Шулай уҡ күптәнге заманда, такси менән Сибайҙан Өфөгә сығып барам. Төнгө 2-лә ултыртып алды был, артта оло ғына апай менән ағай. Магнит тәңгәлендәлер, арттағы ағай һүгенеп ебәрмәһенме:
-Яф.....!!!
--Сеү! Ней булды? – тип йоҡо аралаш сәбәләнде ҡатыны.
--Үтекте һурманыҡ!
--Үтеккә теймәнем мин.
--Һин теймәһәң мин тейҙем, инәһенең....! Күлдәгеңде үтекләйем, ҡыҙҙыра ҡуй, тинең бит! Ул күлдәкте шулай кейҙем дә киттем, ә үтек токта тороп ҡалды!
--А-ай, әпсәңдең ...., — тип, апай көйөп китте хәҙер. – Ғүмерҙә тотонмағанына! Как бутта бығаса күлдәк үтекләп кейгән!
--Үҙең әйткәс!
Арттағылар саймасай талашты ла китте. Водитель, йәш кенә ир, аптыранып барып юл ситенә туҡтаны.
--Борол! Кире апҡайт! Түләйем! Вис юлыңа түләйем! – тип ярһый ағай.
--Туҡтағыҙ, — ти, водитель, — Берәйһенә шылтырата алмайһығыҙмы? Балаларығыҙ юҡмы өйҙә? Күршеләр?
--Туҡта-туҡта... күршегә... – апай ашығып телефонына тотона, — Алһа ғына инде... тауышын ябып ятмаһа.
Өсөнсөмө-дүртенсеме шылтыратыуҙан алды күршеһе, асҡыстың ҡайҙалығын аңланы (шәхси йорт булды был), барып... үтек тығылмаған булған.
--Апсығып ташлаһын! Шулай тиген, сығарып кәйелт, тип әйт! — тип телефондан һөйләшкән ҡатыны эргәһендә сәбәләнеп йөрөнө теге ир. Әйтерһең, үтек ғәйепле. Артабан, ултырып киткәс тә, арыуыҡ иреште әле улар, шым ғына тыңлап тик барҙыҡ, сөнки был үтек касафаты үҙебеҙҙе лә ныҡ ҡурҡытҡайны. Әл дә телефон булды...
Өфөгә күскәс, төшкө ашҡа ҡайтып инһәм... диван уртаһында үтек тора. Токтан һурылмаған! Ҡыҙҙарым үтекләгән ерендә ҡалдырған да киткән. Шундуҡ башыма ҡан һикерҙе! Күҙ алдымдан әллә ниндәй ҡурҡыныс күренештәр үтте! Семейный чатҡа яҙам:
--Кемегеҙ үтекте һурманы?! Йәнегеҙҙе алам! Миңә инфакт яһарға булдығыҙмы?
Аҙыраҡ ваҡыттан яуап килә:
--Даже если онотолһа ла, бындай үтектән пожар сыҡмай. Үтек паровой режимда и үҙе һүнә.
--Һүндерәм мин һеҙҙе бөгөн... ҡайтығыҙ әле.
Нимәгә иҫләнем быларҙы? Эшкә сыҡҡан ерҙән... кире елдерҙем. Үтекте һурмаған кеүек булып тик торғас. Әлеге безопасный үтек, но... Һурған булғанмын икән, ауфф... Паранойя