Все новости
Культура
13 Сентября , 08:22

Милли кейем көнө менән!

Милли кейем байрамы Радий Хәбировтың Указына ярашлы йылына ике тапҡыр уҙғарыла: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Был көндә бөтә республика буйлап төрлө саралар ойошторола: конкурстар, флешмобтар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар һәм башҡалар.

Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!

Халыҡ костюмы — һәр милләттең быуаттар дауамында тупланған баһалап бөткөһөҙ мәҙәни байлығы. Бындай костюм халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренең һәм байрамдарының айырылғыһыҙ атрибуты булып тора, йолаларҙы һаҡлауға булышлыҡ итә.

Башҡорт традицион костюмы башҡа халыҡтың кейемен ҡабатламай. Ул үҙенсәлекле. Башҡорттарҙа, башҡа этностар (мәҫәлән, рус, татар) кеүек үк, традицион костюм булмаған.

Башҡорттарҙың милли костюмы башҡа халыҡтарҙың кейемен ҡабатламай. Ул үҙенсәлекле. Башҡорттарҙа, башҡа этностар кеүек, бар этнографик төркөмдәр өсөн берҙәм традицион кейем булмаған. Силәбе-Ҡурған Урал аръяғы башҡорттарының костюм ансамбле, мәҫәлән, Пермь йәки Һамар-Һарытау башҡорттары кейеменән айырылып торған, тау-урман ырыуы вәкилдәренең кейемдәре дала башҡорттары кейеменә оҡшамаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр төбәктең үҙ костюмы булған.

Милли костюмдар көнө менән, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас: