Все новости
Культура
16 Мая , 23:22

Өфөлә Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале асылды

Бөгөн Өфөлә ГТРК «Башҡортостан» «Рәсәй» медиаүҙәгендә VIII Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестиваленә арналған пресс-конференция үтте. Был сараны мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова асты.

Өфөлә Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале асылды
Өфөлә Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале асылды

–Бөгөн беҙ «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестиваленә старт бирәбеҙ. Фестиваль 16-23 майға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры һәм «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәләрендә үтәсәк. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда беҙҙе берләштергән рухи ептәрҙе ҡәҙерләргә тейешбеҙ. Башҡорт драма театрының фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашҡан «Ҡыҙыл паша» спектакле Кәрим Хәкимовҡа арналған. Ул дуҫлыҡ күперҙәре төҙөй, был дипломатия символы, донъяны барлыҡҡа килтереүсе көс символы. Фестиваль кешеләрҙе берләштергән теманан башлана,- тип белдерҙе ул.

Быйыл фестиваль сиктәрен киңәйтте һәм тәүге тапҡыр «милли театрҙар фестивале» исеме аҫтында уҙғарыла, элек ул «төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине. Фестивалдә 15 спектакль ҡатнаша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының  «Ҡыҙыл паша» спектакле һәм махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә. Конкурс программаһында – Абхазия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Марий Эл, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Тыва, Дағстандан театр коллективтарының спектаклдәре. Кавказ театрҙары тәүге тапҡыр ҡатнаша.

«Туғанлыҡ» фестивален тантаналы асыу сараһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында алдындағы майҙанда үтте. Фестиваль ҡунаҡтарын Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы башланғысы менән ҡабул ителгән указ буйынса “Туғанлыҡ” фестивале өс йыл һайын үткәреләсәк, – тине ул һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡыны.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һәм Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков та фестивалгә сәләмләү хаттарын ебәргәйне.

 Башҡортостандың баш ҡалаһынан «Туғанлыҡ» тип яҙылған тирмә рәүешендәге һигеҙ бүләк лауреаттарға  23 майҙа фестивалде ябыу тантанаһында тапшырыласаҡ. Бүләк Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров тарафынан балсыҡтан эшләнгән. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла фестиваль бренды менән тәрилкәләр аласаҡ.

Автор:Наиля Насырова
Читайте нас: