Все новости
Литература
18 Февраля 2023, 13:19

Хаталар өҫтөндә эш (хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллина.

Хаталар өҫтөндә эш (хикәйә)
Хаталар өҫтөндә эш (хикәйә)

  - Бейем, йоҡлаған баланы ниңә бәүетәһең? Бер бәүетеүгә өйрәнһә, үҙеңә ауыр булыр бит, үҙең дә ятып ял итеп ал бала йоҡоһонда, мин фитнес залына барып шөғөлләнеп ҡайтам.
Телефондан туғандары бергә йыйылып төшкән фотоға ҡарап онотолоп уйҙарына батҡан икән Нурзилә, шым ғына килеп, һаҡ ҡына яурынына ҡағылған килененең тауышына тертләп йөрәге ҡабынды.
 Кескәй ҡыҙына һөйөү наҙы менән тулы күҙ ҡарашын ташлаған килене, ыҡсым кәүҙәһенә килешеп торған спорт костюмы өҫтөнән ҡиммәтле тунын һалып, ишеккә йүнәлде.
 Тертләгәнлектән тулаған йөрәген тыңлап, ултырған ерендә һиҙелер-һиҙелмәҫ бәүелгән Нурзилә уны ҡараштары менән генә оҙатып ҡалды.
-Мин ҡәйнәм тип өндәшер инемме икән, беҙҙә ирҙең әсәһен ҡәйнә тиҙәр...
 Бик кәрәккәндә генә, тыныс тауыш менән һүҙ ҡушҡан бейеменә килене өйрәнеп килә, ни тиһәң дә уртаҡ борсолоу, уртаҡ мәшәҡәттәр берләштерә.

 Өйҙә ялҡып та китәлер йәш кеше, бындағы мөхиткә яраҡлашырға тырыша, улы СВО-нан әйләнеп ҡайтыуын тоғролоҡ менән көтөүөнә иманы камил Нурзиләнең, аҡыллы бала. Ә бына Нурзилә өйрәнә алмай, тыуған яҡтарын һағына, күңеле менән Башҡорт иленә ашҡына.
Алыҫ Камчатка утрауҙарына сәселгән икән Нурзиләнең ейер ризығы, улының балаларын көтөргә ярҙамлашыр өсөн сакыртып алдылар, улы ил ҡушыуы буйынса яу ҡырына ашыҡты.
  Ейәнен балалар баҡсаһына йөрөтә, ике айлыҡ бәләкәс ҡыҙҙарын ҡалдырып килене сығып йөрөй алмай. Йәшәгән хәрби ҡаласыҡтарында тын ғына ерҙең сайҡалыуы һиҙелә, тәүҙәрәк Нурзилә баш әйләнеүенә, йөрәге тулауына, ҡолағы шаулауына һиҫкәнһә, хәҙер өйрәнеп килә, күнде, балаларын ташлап ҡайҙа ҡасһын.
 Берҙән-бер улы өсөн йөрәге һыҙлай, беҙҙә һуғыш юҡ, тыныс урындабыҙ, тигән шылтыратыуҙары бары йыуатыу һүҙҙәре икәнлеген һиҙенә. Килене лә улы менән айырым һөйләшеүҙәренән һуң гел күҙҙәре йәшләнә, борсолоуы йөҙөнә сыға.

  Дүрт ай булалыр бында килеүенә, үҙенең СВО-ға юлланырын белгәс, киленен бала табыр алдынан дауаланыр өсөн больницаға урынлаштырғандан һуң, йәһәтләп саҡыртып алды улы.Өйөнән килеп алған таксиға ултырып Өфө аэропортына килеп етеү менән әҙер билет менән самолетҡа ултырҙы, Камчаткала тәғәйен аэропортҡа төшөүҙәренә улы ҡаршыланы.
Күптән күрмәгән өләсәһенән тәүҙә ейәне ятһыраһа ла, тиҙ өйрәнде, үҙ ҡаны. Улы китеүгә килене ейәнсәрен алып ҡайтты, хәҙер дүртәүләп улын көтәләр.
  Яңы тыуған ейәнсәренә ҡараған һайын йәшлек хатаһы иҫенә төшөп йөрәген өйкәй Нурзиләнең, шул хатаны төҙәтмәксе була хәленән килгәнсе, бәпескә бөтә наҙын бирергә тырыша.
  Яңғыҙ улын үгәй атай янында үҫергә мәжбүр итте, сараһыҙлыҡтан. Яҡын күрмәне, яратманы улы ирен, һәр саҡ һуҡмыш, хәшәрәт һүҙле булғанлығын белгәнгә каникулдарында өләсәһе янына ашыҡты, уҡыған саҡтарында мәктәптең спорт залында тотҡарланыр ине.
 Хәрби хеҙмәттән һуң контракт буйынса хеҙмәт итеүгә ҡалғас та иң алыҫ, Камчатка утрауҙарын һайлауының сәбәбен һиҙемләй Нурзилә, нисек тә алыҫыраҡ китергә, һирәгерәк ҡайтырға, уҡыуҙа яҡшы өлгәшһә лә юғары белем алырға мөмкинлеге булманы.
 Шулай булмай, холоҡһоҙ, эскән иренең һәр бәйләнеүе улына барып төртөлә ине, туҡмаманы, теле менән рәнйетте.
  -Уйнаш көсөгө, тыума, һеҙҙе аҫрайым...
 -Әрәмтамаҡтар...
  -Кеше ҡалдығы...
    Эшләне ғүмер буйы ауыл фермерында, эш стажы ғына яҙылмаған.Ире фермала ҡыш малдарын ҡараны, йәй көтөүҙәрен көттө, Нурзилә фермала һыйырҙар һауҙы.
 Йылдар буйы аҡса төҫөн күрмәй йәшәгән ваҡыттары булды, ҡулына аҡса ҡунманы. Үҙҙәренең яңғыҙ һыйырҙары фермер хужалығында йөрөнө. Иренең атаһынан ҡалған кәртә-ҡуралар күптән емерелеп бөткән ине, ағас-таш юҡлығына һылтанып ире яңынан төҙөргә уйламаны ла, Нурзиләнең һыйырынан яҙғыһы килмәне, ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйҙылар, шуның өсөн тигәндәй тирен түкте ауыл байына, иренең эш хаҡы эсеүенән артманы, яҙ себеш өсөн фураж алдылар.
Тулған бәҙрәф соҡорон да үҫмер улы менән соҡорон ҡаҙып, иҫке-моҫҡо таҡталар менән ҡоршап ултырттылар.
Контракт килешеүле улы бер ялында ҡайтып, кәләш әйттереп, үҙе менән хеҙмәт иткән еренә алып китергә ниәтләне, танышҡан-хәбәрләшкән ҡыҙы ла бар икән.
Район мәсетендә бата уҡытҡандан һуң, кафела никах мәжлесе үткәрҙе улы.
Мәжлес алдынан улы Нурзиләгә йәшереп кенә аҡса тотторҙо, белә ине уларҙың аҡсаһы юҡлығын, бүләге менән буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары алдында оятҡа ҡалмаһындар тигәндер, ире бүләк һалыу тураһында уйламаны ла.Оялыуҙан, ғәрләнеүҙән күҙ йәштәренә быуылып күңелендә булған ҡотлау һүҙен дә әйтә алманы, күптәр аңлай ине уның хәлен, тик ҡоҙалар ғына һиҙенә күрмәһен.

 Бүләккә тәғәйенләнгән ҙур ғына сумма аҡса һүҙен ишетеүгә үк ҡыҙарынып-буҙарынып ултырған ире, ҡайтып инеү менән араҡы таптырып боларҙы. Онтарын онтап, емеререн емереп арығас, эсергә сығып китте. Араҡыһыҙ табынды нисек кенә хурламаны, ҡабул итә алманы айныҡ никах туйын, туйҙың дауамы булған эскелек аҙна-ун көнгә һуҙылды.
Түҙҙе һаман да Нурзилә, түҙмәй ҡайҙа барһын, барыр ере, батыр күле юҡ. Алыҫ Камчатка утрауына юлға сыҡҡан улы менән килененә аҡ бәхеттәр теләне, матур тормош юраны. Ә үҙенең ауыр яҙмышын йәшлектәге хаталары өсөн түләү кеүек ҡабул итте.

***

  Ауылда урта мәктәпте бөтөргәс синыфташ ҡыҙы менән яҡындағы ҡалаға һөнәр биреү училищеһына уҡырға инделәр. Күп тә үтмәй бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙ бүлмәләрендә тыуған көнөн үткәрҙе.Эске табыны, ҡыҙҙар өҫтәленә егеттәр ҡушылды, араҡынан һуң күңеле болғанған Нурзилә коридор осондағы бәҙрәфкә йүгерҙе. Артынан күҙәтеп ингән ят егеткә уҡшып хәле бөткән Нурзиләне күтәреп үҙҙәренең бүлмәһенә индереү ауыр булманы, ҡыҙ сибек кәүҙәле, ябыҡ, еңел ине.
 Үҙҙәренең бүлмәһендә табын ҡорған ҡыҙҙар уның юҡлығын һиҙмәнеләр ҙә, бәлки ҡыуанғандарҙыр  ҙа буш карауат булыуына.
 Иртәнсәк аяҡтарын көскә шылдырып, биленән ҡуҙғала ла алмаған Нурзилә ингәс тә тәпәрләнеп бөткән үҙенең карауатына ауҙы.Үҙен сәйнәлеп ташланған сепрәктәй хис итә, һаһыҡ еҫ, ҡоҫҡолоҡ, араҡы еҫе бүлмәне тултырған, өҫтәлде йыйыштырыусы ла табылмаған.
  Ул көндө дәрескә бара алманы, бүлмәләш ҡыҙҙары ла көнө буйы йоҡланылар, кис кенә тороп үҙҙәрен тәртипкә килтерергә тырышһалар ҙа Нурзилә үҙенең ғүмергә йыуып бөтә алмаҫлыҡ гонаһ эшләгәнен йәне-тәне менән тойҙо, күҙ йәштәре менән йыуһа ла юйылмаҫлыҡ хата.
Күп тә үтмәй ауырға ҡалғанын белде, егет йылмаңлап үҙенә яҡын юларға теләһә лә ҡаты торҙо, ә ауырға ҡалғанын белдергәс бүтәнсә янынан уҙғанда әйләнеп тә ҡараманы. Үҙенең ғәйебен кәметергә теләгәнгәлер, Нурзиләнең өҫтөнә ғәйбәт һүҙҙәрен өйҙө, имеш бер уның менән генә йоҡламаған, күптәр менән йөрөй икән.
Үҙенә һүҙ ҡушҡандарға, серле йылмайыуҙар бүләк иткәндәргә, яңылыштан ҡағылып үткәндәргә ихтибар итмәне. Уны хафаға һалып ҡорһағы үҫкәндән үҫте, ауылына һуңғы айҙарҙа ҡайтмаһа ла уның хәлен өйҙәгеләр һиҙенделәр.
Яҙ ауылына ҡайтҡас күп тә үтмәй улы тыуҙы. Ата-әсәһе эстән янһалар ҙа, Нурзиләне ситкә тибәрмәнеләр, малайын үҫтерештеләр, әммә уҡыуын артабан дауам итә алманы.
Бәләкәйҙән үк йомшаҡ күңелле, тыныс, кеше менән аҙ аралашыусан булған Нурзилә улы тыуғас үҙ үҙенә бөтөнләй бикләнде.Ата-әсәһенә эшкә тилберлеге менән ярарға тырышты, уларға ауыр икәнлеген белгәнлектән нисек тә хәлдәрен еңеләйтергә уйланы, иләне, бәйләне, йыуҙы, йышты, тиңдәштәре менән йыйылышып йөрөмәне, үҙен кемгәлер димләүселәргә ыңғай яуап бирмәне, ирҙәргә ҡарата ытырғаныу, ерәнеү тойғоһо ҡалған ине. Үҙен көсләүсене оноторға теләһә лә төштәренә инеп йөрәк яраһын ҡуҙғытты.Көсләнеме ул, әллә беренсе тапҡыр эскән араҡы шауҡымынан иҫергән Нурзиләне оятһыҙ файҙаландымы, артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтә алманы үҙе лә.
Улын беренсе синыфҡа уҡырға бирергә йыйынғанда атаһы ҡапыл ауырып мәрхүм булды. Моңайып ҡалған әсәһен йыуатыр көсө юҡ ине Нурзиләнең, бар ҡайғыһын әсәһе ейәненә баҫҡандыр, һәр саҡ уны эйәртеп йөрөр булды.
 Беренсе сентябрь улын мәктәпкә әҙерләгәндә килер көн тағы бер  һынау әҙергәндер тип уйламаны Нурзилә. Үҙе менән булған хаталарҙан һуң һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабырға ниәтләгәйне лә.
 Беренсе тапҡыр мәктәпкә балаларының аяҡ баҫыуын билгеләү йолаһы бар икән, кискә малдарҙы ҡаршылағас бер ғаиләнең йортона йыйылдылар, Нурзиләне лә саҡырҙылар, танышып, аралашып артабан бергәләп балаларын уҡытырҙар, ауыр саҡта бер- береһенә ярҙам ҡулын һуҙырҙар.
Әлеге эскелек... Уның уңышына, быныһының хөрмәтенә күтәргән Нурзилә иртәрәк ҡайтырға сыҡты. Юлында осраған йәш ауылдашы уны һөйләндереп күңелен күрҙе, маҡтаны, ҙурланы, урам эскәмейәләрендә ултырып торорға күндерҙе, һәм үҙенең теләгенә иреште. Уның да яратылып йәшәргә, бәхетле ғаилә ҡорорға хоҡуғы булырға тейештер ҙә...Ризалашты. Оҙаҡламай ҡырға эшкә киткән егет уны онотҡандыр ҙа, Нурзиләгә ул хәлде оноторға теләһә лә буйға уҙғанлығы оноторға ирек бирмәне.Әсәһе уның хәлен һиҙенеп, йөрөмтәл исеме сыҡмаған, эшсәнлеге менән даны таралған ҡыҙын ҡурсалап егеттең әсәһе менән һөйләшеп ҡарарға ниәт итте, бәлки никах уҡытырға ризалашыр.Ник тыуҙымға ҡалғандыр әсәһе, өҫтөнә ябырылған нахаҡ һүҙҙәрҙән өйҙәренә көскә ҡайтып йығылды, шул көсөргәнешлектән мейеһенә ҡан һауып ҡаты ауырыуға һабышты.
-Белгән Нурзилә ир менән йоҡлағандан һуң бала тыуасағын, уға 16, хатта 18 йәш тә түгел, үҙ ирке менән аҫтына инеп ятҡан,үҙе теләгән, һеҙ мине балама тағы өҫтәп уйнаштан тыуған беренсе улын да тағырға уйлайһығыҙмы, килеп сыҡмаҫ!
Ауырыу әсәһен тәрбиәләп, һәүетемсә йәшәгәндә өҫтәүенә күҙ терәп торған һыйырҙары ҡазаланып, малһыҙ ҡалдылар. Ҡорһағындағы йән кергән балаһы өсөн дә ҡайғырып, үҫеп килгән улын дә уйлап, көндән-көн насарланған әсәһенә ярҙам итә алмағанлыҡтан, Нурзилә юғалып ҡалды. Нишләргә, ауыр уйҙарға батып кемдеңдер кәңәше менән йән ингән балаһын ваҡытынан алда яһалма тыуҙырыу юлы менән һәләк итергә больницаға юлланды.
