Авторы - скульптор Хәлит Миңлеғәлиев. Ул Ҡазан ҡалаһындағы В.И.Ленин исемендәге мәҙәниәт - ял комплексы рәссамы.
💥“Атайым Ҡазан ҡалаһында концерт менән сығыш яһағанда, мәҙәниәт һарайының рәссамы менән танышып-һөйләшеп китә һәм уға: “Хәлит, был донъянан китеп барһам, миңә лә берәй бюст эшләрһең” - тип шаярта. Рәссам оҙаҡ уйлап тормай, атайым иҫән сағында уҡ ул бюсты эшләп ҡуя. Әммә атайыма бюсты фотонан ғына күрергә насип булды. Бына, ниһайәт, быйылдан билдәләнә башлаясаҡ профессиональ байрамыбыҙ - Артист көнө алдынан ғәзиз кешемдең һыны уның туған театрына ҡайтты”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров.
🤝Шулай уҡ Азамат Фидан улы әлеге мәлдә Дүртөйлө ҡалаһы мәҙәниәт һарайына Фидан Ғафаровтың исемен биреү буйынса һөйләшеүҙәр барыуы хаҡында ла белдергән.
💥Республиканың төп милли театрына 60 йыл ғүмерен бағышлаған сәхнә легендаһы, миллионлаған тамашасының яратҡан актёры, популяр йырсы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бюсын театр музейында күрергә була.