп аҡҡан һыу юлынан ағып сыға. Әсәйем, ҡулдарын туңдырып, шуларҙы сүпләй. Иген эҙләгәнде күреп ҡалһалар, түктереп, әрләп китәләр. Атайым урынына ҡалған колхоз рәйесе бигерәк уҫал кеше булды. Колхозсыларға өләшә торған бер нәмәне лә әсәйемә бирҙертмәне. Һуңынан уның урынына килгән Ғиниәт бабай бөтөнләй икенсе кеше ине: ыңғай, сабыр, ғәҙел. Колхоз эштәре башланғас, әсәйемде аш бешереүсе итеп тәғәйенләне. Ул тырышып эшкә тотондо: беренсенән, үҙенең тамағы туҡ, икенсенән, балаларға ла аҙмы-күпме өлөш ҡайта. Ғиниәт бабай уны-быны күргеләһә лә, өндәшмәй торғайны: хәлебеҙҙе белә бит инде.
Ләкин ялан эштәре бөтөү менән «сталауай бешереү» ҙә туҡталды. Ауылда ир-ат заты юҡ, бөтә эштәрҙе ҡатын-ҡыҙ башҡара: урман ҡырҡыу, котлован ҡаҙыу, алебастр тауынан таш сығарыу һ.б. Әсәйем дә шул эштәрҙә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы иртүк йөк машинаһы менән алып китәләр, шул китеүҙән айҙар буйы ҡайтмай ҡаҙанлыҡ ҡаҙыйҙар. Исмаһам, эш хаҡы түләһәләр икән!
Таш сығарыу ҙа еңелдән түгел. Кәйлә йәки ауыр сүкеш менән таш ватып, вагонеткаларға тултырып, заводҡа эшкәртергә ебәрәләр. Унда алебастр ҡомо яһап, машиналарҙа оҙаталар. Ә һыу буйында ҡатын-ҡыҙ гипсоблок һуға: ҡомдо һыу менән бутап, ҡуйы масса яһайҙар ҙа, ике оялы ҙур ҡалыптарға тултыралар. Гипс кирбес формалы булып ҡатҡас, ҡалыптарҙы түңкәреп, блоктарҙы ҡағып алалар.
Михнәттең төрлөһөн күрҙек
Етеһе тулғас, ағайым ауыл мәктәбенә уҡырға китте. Аталары һуғышта үлеп ҡалған балаларға тамаҡ ялғарлыҡ кәбеҫтә һурпаһы (дөрөҫөрәге, кәбеҫтә һыуы), бәләкәй генә киҫәк икмәк, бер балғалаҡ шәкәр ҡомо бирәләр ине. Шул шәкәр ҡомон ағайым китап бите араһына һалып алып ҡайтып: «Мә, туғаным, яла», – тип миңә бирә торғайны.
Саҡ йөрөгән әсәйебеҙ башына тағы бер бәлә төштө. Миңә – дүрт, апайыма алты йәш тирәһе булғандыр. Әсәйем икебеҙҙе матур итеп кейендереп, матур уйнағыҙ, бысранмағыҙ, тип сығарып ебәрҙе. Яҙ көнө, йылғаларҙың ашҡынып ташҡан мәле. Ауыл уртаһынан Буҙайғыр йылғаһы аға. Киңлеккә киң дә түгел, уның аша бер таҡтанан ғына баҫма һалынған. Апайым менән һыу аша аръяҡҡа ҡыҙҙар янына уйнарға сығырға булдыҡ. Сығып еттек тигәндә минең аяҡтар баҫма башында йыйылып ятҡан соҡорло һыуға төштө. Әлбиттә, ныҡ ҡына бысрандым. Кире ҡайтырға хәл иттек. Баҫма уртаһына еткәс, апайым аяҡтарымды йыуырға булды.
Ағын һыуға оҙаҡ ҡарап торғас, башым әйләнеп, артҡа йығылып киткәнмен һәм ыңғайына апайымды ла тартып төшөргәнмен. Йылға ни тиклем тар булһа, ташҡын шул тиклем көслөрәк була. Мин ағып киткәнмен, ә апайым нисектер яр башындағы тал ағасының баҫмаға тиклем һуҙылған тамырына тотоноп, килеп сыға алған. Күрше Ғәйшә инәй, был хәлде күреп, яр һалған. Әсәйебеҙ һыу буйына йүгергән. Килеп етһә, баҫма төбөндә апайым күшегеп тора икән. Минең ағып киткәнде аңлап, әсәй һыуға ташлана. Ул арала ағайым килеп етеп, һыуға ырғый. Ағайым һөйләүенән: «Аяҡтарҙы ҡорошҡаҡ тарта, аҫҡа һөйрәй, итектәргә һыу тулды, бушлат та ауыр. Инде туғанымдың аяғынан тотоп алдым тигәндә ысҡына ла китә, ысҡына ла китә...»
Шау-шыуға яр буйына халыҡ йыйылып киткән. Шул саҡ Вәли тигән бер ағай һыуға ташлана һәм инде боҙ аҫтына инеп барғанымда, аяҡтарымдан тотоп ҡалып, ярға алып сыға. Ярым үлек хәлдә булғанмын, күҙҙәрем туңып, өҫкә ҡарай ҡатып ҡалған. Йыраҡ та аҡҡанмын инде: ете баҡса араһын ағып үткәнмен. Ауылда фельдшер юҡ, «тиҙ ярҙам» саҡыртырға юл өҙөк. Инәйҙәр миңә йылы кәзә һөтө эсереп торорға, әсәйемдең йылы ҡосағында бер нисә көн ятырға ҡушҡан. Ғәжәп, сөскөрмәгәнмен дә, йүткермәгәнмен дә, ошо йәшемә имен-аман етеүемә ҡарағанда, үпкә тирәһе лә зыян күрмәгән.
Әсәйебеҙ иңенә төшкән михнәттәрҙе ағайым, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ололарса кисерҙе. Шуға ла ул 6-сы класта уҡып йөрөгән еренән, үҙ белдеге менән ишетеп-белешеп, Стәрлетамаҡ балалар йортона китергә булды. «Әсәй, риза бул, бер тамаҡ булһа ла кәмер, үҙеңә еңелерәк булыр. Минең өсөн борсолма, уҡырмын, тырышырмын, оят килтермәм», – тигән. Әсәй, бахыр, нишләһен, кәңәшләшер кешеһе юҡ, баланың һау-сәләмәт йөрөүен теләп, белгәненсә доғалар уҡып, күҙ йәше менән оҙатып ебәрә.
Ағайым һирәк-һаяҡ хат яҙғылап тора, каникулға ла ҡайтҡылай. Өҫ-башына, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, әсәйем ҡәнәғәтлеген белдерә. Хәтеремдә, бер ҡайтҡанда әсәйемә бер төргәк һоноп: «Бына, әсәй, һиңә, моғайын, кәрәге тейер», – тип бер аҙ таушалған мендәр тыштары, бер простыня бирҙе. Бәләкәй төргәктә сохари ҙа бар ине. «Ашап бөтмәгән киҫәктәрҙе йыйып киптергәйнем», – тине. Тотона башлаған һабын киҫәге лә килтереп сығарҙы. Әсәй меҫкен берсә һөйөндө, улының арҡаһынан һөйҙө, берсә тормош ауырлығына әсенде.
Сираттағы каникулына ағайым балалар йортондағы тәрбиәсе менән ҡайтты. «Был ниндәй малай, ҡайҙан килгән, фамилияһы нисек? Документтарын тикшерегеҙ, адресын табып, белешеп ҡайтығыҙ», – тигән икән директор. Әсәйем ҡунаҡҡа хәлебеҙҙе, тормош ауырлыҡтарын күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә һөйләп бирҙе. Тәрбиәсе сабыр, кеше хәлен аңлай торған мосолман ҡатыны булып сыҡты. «Бер ҙә борсолмағыҙ, улығыҙ тәртипле, тыңлаусан, эшкә лә, уҡыуға ла тырыш. Тәртип боҙмаған, урлашмаған, үҙ юлын үҙе табып килеп ингән. Уҡыр, кеше булыр. Детдомда бәләкәй генә йөк машинаһы бар, Фәтих (ағайымды исемләп әйтте) гел шул тирәлә урала, водителгә ярҙам итә. Бәлки, үҫкәс шофер булып китер. Малайҙы үҙ өҫтөмә алам, күҙ-ҡолаҡ булырмын, уҡыуын да, тәртибен дә күҙ уңынан ебәрмәм», – тип хушлашты ул. Ағайым, ысынлап та, шоферлыҡҡа уҡып сығып, ғүмер буйы ҙур машиналарҙа алыҫ команировкаларға йөрөнө, төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына, хөкүмәт наградаларына лайыҡ булды.
Ниһайәт, өйлө булдыҡ
Беҙ йәшәгән Смаҡай ауылы тау буйында урынлашҡан. Йыл һайын бында Май байрамын, Еңеү көнөн үткәрә торғайныҡ. Йәштәр матур итеп кейенеп, бер нисә урында өйөм-өйөм түңәрәктәр яһап, бейеү ойоштора. Гармун тауыштары, йыр-моң төнгә тиклем гөрләп торор ине. Байрамға килгән апайҙарҙың иңендә – матур сәскәле, оҙон суҡлы ебәк шәлдәр.
Тауға беҙ ҙә сығабыҙ. Апайым менән икебеҙгә байрам кейемен әсәйем ҡыштан уҡ әҙерләй, аҡсаһы булған һайын нимә булһа ла һатып ала: ялтырап торған резина кәлүш, бер иштән ситса күлдәк, ситенә ваҡ ҡына еләк сәскәһе төшкән яулыҡтар. «Атайлы балаларҙан кәм булмаһындар, кеше кейеменә күҙҙәре ҡыҙып, илап ҡайтмаһындар, тип уйлай торғайным», – тип һөйләй ине.
Атайыбыҙҙы яҙ ҙа көттөк, ҡыш та көттөк, ә ул һаман ҡайтманы. Мин көн һайын тау битләүенә барам. Һалдаттарҙы һуғышҡа оҙатҡан һәм иҫән ҡайтҡандарын ҡаршылаған урында, атайым күренмәҫме, тип, оҙон-оҙаҡ ултырам. Ҡайтыусы һалдат булһа, ғаиләһенә һөйөнсө еткерергә йүгерәм.
Ауыл мәктәбе дүрт йыллыҡ ине. 5-се класҡа әсәйем Ишембайҙағы берҙән-бер 3-сө һанлы башҡорт мәктәбенә уҡырға бирҙе. Мәктәп ауылдан 4-5 саҡырым самаһы, апайым менән йәйәүләп йөрөйбөҙ. Аяҡ кейеменең рәте юҡ, булғанын әсәй бик һаҡлап кейергә ҡуша. Ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла, яҙын юлдар өҙөлгән саҡта ла дәрес ҡалдырманыҡ. Маңлайыбыҙ туңмаһын өсөн әсәй баш кейеме өҫтөнән яулыҡ бәйләп ебәрә, ә танауға һәм биткә ҡаҙ майы һөртә. Иртән берәр шәшке сәй генә эсәбеҙ ҙә тиҙерәк юлға сығабыҙ. Апайым үҙенең сумкаһын арҡаһына йөкмәп, минекен ҡулына тота, икенсе ҡулы менән етәкләп ала. «Эй, әсәй, был ҡыҙың хәлһеҙ ҙә инде, арый, йүнләп эйәрә лә алмай», – ти торғайны.
Мин беренсе класҡа барған йыл хужабикәбеҙ ситтән килгән яңғыҙ ирҙе өйөнә индерҙе. Тора-бара ул әсәйемә: «Балаларың тауышлана», – тип шелтә яһай башланы. Әмәлгә ҡалғандай, икенсе урамда йәшәгән Камила инәй хәлгә инде: «Ғәтифә, былай йонсоп йәшәмә. Минең өй буш тора, таҙартып ал да күс шунда», – тине. Ул йортто таҙартыу ғына түгел, бер аҙ ремонтларға ла кәрәк булды. Күрше Әхәт бабай, бүрәнәнән ҡайтышыраҡ бер терәүҙе иҙән уртаһына ҡуйып, түбәне нығытып китте, ватыҡ тәҙрәләрҙе яңынан ҡуйҙы. Әсәйем, өй йылыраҡ булыр тип, тышҡы яҡтан өй нигеҙен күмде. Шулай яңы урында үҙ алдыбыҙға йәшәп киттек. Ғәйниямал тигән инәй яңы тыуған быҙау бүләк итте. Бер нисә йылдан беҙ ҙә һөткә тейендек.
Ләкин был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы: Камила инәйебеҙ йәшәп ятҡан иренән айырылып, үҙ донъяһына ҡайтырға булған. Инде хәҙер нишләргә? Әсәйем аптырап ултырғанда әлеге Ғәйниямал инәй килеп керҙе: «Минең күрше өйөн һата, һыйырыңды оҙат та шул өйҙө ал. Бәләкәй булһа ла, үҙ йортоң булыр», – тине ул. Әсәйем шатланып риза булды.