 Ҡатын-ҡыҙҙар табибы бүлмәһе ҡаршыһында күҙ йәштәренә быуылып үҙ сиратын көткән Нурзиләгә үтеп барыусы табип иғтибар бүлде. Хәлен һорашып, уның ниңә килгәнлеген белеште, кемдер менән кәңәшләште, үҙе менән бергә йөрөтөп күп һанлы тикшереүҙәрҙе үтергә ярҙамлашты. Ниндәйҙер анализдары әҙер булмағанлыҡтан, эш сәғәтенең һуңында үҙҙәренә алып ҡайтты.
 Бай, етеш йәшәгәндәре күренеп тора, иркен йорт, күркәм хужалыҡ, балалары юҡ. Әгәр Нурзилә балаһын алдырмаһа, ваҡыты еткәнсә үҙҙәрендә йәшәтәсәктәр, бәпесен уларға уллыҡҡа ҡалдырыу шарты менән. Ә әлегә уйланыр өсөн ваҡыт бар, уны больницаға урынлаштырырҙар, тейешле тикшеренеүҙәрҙе үтер.
 Күп уйланғандан һуң сараһыҙҙан риза булды Нурзилә, ике баланы яңғыҙы күтәрә алмаясаҡ, үҙ балаһын үлтереүсе булғыһы ла килмәй, артабан бындай йөк менән нисек йәшәр.
 Күпме саҡырһалар ҙа, тыуасаҡ балаһын алырға теләгән ғаиләнең өйөнә йәшәргә барманы, больницала ҡалдырыуҙарын үтенде.
 Ниҙәр кисергәндәрен бары үҙе генә белә, өйҙә ҡалған улын һағынды, тыуасаҡ балаһын уйлап өҙгөләнде, йөрәгенең яныуына сыҙай алмай кистәрен яҡындағы урманға инеп ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы, йәненең әрнеүенә сыҙай алмай крандан аҡҡан һалҡын һыуға башын тотоп торор булды, әммә юғалтыуһыҙ сығыу юлын тапманы. Ҡотолғоһоҙ көткән көн етте, бәпесе тыуғас та уларҙы айырҙылар.
.Ауылға тура ҡайта алманы, һағышынан аҡылдан яҙыр сиккә еткәйне, ҡалаға барып эш белеште, йәшәр өсөн урын эҙләне. Әммә үҙенә йәшәр өсөн фатир тапһа ла, бала менән берәү ҙә өйөндә йәшәтергә теләмәне.
Үҙе менән бер урында эшләгән ир Нурзиләнең балаһы өсөн зарығыуын күреп, үҙе менән ауылда йәшәргә тәҡдим яһаны, әсәһе күптән түгел мәрхүм булған, өйө бар, ауылда эш табыла теләгәндәргә. Улы менән бергә йәшәр өсөн генә ризалашты яңғыҙ ҡатын, ауылдан улын килтерҙеләр, фермала һыйырҙар һауа башланы, ире мал ҡараны. Әммә бергә тормош ҡорорға теләгән ирҙе, туғандары эшлектән сыҡҡас кодировкаға алып барып, ҡалала эшкә урынлаштырғандар булып сыҡты. Нурзиләнең ирекһеҙҙән үҙе менән йәшәүен, күңеле иремәүен күтәрә алманы,  һөйөүен дә яуларға тырышманы, эскелеккә бирелде.Нурзилә өсөн ир булманы, тәненә, йәненә сир булып йәбеште, улын яҡын күрмәне, улы ла унан ситләште, ҡурҡты. Ошоғаса әсәһе тәрбиәһендә йәшәгән иргә эшкә талымһыҙ, өнһөҙ-тынһыҙ Нурзилә уға бик ҡулай ҡатын булды. Ғүмер буйы уйнашлыҡта ғәйепләне, ирһеҙ бала тапҡанлығынан мыҫҡылланы, уртаҡ балалары булманы.
Больницала йәне һыҡраныуына түҙә алмаған Нурзилә балаһын ҡалдырған табип ҡатындан үҙенең башҡаса балаһы булмау сараһын күреүҙе үтенгәйне. Ул үҙ сиратында таныш гинекологтар менән һөйләшеп, бала тыуғандан һуң Нурзиләнең ризалығы менән спираль ҡуйҙылар.
    Мең рәхмәттәр әйтте бының өсөн табиптарға һуңынан, эскән ирҙән бала табырға йыйынмай ине, һәр саҡ аяҡҡа баҫыу менән сит-яттарға ҡалдырған ҡыҙын барып алыу тураһында хыялланды. Тик уңай мәле генә булманы, тормошо алға ыңғайламаны, улына йәшәр урыны булһын өсөн генә түҙә ине өйҙәш иргә. Әсәһе күптән мәрхүмә, ауыл таралды, атай йортон ағалары һатып ҡуйҙы.

***
 Улы өйләнеп алыҫ Камчатка утрауына китһә лә ярҙамынан ташламаны, аҡсаһын, посылка-бандеролдәрен ебәрә ине. Ҡайтҡан ваҡыттарында ғына килене оҙаҡҡа эскән холоҡһоҙ үгәй ҡайны янында йәшәгеһе килмәне, улын әсәләре яғына тартты. Һуңғы килеүендә, кеше яллап, улы балсыҡ ташытып нигеҙҙәрен күмдерҙе, түбә тупрағын өҫтәнеләр, стеналағы обойҙар яңыртылды.Иҙәнгә матур линолеум түшәлде, Нурзиләгә йәшәү көсө өҫтәлгәндәй булды. Кеше ауырлыҡҡа түҙһә лә, рәхәтлеккә сыҙай алмайҙыр, иренең эшен ташлап ныҡлап эсә башлауы эҙһеҙ үтмәне, әшнәләрендә эсеп, ҡайтмай йоҡлағанында үлеп ятҡан, сифатһыҙ фанфурик ғәләмәте.
Тиҫтәләгән йылдар бергә ғүмер иткән, ауыр саҡта йәшәргә мөйөш биреп, балаһын һыйындырған иренә рәхмәтле ине, тәрбиәләп һуңғы юлына оҙатты. Улы ҡайта алманы, ерләргә, кәртәләүгә, мәрмәр таҡтаташ өсөн аҡса ебәрҙе.
Әсәһенең әҙ генә булһа ла күңелен күрер өсөндөр көтмәгәндә улы ҙур бүләк яһаны,  яңы өй йыһаздары килтереп урынлаштырырға район эшҡыуарына заказ яһаған.Иҫке йыһаздарҙы сығарып ташлап, яңыларын урынлаштырып, иҙәнгә матур балаҫтар түшәлгәс, ҡыуанысының сиге булмағандыр, үҙенең бәхетле әсә икәнлеген тойҙо, улы менән ғорурланды.
 Әммә етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай, тигәндәре дөрөҫтөр, уйламағанда СВО тигәндәренә улын саҡырғас, ярҙамға был юлы әсәһен үҙе саҡырҙы, килене икенсегә бәпес көтә. Ҡыуанып ризалашты, ташлап киткән бәләкәс ҡыҙына бирмәгән наҙын ейәнсәренә бирергә тырышты, хәҙер егерме йәштәрҙәге ҡыҙын күҙаллап килененә изгелек эшләргә теләй, ер һелкенеүе тойғанда йыуата, терәк булырға тырыша, үҙенең хафаланыуын белдермәй. Киленендә ҡыҙының йөҙ-салымдарын эҙләне, бәлки ҡыҙы ла кейәүгә лә сыҡҡандыр, ауыр саҡтарында янында ярҙам ҡулы һуҙыусылар бармы, бала мәшәҡәттәренән арығанда йоҡоһо туйғансы йоҡлай аламы?..
 Ейәнсәре ауыҙын сәпелдәтеп имергә таптырғанда, үҙенең бәпесен уйланы, нисек кенә түҙҙе икән әсәйһеҙ. Көтөргә алған әсәһе бәғерһеҙ булманымы икән, атаһы нисек ҡабул иткәндер, үҙенең ире кеүек мәрхәмәтһеҙ эскесе булмағандыр, тип ышанғыһы килә.Нисек булғандыр ташлап киткән ҡыҙының яҙмышы, әсәһенә бәпесен күтәреп ҡайтһа ла ҡыуып сығармаҫ ине, күҙе тереүендә ташламаҫ ине ярҙамынан, улын күтәреште лә хәленән килгәнсе.
 Йәшлек хаталарын төҙәтерлек ни сара бар? Үҙе бисара ғына булһа ла гөнаһы ҙур, балаларына ғына төшә күрмәһен. Бар ышанысы улының яуҙан иҫән-һау ҡайтыуын теләү, алыҫ ерҙә бер тапҡыр ҙа күрмәгән ҡыҙын һағына, бында ҡайғыһы-һағышы бергә буталып яңырҙы.
Нурзиләнең тормошон белгәндәр уны бошмаҫ, ғәмһеҙ ҡатын тип уйлайҙар, өндәшмәҫ, эстәге ялҡынын тышҡа сығармағанға күрәлер. Ни эшләйһең инде, түҙергә тырыша, хистәрен төпкә йәшерә, үҙ тиреһенән кеше үҙе сығып ҡасып китә алмай, күрәсәк тәҡдирен дә үҙе яҙмай, маңлайға яҙылғанды күрәһең инде.
.Уйламағанда телефоны дерелдәне, һирәк шылтыраталар уға, ғүмер буйы әрләнеүҙән, тауыштан йәне биҙерәгәнгәме, ,, вибро" режимына ҡуйған.
 -Әсәй, әсәй, һиңә шылтыратам, киленең ниңәлер телефонын һүндергән. Әгәр минән шылтыратыу оҙаҡлаһа, борсолмағыҙ, беҙ яуға индек.
Улының өҙөк-өҙөк, тын алышын ишеткәс, йөрәге туларға тотондо.
 -Йүгерҙеңме әллә, улым, йыш-йыш тын алаһың?
-Эйе, эйе... Беҙҙе ҡамап алдылар, беҙ бирешмәбеҙ. Әсәй, әсәй, мин һиңә алдан әйтергә теләгәйнем, мин һине үҙемдең командирым менән таныштырырға теләгәйнем, ул да яңғыҙ, отставкаға сығырға тейеш ине. Яҡшы кеше ул, әле беҙ бергә. Минең ярамды бәйләне, мине ҡотҡарҙы, һинең адресыңды, телефоныңды бирҙем, һеҙ осрашырға тейешһегеҙ, ошонан ғына имен ҡотолайыҡ.  Ризалығыңды бир. Һинең дә был тормошта бәхетле булырға хаҡың барҙыр бит. Беҙ бәхетле булырға тейешбеҙҙер бит...
Телефондан шылтыратыу өҙөлдө, әллә Нурзиләнең башы әйләнде, әллә ер тетрәүе тағы ҡабатланды, түбәлә гәлсәр люстралар бәүелде...
   -Балаҡайым, -тип өҙгөләнде Нурзиләнең йөрәге, һин минең тормош хаталарымды төҙәтергә тырышаһың да, үҙең генә хаталана күрмә. Өҫтәүенә, ил түрәләренең дә хаталарын төҙәтер өсөн ыҙа сигәһеңдер инде.
Нурзилә тағы ла ауыр һынауҙан бөгөлөп төштө...

Автор:
Читайте нас: