Все новости
Литература
7 Октября , 13:57

Үҙ баламда киленем. Хикәйә. Гөлнур Ҡыуатова

Ҡышҡы юлдан музыка тыңлай-тыңлай район үҙәгенә елдерәм. Һәр ваҡыттағыса һуңға ҡалынды: һуҙылып йөрөү касафаты был. Көн һайын иртән иртүк торам, тип үҙемә һүҙ бирәм дә онотам. Дөрөҫөрәге, татлы йоҡома баш була алмайым. Бына бөгөн район үҙәгенә барып, төшкө ашҡа тиклем эштәремде бөтөрөп, кире әйләнергә тейеш инем. Сәғәт уҡтары 12-гә яҡынлағанда саҡ өйҙән сығып киттем. Машинаны хет бар көсөнә ҡыу ине лә бит, ярамай. Үҙ ғәйебем менән һуңлауымды аңлағайным инде. Быға тиклем юл ситендә ҡул күтәреп тороусыларға артыҡ иғтибар итмәгәйнем, хәҙер берәйһен юлдаш итеп алырға ла була. Шулай уйлауым булды, алдағы туҡталышта ҡулын ел тирмәнендәй һелтәп торған ҡатын күренде. Тиҙлекте кәметә башлау менән ерҙә ултырған сумкаһын алып, ҡаршыға килә башланы.

Үҙ баламда киленем. Хикәйә. Гөлнур Ҡыуатова
Үҙ баламда киленем. Хикәйә. Гөлнур Ҡыуатова

– Район үҙәгенә... – туҡтау менән ҡайһы яҡҡа юл тотоуымды әйтә башланым. Тик ул мине тыңлап та тормай машинаға инеп тә ултырҙы.

– Аҙнабай ауылы боролошонда төшөрөрһөгөҙ. Ҡайҙа барһағыҙ ҙа бер аҙ юл ҡыҫҡарыр, исмаһам.

Булырға тура килмәһә лә, ул ауылды ишетә беләм. Оло трассанан тағы ла 20 саҡрым тирәһе эскә инергә кәрәк. Бер аҙ һүҙһеҙ барғас, юлдашым һүҙ ҡушты:

– Һеңлем, ә һеҙ ҡабалан йомош менән китеп бараһығыҙмы? Индереп ҡуймаҫһығыҙмы икән? Ҡәйнәмә укол эшләр ваҡыт етеп килә, шуға өлгөрәйем тип өтәләнеүем. Аҡсаһын түләрмен, борсолмағыҙ...

– Эш аҡсала ғына түгел шул. Үҙемсә ҡабаланып китеп барам да бит, төшкө тәнәфес мәле етеп килә. Шуға боролошҡа етәрәк ҡарармын, өлгөрөрҙәй булһам, ҡалдырып китәм, ә инде төш мәле етһә, ауылығыҙға индереп ҡуйырмын.

– Рәхмәт инде. Ҡәйнәм өсөн борсолам. Укол ҡаҙамаһа, ашарға ярамай. Шәкәр диабеты менән ауырый, ике ай элек инсулин яһай башланыҡ. Оло кеше бит, үҙенә үҙе укол яһарға ҡурҡа. Мине көтөп ултыра.

– Янында ҡалдырыр кешегеҙ юҡмы ни?

– Э-эй, һеңлем, ауылда хәҙер ышаныслы кеше бик юҡ бит! Кемеһе эсә, кемеһе урлаша тигәндәй. Улым былтыр ғына Өфөгә уҡырға китте. Күрше апай менән һәйбәт аралашабыҙ ҙа ул, тик үҙе үткән аҙнала дауаханаға ятты.

– Ә ирегеҙ? Ҡырҙа эшләйме әллә?

– Юҡ шул... Өс йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк, мәрхүм булды...

Тағы ла һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Үҙем ҡыҙыҡһынып, юлдашыма күҙ ташлап-ташлап алам. Ире үлгәс, ниңә һаман ҡәйнәһе менән йәшәп ята икән? Әллә икенсе ире булғанмы был? Күптән түгел үлһә, шуға һаман бергәләрме икән? Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса һорай ҡуйҙым:

– Ә ни сәбәпле үлде?

– Һыуға батты. Дуҫтары менән балыҡ тоторға төшкәйнеләр... Күптән инде. Улым ике йәшлек кенә ине, ул да егет булды. Оҙаҡламай 19-ын тултыра...

– Байтаҡ ваҡыт үткән икән.