Һалам башлы бәләкәй генә өй, һарай-фәләне юҡ. Уныһы булмаһа ла ярай, ҡуйыр малыбыҙ ҙа юҡ бит инде. Уның урынына, бәрәңге сәсерлек тар ғына баҡсаһы бар. Әсәйем менән бергәләп был өйҙө лә таҙартып, эсен-тышын ағартып, һылап, рәткә һалып алдыҡ. Ошо йортта беҙ апайым менән унынсыны бөткәнсе йәшәнек.
1957 йылда ағайымды Ҡаҙағстанға ҙур машина менән иген ташырға командировкаға ебәрҙеләр. Өс ай буйы шунда эшләп, бер машина тигәндәй бойҙай алып ҡайтты, эш хаҡын шулай түләгәндәр. Әсәйем ул бойҙайҙы тирмәндә он итеп тарттырып, баҙарға сығарып һатты. Шуның аҡсаһына ағайым бура алып, кәрәгенсә ағас-таш, таҡталар табып, оҫталар яллап, яңы өй төҙөттө. Барыбыҙ өсөн дә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ булды.
Ниһайәт, Еңеү!
Еңеү көнөн яҡшы хәтерләйем. Күрше Исҡаҡ бабай һыбайлап ауыл буйлап: «Һуғыш бөттө! Һуғыш бөттө! Беҙ еңдек!» – тип һөрән һалып йөрөнө. Әсәйҙәр ҡосаҡлашып илашты, беҙ ҙә шунда мәж килдек. Артабан йыл һайын Еңеү көнөндә Смаҡай тауында байрам уҙғара инек, транспарант, флагтар тотоп демонстрацияға сыға торғайныҡ.
25 йәшемдә, атайым иҫтәлегенә арнап, партия сафына индем. Еңеүҙең 60 йыллығына «Листая страницы прожитых лет» тигән китап яҙҙым. Малай булып тыумаһам да, төпсөк бала булараҡ, атайымдың фамилияһын икенсегә алыштырмай, һаҡлап ҡалдым.
Ишембай районы Әхмәр урта мәктәбендә уҡытҡан йылдарымда агитация эштәре алып барырға тура килде. Аҙнаһына бер тапҡыр халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә инем. Халыҡ әүҙемерәк йөрөһөн өсөн йә мандолинала уйнайым, йә «Башҡорт халыҡ ижады»нан берәй нәмә уҡыйым.
1963–1964 йылдарҙа, матур ғына йәшәп ятҡан мәлдә, сираттағы юҡлыҡҡа дусар ителдек: магазиндарҙа полкалар буш, һатып алырлыҡ бер ризыҡ юҡ. Хрущев заманы ине. Мин Зәкиә әхирәтемдең әсәһе Кәримә инәйҙә фатирҙа йәшәйем. Колхоз рәйесе Хәсәнов ағай кеше башына көнөнә яртышар буханка икмәк, айына икешәр килограмм макарон, бер аҙ шәкәр, он бирҙерә торғайны. Ярай әле, Кәримә инәйҙең бәрәңгеһе етерлек булды, ҡыш буйы шуның менән туҡландыҡ. Хәтеремдә, апайым Мәскәүгә эше буйынса стажировкаға барғайны. Бер сумаҙан аҡ ҡалас, көнбағыш майы, перәник-печенье, әфлисун алып ҡайтҡайны.
Барыбыҙ ҙа, Аллаға шөкөр, уҡып сыҡтыҡ, кеше булдыҡ. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙек. Әсәйебеҙҙе күҙ ҡараһылай күреп ҡараныҡ, оло хөрмәт күрһәттек. «Ғүмеремдең ауыр мәлдәре лә булды, рәхәт сағын да күрҙем. Тыныс тормошта йәшәүгә ни етә!» – ти торғайны ул.
...Аллаһы Тәғәлә бәндәгә һынауҙарҙы күп бирә, ләкин иң ауырын көслө рухлыларға тәғәйенләй һәм үҙе лә ундайҙарҙы яҡлай, һаҡлай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Һөйөклө әсәйебеҙ тап шундай көслө рухлыларҙан булды. Ҡулымдан килһә, ғәзиз кешемә һәм һуғыш яфаларын күргән бөтә әсәләргә һәйкәл ҡуйыр инем.
[1] Томпак – баҡыр менән цинк иретмәһе.