Все новости
Литература
20 Мая , 18:00

Мажаралы юлдар буйлап (хәтернамә)

Магазинға сыҡҡайным. Мәктәп эргәһенән уҙып барам. Ана, мәктәп алдына бер автобус килеп туҡтап әле генә дәрестән сыҡҡан уҡыусыларҙы ултыртып алды ла, ҡуҙғалып та китте. Бер ун, ун биш минуттан был балалар үҙ ауылдарына ҡайтып та етәсәктәр. Балаларға хәйерле юлдар теләп автобус артынан ҡарап тороп ҡалдым, ә уйҙар мине бала саҡҡа, мәктәп йылдарына алып китте.Беҙҙең заманда бындай комфортабельный автобустар ҙа, әлегеләй асфальт юлдар ҙа юҡ ине. Үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күреп Бирҙеғол менән Татлы араһындағы ун ике саҡырымлыҡ юлды ҡышын да, яҙын-көҙөн дә йәйәү тәпәнләй торғайныҡ. Юл аҙабы - гүр ғазабы, тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Әле лә бөгөнгөләй хәтеремдә...

Мажаралы юлдар буйлап (хәтернамә)
Мажаралы юлдар буйлап (хәтернамә)

Синыфташтарым менән күмәкләшеп ауылға ялға ҡайтып барабыҙ. Яҙғы сплав ваҡыты булғанға күпергә бүрәнә эләгеп, йәки боҙ тығылып тормаһын өсөн аҫылмалы баҫманың таҡталарын сисеп алғандар. Күпергә тиклем килеп еткәс, Татлыға кире китке килмәй. Нимә эшләргә? Күперҙән ике ярға тартып нығытып ҡуйылған дүрт трост ҡына тороп ҡалған. Хәйер, өҫкө трост менән аҫҡыһы метр - метр ярым ара ҡалдырып ҡалын ғына тимер сымдар менән тоташтырылған.

Күмәкләшеп дүрт тростан ғына торған күпер эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Ни эшләргә белмәй ажғырып ағып ятҡан Инйәргә ҡарап бер аҙ аптырашып ҡарап тора бирҙек тә, күп уйлап тормайынса, шул трост буйлап берәмләшеп кенә Инйәр аша сығырға булдыҡ. Аҫҡы трост буйлап аяҡтарҙы әкрен генә шылдырып атлайбыҙ, өҫкө тростан ҡулдар әкрен генә алға шыуыша, ә аҫҡы тимер арҡандың береһенән итектәрҙең үксәһен күтәрмәй генә аяҡтарҙы шылдырабыҙ. Аҫта Инйәр ҡайнап ятамы ни! Шул саҡ ҡасандыр өләсәйем һөйләгән ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер "сират күпере" күҙ алдыма килеп баҫҡандай булды. Тик беҙ үткән күпер аҫтында тамуҡ уты урынына эре - эре боҙҙар, бер - береһенә бәрелә - һуғыла һыу өҫтөнә һыймай эркелешеп бүрәнәләр аға. Аҫҡа оҙағыраҡ ҡарап торһаң башың әйләнеп боҙло һыуға барып төшөүең дә бар. Йәнде усҡа тотоп булһа ла, барыбыҙ ҙа йылға аша сыға алдыҡ.

Татлы менән Бирҙеғол араһын күп тапаһаҡ та, юл аҙабының, ысынлап та гүр ғазабы икәнен миңә ике тапҡыр үҙ иңемдә татырға тура килде. Беренсеһе канат буйлап Инйәр аша сығыу булһа, икенсеһе - ауылға ҡайтып еттем тигәндә, Инйәр менән Һаҡатҡаҙы араһындағы тыуышты (боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыуҙы) сыға алмай ҡаңғырыу булғандыр.