– Эйе. Мин үҙем, балалар йортонда үҫһәм дә, ошо райондыҡы ул. Әле ултырған ауылда атайым мәрхүмдең апаһы йәшәй. Каникулдар мәлендә икешәр аҙналап уларға ҡайта торғайным. Үҙенең алты балаһы бар, шуға үҙҙәренә ала алманылар. Эшләй башлағас та улар менән ара өҙөлмәне. Шулай бер йылы ҡайтып килгәнемдә юлда ирем Вилдан менән таныштыҡ. И-ий матур ине ул! Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Тәмәке ҡабына ғына адресымды яҙып алды. Тәүҙәрәк хат көткән булдым. Аҙаҡ, онотҡандыр, тип өмөт өҙҙөм. Ул ваҡытта тегеүселәр курсын бөтөрөп, Мәләүез ҡалаһындағы көнкүреш йортонда эшләй башлағайным. Бер көндө эштән ҡайтып килһәм, дөйөм ятаҡ ишеге янында Вилдан ултыра. Йүгереп барып ҡосаҡлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Икенсегә генә күрештек тип торманым инде. Ниңә хат яҙманың, тигәнемә:

– Яратмайым ҡулыма ручка тотоп ултырырға. Әрмелә лә әсәйҙәргә онотҡанда бер яҙа инем, – тине.

Ике йыл тирәһе шулай осрашып йөрөнөк тә ҡауышып ҡуйҙыҡ. Ул район үҙәгендә шофер булып эшләй ине. Ауылда йорт төҙөй башлаған булған. Туйҙан һуң шуны бөтөрөп, рәхәтләнеп кенә йәшәй башлағайныҡ, беҙҙе ҡалдырып китте лә барҙы...

Күҙҙәре йәшкә тулған ҡатынды нисек йыуатырға белмәй, һүҙ менән әүрәтергә булдым:

– Шулай ҙа һеҙ бәхетле ҡатын: улығыҙ ҡалған. Күңел йыуатырлыҡ кешегеҙ бар. Ҡәйнәң өсөн дә өҙөлөп тораһығыҙ, тимәк, бик арыу кеше инде... Ә бөгөн туғандарығыҙға барғайнығыҙмы?

– Эйе. Инәйемдең хәле бик шәптән түгел. 84 йәшен тултыра бит. Гел ҡыҙы аша: “Нәүфилә килеп китһен инде”, – тип сәләм ебәрә ине. Бөгөн хәлен белешәйем тип таң менән юлға сығып киттем. Ә ҡәйнәм, ысынлап та, мирауай кеше. Әллә үҙем иртә етем ҡалғанғамы, әллә һәйбәт кеше булғанғамы, уны тәүге көндән үк үҙ иттем дә ҡуйҙым. Үҙе лә, балам, тип кенә тора. Белмәгән эштәрҙе лә сабыр ғына өйрәтте, илап ултырғанымда ла түҙҙе. Ә Робертты тулыһынса ул үҫтереште. Шуғалыр инде улым, шылтыратһа, иң тәүҙә: “Өләсәй ни хәлдә?” – тип һорай. Әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәп ятабыҙ, Аллаһҡа шөкөр. Араға дошман һүҙе инмәһен, тип теләп кенә торам... – Был ваҡытта беҙ Аҙнабай ауылына килеп ингәйнек инде. – Анау йәшел ҡапҡалы йорт беҙҙеке, – юлдашым һүҙен бүлеп, юл өйрәтергә тотондо.

Беҙ барып етеүгә ҡапҡа асылып китте лә ҡаҡса ғына әбей күренде. Һаулыҡ һорашып ҡына китергә була машинанан төшөүемә, ул мине өйгә әйҙүкләй башланы:

– Рәхмәт, балаҡайым, имен юлдар, һаулыҡ насип булһын үҙеңә. Изгелекле кеше юлдаш булһын, тип доғалар ҡылып алғайным, бына бит, Аллаһы Тәғәләнең амин тигән сағына тура килгән. Укол һалыр ваҡыт етә, Нәүфилә ҡайтыр инде, тип ашымды ҡайнатып ҡына сығарғайным. Әйҙә, һеҙ ҙә инегеҙ, буш ебәрмәйек.

– Һеңлем, был яғына район үҙәгенә 15 минутта барып етәһең. Сәй эсеп өлгөрәһегеҙ бит, инегеҙ, – тип юлдашым да өйгә ҡыҫтаны. – Ҡәйнәм менән яҡындан танышырһың, аралашыуға ихлас кеше ул.

Сәй эскән арала Гөлфара әбейҙең дә хәл-әхүәлен һорашып алдым:

– Инәй, башҡа балаларығыҙ ҡайҙа тора?

