Все новости
Литература
26 Ноября 2021, 17:15

Ҡәйнәләр (хикәйә)

Ике апайым бар. Икеһенең дә икешәр балаһы: береһенең - ике ул, икенсеһенең улы менән ҡыҙы бар. Бына шулар күптән түгел күҙле-башлы булып, апайҙарым ҡәйнә булды.

Ҡәйнәләр (хикәйә)
Ҡәйнәләр (хикәйә)

Бер шулай аяттан һуң ҡунаҡтар таралышып, самауырҙы ҡайтанан ҡайнатып бер туғандар өҫтәл артына йыйылдыҡ. Был ғәҙәт күптән килә беҙҙең нәҫелдә. Юл алдынан сәй эсеү һымағыраҡ була инде. Аят ашынан туямы ни кеше, еҙнәләр һөйәк мөнйөй, апайҙар тәмләп-тәмләп сәй эсә. Һөйләшеүҙәре бер мәл килен-ҡәйнәләр юҫығынараҡ боролош алды. Ҡәйнә булғандарына яңы ғына, нимә хаҡында һөйләшәләр икән тип ҡолаҡ һалам.
- Киленең иҙән йыуамы? -тип һорай инәйем. Ул да бер йыл самаһы элек тәүгә ҡәйнә булғайны. Тағы ла буй еткергән улы менән ҡыҙын күҙле-башлы итә торғаны бар. Бәләкәс апайым сәйен дәртле һемереп ебәрә:
- Йыуа! Ҡайтһа вис өйҙө таҙалап, йыуып-йышып сыға, ашарына ла бешерә. Әллә ниндәй бәлештәрен, салаттарын эшләп ултыртып ҡуя. Хатта уңдым әле килендең ул яғынан!
Ысынлап та, әҙ ултырыр – күп һынар тигәндәй, бәләкәс килен эшкә шәп беҙҙең, үҙе алсаҡ, илгәҙәк, үҙебеҙҙең Һаҡмар буйы ҡыҙы бит инде ни тиһәң дә.
Һүҙгә оло апайым ҡушыла:
-Ҡуйсәле, килендән эш эшләтеп ултырмайым инде ике ҡулым иҫән саҡта. Ҡайтһалар, мунса инеп, ҡаймаҡ ашап, ял итһендәр тип тырышам. Эш ни, ғүмерҙә лә бөтмәй ул. Мин килендәремә һәйбәт ҡәйнә булам.
Табын артындағылар бер-береһенә ҡарашып, эсеп бөткән сәйҙең төбөн һемереп ҡуйҙылар ҙа, бер тауыштан көлөп ебәрҙеләр. Күңелле булып китте.
- Һин ҡалай ул, һәйбәт ҡәйнә булам тип, отмаҡсыһың, ә?- кесе апайымдың шулай “атака”ға әҙерләнеүе ул, -Анһат, ҡәйнәләргә ярайым тип бер ҡартай, хәҙер килендәргә ярайым тип икенсегә ҡартайыр хәлем юҡ. Әйҙә, улар беҙгә ярарға тырышһын! Ирҡаҙаҡ ҡәйнә менән әллә еңел булған тиһеңме? Минең ирҙе ике бала атаһы булғансы сыбыртҡы менән яра торғайны. Әбейҙән алда торһаң да, һуң торһаң да яманһың. Ул уянмаҫ элек тип тора һалып, һыйырын һауып, малын көтөүгә ҡыуып, һөтөн айыртып, самауырын гөжләтеп ҡайнатып ҡуяһың, и то шунда яманһың. Минән алда тороп, эш күрһәтәм тип йөрөйһөңмө тип аптырата. Шулай тигәс, икенсе көнө был тормайынса атыу тормаҫҡалыр тип, ятам-ятам, торған-сыҡҡан кеше юҡ, һүҙ ишетке килмәй, мин дә ятам. Төшкә тиклем ятҡанбыҙ шулай. Уның күрһәткәндәре, ана, китап яҙырлыҡ. - Минең яҡҡа ымлай үҙе. - Мин насар ҡәйнә булам!
- Ә-ә-әлләәә.... - Оло апайымдың ошолай “ә-ә-әлләәә...” тип һуҙыуында мәғәнә лә бар: үҙенең дә ҡәйнәһе уҫал ғына булды. Шуғалырмы инде, килендәрен үҙенең урынына ҡуйып ҡарап, “һәйбәт ҡәйнә” булырға ҡарар иткәйне...
Был һөйләшеүҙән ике йыллап самаһы үткәс, йәғни, килен-ҡәйнәләр бер аҙ һыналғас, тағы шулай бер табын артында йыйылдыҡ. Һүҙ тағы шул килендәр тураһында барҙы.
-Ҙур килен ғәләмәт иркә булып сыҡты. Эш мәнәһе (эш мәғәнәһе тигәнде беҙҙең яҡта шулай “мәнә” тип “мәғәнә”һен нығытып ебәрәләр) белмәй! Иренең тубығын ҡосаҡлап, ул ятһа, ятып, торһа тороп, етәкләшеп-һөйөшөп тик йөрөйҙәр! Кеше шулай йәшәйҙер шул! Сәй эскәндән һуң сынаяҡтарҙы ла сайып ҡуймай, ҡайҙа унда ашарға бешереү! Бәләкәс килен дә, ауырға ҡалған да, эсен ҡосаҡлап, ҡыл да ҡымғырлатмай! Ана, минең ҡәйнәм һымаҡ эш өҫтөндә йөрөп, бала тапһа нишләр икән? Күҙен дә тырнап аса алмай ултырыр әле! Саҡ ҡына бер нәмә әйтһәң, “Я же беременна” ти ҙә тора, әйтерһең беҙ беременный булмаған! - Оло апайым упсым уҫал ғына икән, әйтһә, әйтә лә ҡуя. Һәйбәт ҡәйнәне боҙған икән был килендәр тип ҡуйҙыҡ, аптырағас.
- Минең килен һаман бала тапмай әле ул. Күпме йөрөргә уйлайҙыр инде, аптыраҡ. Ҡыҫыр булмаһа ярар ине. Килһә, хатта әпәүләп кенә торабыҙ, эш эшләтмәй, ауыр күтәртмәй. Килеүҙәренә мунсаһын әҙерләп, ашын бешереп, тәмле-татлы менән һыйлап ҡәҙер итәһең, ә улар беҙҙе хатта уйламай ҙа. Күрше-тирәләр ҡартатай-ҡәртәсәй булып бөттө, беҙ һаман мәхрүмбеҙ. Кешенән оят. Орлоғо, әйтерһең, Бохарала.- “Насар” ҡәйнә булам тигән апайымдың ауыҙынан бындай хәбәр сыҡҡанға аптырашып, бөтәбеҙ ҙә бер юлы боролоп ҡарай һалдыҡ.
- Нимә тексәйҙегеҙ? Бына ейән-ейәнсәрле генә булайым әле. Күрһәтермен мин уларға ҡалай тәрбиәләргә балаларҙы. - Апайым бер нисә йыл элек әйткән “ уҫал ҡәйнә” һүҙҙәрен, имеш, шулай нығытып ҡуя.
Бер ситтә шым ғына тыңлап ултырған инәйем генә быларҙың һөйләшкәненә үҙенсә һығымта яһай:
- Килен булһаң — ҡәйнәгә ярамаҫһың, ҡәйнә булһаң — киленгә ярамаҫһың. - Һәр һүҙҙе үлсәп, абруйын белеп кенә һөйләгән инәйем балғалағы менән балан ҡайнатмаһын мул итеп алып, мәтрүшкәле сәйен һемерә-һемерә бәләкәй апайыма ымлай: - Ҡыҙың килен булғас, аңларһың. Эштән ҡулығыҙ өҙөләме әллә? Иҫән саҡта, бына, үҙем йөрөйөм әле, шөкөр. Йыумағаным иҙән дә, ҡоймағаным ҡоймаҡмы? Ана, үҙ йортонда хужа булһындар. Беҙ барғанда өйө таҙа, ашы бағыулы икән –ана шул еткән. Нимә тиҙәр әле? – Инәйем абруй һаҡлап ҡына тотош кәүҙәһе менән оло апайыма борола. - Ҡәйнә кеше — уллы кеше, губернаторға тиң кеше. Гөбөрнатыр булып йәшәй белмәйһеңме әллә?
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор:
Читайте нас: