

Экспозияла фоторәссамдар тарафынан төрлө йылдарҙа эшләнгән уникаль, үҙенсәлекле фотоһүрәттәрҙе күрергә мөмкин буласаҡ. Авторҙар төрлө хистәр тыуҙырыу көсөнә эйә булған, тормошобоҙҙың ғәжәйеп мәлен «тотоп» алған кадрҙар эшләүгә өлгәшкән. Улар күтәргән темалар ҡыйыулығы менән хәтерҙә ҡала, донъяуи ҡиммәттәр тураһында уйларға булышлыҡ итә.
Рәйеф Баҙыҡов – Рәсәй фоторәссамдар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемедәге республика, Рәсәй Фоторәссамдар союзының беренсе рәйесе Андрей Баскаков исемендәге «Фотосәнғәткә тоғролоҡ өсөн» Башҡортостан бүлеге премиялары лауреты.
Вячеслав Стрижевский – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәнғәт фәне кандидаты, Башҡортостан Республикаһының рус дәүләт академия һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрҙарының элекке директоры.
Башҡортостан Республикаһы милли музейының матбуғат хеҙмәте.