Марат Әминев, «Һәнәк»журналының яуаплы секретары, яҙыусы:
– Йәшең ыраған һайын үткән йылдарҙы, уҙған юлдарҙы йышыраҡ хәтергә төшөрәһең. Һәр кемде үҙен уратып алған мөхит формалаштыра. Ғаиләлә алған тәрбиә, мәктәптә алған белем үтә мөһим, шул уҡ ваҡытта тормошоңда тейешле йүнәлеш бирерҙәй аҡыллы остаздарың булыуы оло бәхет ул.
Әсәйемдең бер туған ағаһы, билдәле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Әнүр Вахитов беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн шундай остаз булғандыр ҙа. Тап ул атайым менән әсәйемә Әмир ағайыбыҙҙы Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) уҡырға бирергә кәңәш итә. Әмир ағай иһә, үҙе уҡып сыҡҡас, беҙҙе, кесе туғандарын да, ошо данлыҡлы уҡыу йортона етәкләп алып килде.
Мәктәп-интернатта уҡыу йылдарында Әнүр бабайымдарға йыш барып йөрөнөм. Ғаиләлә атай абруйы иҫ киткес ҙур ине. Авиация институтында физиканан уҡытҡан шул тиклем аҡыллы һәм мөләйем Ғәлиә еңгәбеҙ булдырған был мөхитте. Минән бәләкәйерәк балалары Салауат менән Шәүрә өсөн атайҙың хуплау һүҙе иң ҙур уңыш кеүек ҡабул ителә, иң һуңғы һүҙҙе һәр саҡ атай әйтә.
Әнүр бабай миңә балалары менән русса, ә уларға минең менән башҡортса һөйләшергә ҡуша. «Һиңә руссаңды нығытырға кәрәк, ә улар башҡортса белергә тейеш», – ти. Йәйге каникул алдынан миңә рус телендә китаптар уҡырға, ә икәүһен күсереп яҙып, сентябрҙә үҙенә күрһәтергә ҡушты. Әлбиттә, бындай эшкә күңел атлығып тормай, шуға күрә иң йоҡа китаптарҙы һайланым. Береһе Пушкиндың «Дубровский» повесы, икенсеһе – һүҙлек. Ямғыр яуған көндәрҙә ауылдағы төп эшем шуларҙы дәфтәргә күсереп ултырыу булды. Алғараҡ китеп шуны ла әйтәйем, хатаһыҙ яҙырға өйрәнеү, фекерләргә өйрәнеү өсөн китаптар уҡыу алыштырғыһыҙ мәктәп икән дә! Әгәр ошо мәктәп булмаһа, рус телендә сыҡҡан «Республика Башкортостан» һәм башҡа баҫмаларҙа эшләй алыр инемме икән – юҡтыр. Ә бына Салауат һәм Шәүрә, оло улы Азамат башҡортса әле лә таҙа һөйләшә – атай мәктәбе үҙ емештәрен бирә.
Туғыҙынсы синыфта уҡыған саҡта Әнүр бабай менән етди һөйләшеү булды.
– Уҡырға ҡайҙа бараһың? – тип һораны ул.
Мин яурынды ғына һикерттем. Дөрөҫөрәге, был хаҡта әлегә уйлағаным да юҡ.
– Әмир ағайың, Сәриә апайың кеүек филфакты уйлайһыңдыр, моғайын. Ә шиғыр йәки хикәйә яҙаһыңмы һуң?
– Юҡ.
Шулай булғас, һиңә йәһәтерәк икенсе һөнәргә эйә булыу тураһында уйларға кәрәк. Ваҡытың әҙ ҡалған, юлыңды һайла!
Уйлай торғас, тарих факультетына уҡырға инергә ҡарар иттем. Берҙән, был фән дә бик оҡшай, икенсенән, филфакка иң яҡыны булып тойолдо, һәр хәлдә химия йәки математика түгел.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыу яҙмыш бүләге булған икән. Беҙ бит уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡыған студенттар. Дәреслектәр коммунизм төҙөргә саҡыра, гәзиттәр һәм телевидение демократияны маҡтай, бер уҡытыусы Сталинды күккә сөйөп, Горбачевты тәнҡитләй, икенсеһе ҡапма-ҡаршы фекерҙә. Фекер азатлығы сәскә атҡан ҡыҫҡа, әммә ғәйәт ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле осор булды ул. Әнүәр Әсфәндиәров, Нияз Мәжитов, Ирек Аҡманов кеүек башҡорт тарихсыларының алтын быуыны уҡытты беҙҙе. Белем һәм тәрбиә бирҙеләр, фекерләргә, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәттеләр, фәнгә фанатиктарса бирелгәнлектәре менән рухландырҙылар.
Әнүр Вахитов ғәйәт тура һүҙле кеше ине. Заманында обком секретары Таһир Ахунйәновтың әҫәрен яҙыусылар съезында тәнҡитләй. Әлбиттә, башҡаларға дан-шөһрәт яуғанда, күкрәктәренә миҙалдар таҡҡанда уның ни өсөн ситтә ҡалыуы аңлашыла. Әмир ағай әсәйем тураһында хикәйә яҙғас, үҙе әйтеүенсә, иң ҙур тәнҡитте бабайымдан ишетә. «Әсәй – изге кеше, уның тураһында былай яҙырға ярамай, хикәйә былай булмай», – тип туҙына ул. Әйткәндәй, Әмир ағайҙан үҙ әйберемә ҡарата шундайыраҡ баһа ишетһәм, йәнә Әнүр Вахитовты хәтергә төшөрәм – уның мәктәбе һаман эшләй бит! Эйе, әҙәбиәттә туғанлыҡ юҡ, сифатлы һәм сифатһыҙ әҫәрҙәр генә бар. Был хәҡиҡәт бөгөн – тәнҡит күпселек осраҡта күккә сөйөп маҡтауға ғына ҡоролған мәҡәләләр менән алышынған мәлдә – айырыуса көнүҙәк булып ҡала. Донъяны йыйын ялағайҙар һәм карьера көҫәүселәр баҫһа, алға китеш булырмы һуң, әҙәбиәттең алтын фонды артабан байырмы?
Яҡын дуҫы Рәми Ғарипов вафат булғас, Әнүр Вахитов уға арнап яҙған шиғырын ошондай һүҙҙәр менән тамамлай:
«Һин юғалғас, ҡапыл олоғайҙыҡ,
Ғәмһеҙлектәр – инде хушығыҙ.
Һәр саҡ иҫтә: намыҫ күҙе булып
Беҙгә ҡарап тора дуҫыбыҙ!»
Әнүр Вахитовтың үҙенә ҡарата ла ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтке килә. Был донъяла намыҫлы кешеләр күберәк булырға тейеш – уларһыҙ алға китеш юҡ!