– Ҡыҙым күрше ауылда йәшәй. Тик мәктәп ябылғас, район үҙәгенә йөрөп эшләй. Ике улым Салауат ҡалаһында төпләнде. Шөкөр, һәр береһе ғаиләле, өйлө булып йәшәп ята. Вилданым ғына бик йәшләй, 30 йәше тулыр-тулмаҫтан, мәрхүм булды. Ирем дә 55-тә йөрәк ауырыуынан китеп барҙы. Шуға килендең ҡайғы-һағышын үҙемдекеләй күреп ҡабул итәм. Яңғыҙ ҡалыуҙары ауыр ул...

– Ә һоратыусылар булманымы?

– Булды, булмаған ҡайҙа. Үҙе сибәр, үҙе уңған. Берәүгә барып та ҡарағайны, уңманы. Барып, тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ, үҙебеҙ димләгәйнек. Мәңге яңғыҙ булмаҫһың, балаң бәләкәй саҡта тиҙерәк өйрәнер, тип күрше ауылда йәшәгән нәҫел тейешле кешеләрҙең улы Ильяс алам, тип килгәйне, үҙем өгөтләнем. Һыйыр малы, өс баш һарыҡ биреп, оҙатып ҡалдым. Йәшәп киттеләр, ейәнемде анда-бында күрергә барып йөрөйөм. Килен сабыр бит ул, бер генә лә зарланмай. Йәшәүҙәре әҙәмсә, тип шатланып йөрөгән булам. Шунан кеше араһында: “Нәүфиләне Ильяс көнләшә, туҡмай икән. Һуңғы арала йыш эсә”, – тигән һүҙ таралды. Тыңлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, бер барғанда аулаҡ тап итеп, килендән һораша башланым.

– Айыҡ саҡта һин дә мин ул, ә эсһә, ауылдағы барлыҡ ирҙе миңә ҡушып бөтә. Әллә ниндәй көнләшә торған холҡо бар, аңламайым, – ти.

– Ҡул күтәрәме?

– Эйе, һуңғы арала күҙенә аҡ-ҡара күренмәй.

Ҡайтҡас, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм дә, бер көн машина яллап киттем тағы күрше ауылға. Шәп сағым ине, ишекте тибеп асып индем. Ильяс сәй эсеп ултыра. Әйткәнде аңларлыҡ, айныҡ.

– Мин бынамын тигән киленемде кешесә йәшәһен тип һиңә кәләшлеккә димләнем. Ҡәҙерен белмәгән эт икәнһең! Етем бала, барыр урыны юҡ, тип үҙеңсә әллә кем булып йөрөйһөңдөр. Тик мин уны кеше типкеһендә йөрөтөргә йыйынмайым. Кире үҙемә алып ҡайтам, ә һин башҡаса ауылға аяҡ баҫаһы булма! Килен, кейемдәреңде генә ал да, әйҙә, ҡайтабыҙ. Ҡәҙерле баламдың ҡәҙерлеләрен бында ҡәҙерһеҙләтеп йәшәтмәйем! Биреп ебәргән малымды ла кире һорамайым, хәйер булһын. Нәҫел данын һатыусы алкаш! – тип ҡысҡырҙым. Киленкәйем шатлана-шатлана йыйынды ла, ейәнем Робертты етәкләп, машинаға сығып та ултырҙы. Күңеле лә ятмағандыр инде, яратһа, ул тиклем миңә ҡайтырға ашҡынмаҫ ине.

Шулай итеп, өс йылдан Нәүфилә ҡабат бында ҡайтты. “Вилдан эшләгән йортта үҙ балаһы йәшәргә тейеш!” – тип балаларҙы ла тыйып ҡуйҙым. Улар мал өсөн талаша торған кешеләр түгел, шулай ҙа донъя хәлен белеп булмай. Документтарҙы юллап, рәсмиләштерҙем. Ильяс күптән икенсегә өйләнеп, һәүетемсә донъя көтөп ята. Әммә әсе теленең сәләмдәре анда-бында килеп етә. “Үҙенә ҡоллоҡҡа алып ҡайтып китте инде. Үҙ балалары ҡарамағас, киленен егә”, – ти икән. Ярай, ямандарҙың ауыҙын ябып булмай ул. Намыҫ ҡушҡанса, күңелең теләгәнсә йәшәргә кәрәк. Етеш әле, ҡыҙым, бына сәйеңә ҡайнатма, күмәс ҡушып эс... – Гөлфара инәй килененең яҙмышын бәйән итте лә ҡыҫтап-ҡыҫтап сәй эсерергә тотондо.

Район үҙәгенән кире ҡайтҡан саҡта Аҙнабай ауылы сатынан яй ғына үтеп киттем. Йәшел ҡапҡалы йорттағы әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәгән ҡәйнә менән килендең һоҡланғыс мөнәсәбәтенең бер остоғо күңел түрен һаман йылыта ине...

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: