Шул көндән алып улар даими осраша башланылар. Күпмелер йөрөгәс, Нәсимә һөйгәненең ҡайҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһынырға булды. Тегеһе маһайып ҡына былай тине:
– Мин уйлап табыу проекты өҫтөндә эшләйем. Бер киң билдәле профессор уның киләсәктә ҙур йүнәлеш буласағын әйтте.
Был яуап Нәсимәгә бик көслө тәьҫир итте, ул хатта егеттең ҡайҙа эшләүен, был ниндәй уйлап табыу проекты икәнлеген дә һорашырға онотто.
– Бына күрерһең, киләсәктә был асыш тураһында бөтә донъя һөйләйәсәк! – тине Артур, ҡыҙыҡайҙың һоҡланыулы ҡарашын һиҙеп.
Ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндән һуң улар өйләнеште. Туй үтеп, бер аҙ йәшәгәс кенә Нәсимәгә әсе хәҡиҡәт асылды – Артур бер ҡайҙа ла эшләмәй икән... Кейәүҙең бөтә сығымдарын уның ата-әсәһе ҡаплап бара, шул иҫәптән әлеге туй өсөн дә улар түләгән. Йәш кәләше ошо хаҡта һорашҡас, Артур аптырап китте:
– Ниндәй эш ул тағы? Мин бит уйлап табыу өҫтөндә эшләйем.
– Һаманмы? – тип ышанмай ғына һораны Нәсимә. – Шунан, ул эш нисек бара?
– Беҙ дөрөҫ йүнәлештә! – тине тегеһе ғорур ғына. – Тағы ла саҡ ҡына түҙһәк, беҙ һинең менән долларҙа ҡойонасаҡбыҙ!
– Әсәй биш мең һум бир әле! – тине ул әсәһенә үҙе генә килеп төшкө аш ашап ултырған мәлдә.
– Эй, улым, – тип көрһөндө әсәй кеше. – Ҡасан ғына эшкә урынлашаһың инде һин. Аҡса бирәм, әлбиттә, тик эш эҙлә инде йәһәтерәк, ғаиләң бар бит.
– Минең өсөн ҡыҙыҡлы һәм һәйбәт хеҙмәт хаҡы булған эш юҡ! – тип ҡулдарын йәйҙе тегеһе. – Эҙләйем дә бит, бер ҙә йүнлеһен таба алмайым...
– Уныһы нимә була тағы? – тип ҡаршы төштө әсәһе. – Тәүҙә эш тап, шул урында тәжрибә тупла, шунан һуң ҡыҙыҡлымы-түгелме икәнен белерһең. Ә нимә ҡыҙыҡлы һуң һинең өсөн?
Артур юғалыбыраҡ ҡалды. Ул нисек әйтергә лә белмәй ине, ахырыһы.
– Бына бит, тимәк, бер нәмә лә ҡыҙыҡ түгел, – тип көрһөндө әсәй. – Бер нәмәһен генә аңламайым: ғаиләңде аҫырайһың килмәгәс, ни өсөн өйләндең? Мин һеҙҙе ашатып-эсереп торорға йыйынмайым. Бер үҙең генә түгел бит...
– Нәсимә эшләй, быны беләһең дә инде, – тине Артур.
– Тап шулай шул – ул эшләй! Ә бына һин минән аҡса теләнселәп тик йөрөйһөң. Оят түгелме?
Ваҡыт көтөп тормай, уҙа ғына бирә. Нәсимә менән Артурҙың улы ла тыуҙы. Артур әсәһенән аҡса алып тороуын һәм ҡатынын «бына-бына эшкә урынлашам» тигән вәғәҙә менән туйындырыуын дауам итте.
– Нисек, һинең уйлап табыу проектың алға барамы? – тип, Нәсимә иренән әленән-әле һорап ҡуя.
– Бара... – тип уфтана Артур эштә арыған кеше ҡиәфәтендә.
– Артур, ҡәҙерлем, һиңә тағы өҫтәмә эш табырға ла кәрәктер, бәлки? Мин аңлайым – һинең уйлап табыу проектың танылыу алмай тороп аҡса ла булмаясаҡ. Тик беҙҙең улыбыҙ үҫеп килә бит!
Нәсимәнең әсәһе лә шул турала әллә нисә тапҡыр әйтте инде. Улар кейәү кешенең йүнһеҙлегенән һис ҡәнәғәт түгел ине.
– Аңла, ҡыҙым, беҙгә бәпес өсөн бер нәмә лә йәл түгел. Тик уның атаһы ла бар бит! Әйткәндәй, ул әле нимә менән шөғөлләнә?
– Әсәй, мин һиңә һөйләнем бит инде – Артур уйлап табыу өҫтөндә эшләй. Уны тамамлағас та күп итеп аҡса аласаҡ.
– Бына һиңә... – тип аптыраны әсәһе. – Ул туйҙан һуң да шулай ти ине, хәҙер ҙә үҙгәреш юҡ икән... Уйлап табыуын тамамлағас та байып китәсәкһегеҙме? Тағы нисә йыл алдашыр икән? Күҙеңде ас, ҡыҙым – юҡ уның бер ниндәй ҙә уйлап табыуы!
Нәсимәнең иң яҡшы әхирәте Әлфиә лә бер саҡ шулай тигәйне:
– Һинең бер ҡатлы икәнеңде баштан уҡ һиҙгән ул, әхирәткәйем, шуға хәйләләй – бер ниндәй ҙә уйлап табыу өҫтөндә эшләмәй ул. Ә аҡсаны уға ата-әсәһе бирә, белдеңме?
Нәсимә үҙе лә күптән шикләнеп йөрөй ине, тик әсәһенә лә, әхирәтенә лә әйтергә ояла. Әлфиә иһә баҫым яһауын ғына белә:
– Һиңә нимәгә кәрәк ундай ир? Уйлап табыусы имеш, гений икән берәү, йәнәһе... Тиҙерәк эшкә ҡыу үҙен, ишеттеңме?
– Артур, артабан да былай дауам итә алмай! – тине Нәсимә өйгә ҡайтҡас. – Улыбыҙ үҫә, аҡса бер нәмәгә лә етмәй. Балалар кейеменең күпме торғанын беләһеңме һин?
– Нимә тәҡдим итәһең һуң? – тине тегеһе.
– Билдәле инде – һиңә эшкә урынлашырға кәрәк! Уйлап табыу тураһындағы әкиәткә мин башҡаса ышанмайым! Йә, әйт улайһа – ниндәй уйлап табыу һуң ул?
– Мин быны әйтә алмайым, дәүләт әһәмиәтендәге сер, берәүгә лә асмаҫҡа ҡуштылар һәм хатта ҡултамға алдылар.
– Ҡайҙа урынлашҡанын да әйтергә ярамай, тиерһең хәҙер?
– Эйе... Һаман тамамлай алмайбыҙ бит, Фәндәр академияһына йә бер ере оҡшамай, йә икенсе урыны...
Шул саҡ Артур илап ебәрҙе.
– Нимә булды? – тип аптырап китте Нәсимә һәм ирен яурынынан ҡосаҡланы. – Һиңә, бәлки, башҡа нәмә менән шөғәлләнергә кәрәктер?
Ул хәҙер иренең ошо дәүер эсендә алдап йөрөгәненә бөтөнләй шикләнмәй ине. Тик ирен фашларға һәм үҙенә был турала әйтергә тартынды, Артур уға йәл ине шул.
Нәсимәнең ата-әсәһе Артурға эшкә урынлашырға ярҙам итте. Ҡатын иркен һулап ҡуйғайны, әммә ире ... ай ярым эшләгәндән һуң был ойошманан китте.
– Етәксе насар, уның урынбаҫарҙары ла... Тик юҡҡа бәйләнәләр, мин әйткәнде аңламайҙар, – тип аҡланды үҙе.
Бынан һуң Артур тағы өс урында эшләп алды, тик уларында ла икешәр-өсәр айҙан уҙманы уның «хеҙмәт стажы». Баҡһаң, уларҙа ла етәкселәр бер нәмә лә аңламай икән. Сираттағы урынға килгәс, кадрҙар бүлеге уның хеҙмәт кенәгәһен кире бирҙе: «Беҙгә урындан-урынға осоп йөрөгән кеше кәрәкмәй», – тип кенә ҡуйҙылар.
Тағы ике урында шундайыраҡ яуап алғас, Нәсимә төшөндө: уның ирен бер ҡайҙа ла алмаясаҡтар. Ахырҙа ул төп эшенән тыш тағы бер фирмаға урынлашты. Ҡатыны ике урында хеҙмәт итә, ә Артур ҡатыны һатып алған диванда ҡунаҡлай.
Бер саҡ улдары сирләп китте. Нәсимә үҙенә урын тапмай ине: эштән һорап китә башлаһа, етәкселеккә оҡшамаясаҡ, урынына икенсене табасаҡтар. Артур өйҙә ултыра, әлбиттә, тик Нәсимә уның сирле баланы ҡарай алырына шикләнә – бигерәк тормошҡа яраҡлашмаған бит ире. Әмәлгә ҡалғандай, үҙенең ата-әсәһе ауырып киткәйне, ҡалала киҙеү көсәйгән мәл. Ә Артурҙың ата-әсәһе йыраҡҡа ял итергә киткән.
Шул саҡта әхирәте Әлфиәнең отпускыла булыуы иҫенә төштө. «Әхирәт, һиңә үтенесем бар: улыбыҙ сирләп киткәйне, беҙгә барып Артурҙың уны нисек ҡарауын ғына тикшереп ҡайт әле, йә дарыуҙы яңылыш бирер, йә башҡа нәмәһен киреһенсә эшләр...» «Барам, әлбиттә, уның ни ҡыйынлығы бар», – тине Әлфиә.
Бер аҙҙан әхирәте уларҙың фатирында йөрөй ине инде. Дарыуҙың дөрөҫ бирелгәненә инанғас та, ул ҡайтып китергә ашыҡманы, кухняла ашарға бешерергә тотондо. «Килтер... Һал... Миңә бир... Юғал...». шундай әмерҙәр менән Артурҙы йүгертте генә. «Ниндәй егәрле, өлгөр, үҙе лә эшләй, башҡаларҙы ла эшләтә белә...» – Артур уның менән һоҡланыуын йәшермәне.
Кескәй малай һауыҡҡас та Әлфиә Нәсимәләргә йөрөүен туҡтатманы. Әле бер, әле икенсе сәбәбен табып ҡына торҙо. «Һин күп эшләйһең, әхирәткәйем, ярҙам иткем килә», – ти ине ул Нәсимәгә. Ысынлап та, быныһы һаман ике эштә бил бөкмәй хеҙмәт итә ине шул, өйөнә бик һуң ҡайта, иртә таңдан сығып йүгерә. Әммә бер көн уға алдараҡ ҡайтып китергә рөхсәт иттеләр.
– Ә мин бөгөн иртә ҡайттым! Өйҙә кем бар? – тип һөрәнләне ул тупһанан үткәс тә. Берәү ҙә яуап бирмәне. Ул йоҡо бүлмәһенә инеп, кейемдәрен алыштырырға булды һәм ... үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы – Артур менән Әлфиә бер түшәктә ҡосаҡлашып ята!
– Мин, тимәк, бер юлы ике эштә ыҙа сигәм, ә һеҙ күңел асаһығыҙ! Бына һиңә әхирәт... Икегеҙ ҙә кисекмәҫтән олағығыҙ өйҙән! Ун минут ваҡыт бирәм! – тип ярһып ҡысҡырҙы ул һәм, хәле бөтөп, иҙәнгә сүгәләп ултырҙы.
Нәсимә менән Артур айырылыштылар. Күп тә үтмәй Нәсимә Әлфиәнең улы тыуыуын белде. Шулай ҙа уны иң аптыратҡаны – Артурҙың, ниһайәт, аҡылға ултырыуы. Икенсе йыл инде бер ресторанда администратор булып эшләй! Хәйер, бында ғәжәпләнәһе түгел – Әлфиә менән шаярып булмай, ул теҙгенде тота белә...