Әхирәтем Рәсимә менән ауылға ҡайтып барабыҙ. Мин быйма, Рәсимә итек кейгән. Көн ныҡ һыуыҡ булғанғамы, тыуыш өҫтөнән ап - аҡ томандай булып пар күтәрелә. Ауылға килеп еткәс, кире китеп булмай бит инде. Рәсимә итек менән булғас, мине йөкләп кенә алып сыҡмаҡсы булғайны, тик тыуыш тәрән булғанғамы ул тубығына тиклем һыуға батты. Шунан быйма менән булһам да, мине төшөр, икәүләп етәкләшеп атлап ҡарайыҡ, бәлки, был ҡәһәрле ерҙән тиҙрәк сығып китә алырбыҙ, тиһәм дә әллә ни ҡыйрата алманыҡ. Ул батһа мин тартып сығарам, мин батһам Рәсимә мине тартып сығара. Бер урындан китә алмай тик торабыҙ. Етмәһә ҡараңғы төшөп килә. Рәсимәгә өндәшмәй генә, нисек булһа ла ҡараңғы төшкәнсә зыярат эргәһенән китергә кәрәк ине тип уйлап ҡуйҙым. Шунан аптырауҙың сигенә сығыуҙан, өҫтәге пальтомды сисеп боҙ өҫтөнә һалдым да шуның өҫтөнән атлап киттем. Рәсимә лә минең арттан эйәрҙе. Пальто өҫтөнән боҙға төшөп баҫабыҙ ҙа уны яңынан алға ташлайбыҙ. Ул саҡта шул һыуланып туңған пальтом беҙҙе Әжәлдән ҡотҡарырға була таҡтаға әйләндеме ни! Тыуышты сығып күпергә еткәс, боҙланып ҡатҡан пальтомды өҫкә кейеп алдым. Төймәләрен генә эләктереп булманы. Бармаҡтар ҙа өшөгән, төймәне эләктерә торған тишектәр ҙә туңып бөтәшкән ине. Быйма эсенә лә һыу тулған. Шул рәүешле туңып ҡатҡан салғыйҙарҙы ҡанаттай йәйеп, шорҡолдата баҫып өйгә ҡайтып ингәс, әсәйемдең ҡото осто. Быймаларымды көскә һалдырып алды ла тройной одеколон менән аяҡтарымды ыуа башланы. Өшөп, туңып йөрөп бешегеп бөткәнбеҙҙер ахыры.Тыуышты сығып китә алмай бер сәғәт ярымдай ҡаңғырһаҡ та ул саҡта беҙгә сир фәлән теймәне. Иртән йоҡонан тороуға пальто ла, быймалар ҙа кипкәйне. Төштән һуң тағы ла Татлыға сығып киттек. Был юлы тыуышты икенсе яҡтан урап үттек.


Бала саҡтың хәтирәһен
Күңел шундай һағынған.
Сетерекле хәлдәрҙән дә
Сығыр юлды табылған.

Беҙ, Бөйөк Еңеүҙән һуң биш йыл үтеп алтынсы йыл киткәндән һуң тыуғанбыҙ. Шунлыҡтан өҫтә лә артыҡ кейем булманы. Физкультура дәресе булған көндө мәктәпкә салбар өҫтөнән күлдәк кейеп бара торғайныҡ. Ятаҡта ла, мәктәптә лә сисенеп кейенә һалырға айырым раздевалка тигән бүлмә булманы. Физкультура дәресе алдынан тәнәфес ваҡытында бәҙрәфкә барып тиҙ генә күлдәктәребеҙҙе салбар эсенә тығып ала инек. Итәктәребеҙҙе йәшереп өлгөрмәһәк уҡытыусыбыҙ:


    - Форма кеймәй килгәнһең,"кол", - тип журналға оло итеп берле ҡуйыр ине. Тик ул "кол" һуңынан дүртлегәме, йә булмаһа бишлегә әйләнә ине. Сөнки беҙ уҡыған саҡта ГТО-нан норматив тигән нәмә булды. Бөтәбеҙ ҙә шул норманы үтәп, ГТО значогын тағып йөрөй торғайныҡ. Мин магазиндән алыр әйберҙәремде алып бөттөм дә ҡайтыу яғына ыңғайланым. Ана, балаларҙы алып киткән автобус эргәмдән уҙып бара. Тимәк, мин әйбер алып йөрөгән арала балалар өйҙәренә ҡайтып та еткәндәр. Хәҙерге балалар беҙгә ҡарағанда бәхетлерәктәр. Шул бәхеттәренең ҡәҙерен белеп яҡшы итеп уҡып, тәүфиҡлы булып үҫһендәр ҙә, донъялар имен булһын инде.


Бала саҡта юлдарымда
Мажаралар ныҡ күп булған.
Хәтер ебен һүтә - һүтә
Ҡайтып киләм таҡыр юлдан.

Рәфиға Ғәлиуллина (Белорет районы).

Иҙел башы яҙыусылар берләшмәһе төркөмөнән алынды (https://vk.com/club104524676)

Фото: Интернеттан

 

Автор:
Читайте нас: