Культура
12 Апреля 2024, 07:24

ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ

10 апрелдә Арғаяштың 2-се һанлы мәктәбендә Салауат батырҙың тыуыуына 270 йыллығына арналған " Әкиәт илендә" тигән традицион ижад байрамына йомғаҡ яһалды.

ӘКИӘТ ИЛЕНДӘӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ

Байрам кисәһен туған тел уҡытыусыһы Әлиә Һунаршина алып барҙы, мәктәп уҡыусылары тамаша күрһәтте, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын уҡынылар. Яҙыусы һәм ғалим Рәшит Хәкимов, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин "Салауат батыр халыҡ хәтерендә" тигән тема менән сығыш яһанылар. Туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская матур йола буйынса дауам иткән әкиәт конкурсына йомғаҡ яһап,еңеүселәргә Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы. Әйткәндәй, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың Урал ҡаяларына мәңгелек рухи һәйкәл булып баҫыуы әкиәттәр ерлегендә.

ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ
Автор:
Читайте нас