Все новости
Культура
6 Февраля , 14:45

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға 190 йыл

Юбилейға арналған матбуғат конференцияһы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Рәсәй» медиаүҙәгендә үтте. Һөйләшеүҙә Милли китапхана директоры Айгөл Әминева, китапхананың һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов, бүлек мөдире Заһир Ишкинин һәм Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының Үҙәк район китапханаһы директоры Гөлшат Вафина ҡатнашты.  Улар китапхананың ике быуатлыҡ тарихы, бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, юбилей йылында үтәсәк ваҡиғалар, пландар менән бүлеште.

Фото Г.Рахметовой
Фото Г.Рахметовой

Милли китапхана директоры Айгөл Әминева белдереүенсә, уның тарихы 1836 йылдың 25 мартынан башлана. Был хаҡтағы белешмә Ырымбур өлкә архивында һаҡлана. «Ошо йылдар эсендә бик күп нәмә үҙгәрҙе, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала: беҙ уҡыусыға һәм китапҡа хеҙмәт итәбеҙ», - тине Айгөл Рафаил ҡыҙы. Бөгөнгө көндә китапханала 20 телдә 3,5 миллион баҫма, 8 миллион электрон баҫма һаҡлана. 2025 йылда китапханаға мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны 60 меңде тәшкил иткән.

Ғалим, доцент, филология фәндәре кандидаты Флүр Шәрифулла улы ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙы. 1836 йылда китапхана фондында 236 баҫма иҫәпләнһә, 1838 йылда уларҙың һаны 494-кә етә. Фондта XVI быуаттарҙа Көнбайыш Европала баҫылған 10-дан артыҡ китап һаҡлана. Шулай уҡ ул китапханала һаҡланған иң боронғо китап тураһында бәйән итте. Ул - 1512 йылда Парижда баҫылған Иоанн Дамаскиндың әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ.

Әйтергә кәрәк, бөгөнгө китапхана ул ҡулға китап алып уҡыу урыны ғына түгел, заманға яраҡлашҡан мәҙәниәт үҙәге лә. Унда белем алыу, файҙалы итеп ваҡыт үткәреү, балаларҙы уҡыуға, белемгә ылыҡтырыу өсөн бөтөн шарттар һәм уңайлыҡтар булдырылған.

Юбилей йылында Милли китапхана оффлайн һәм онлайн саралар үткәрә. Китапхана тарихына арналған китап сығарыу, халыҡ-ара практик конференция үткәреү, тематик конкурстар ойоштороу планлаштырылған. 9-15 февралдә Милли китапханала “Һөйөү менән китап бүләк ит!” Бөтә Рәсәй акцияһы старт ала.

Автор: Гульназ Рахметова
Читайте нас