Все новости
Культура и искусство
10 Ноября 2025, 14:00

Роза Сәхәүетдинованың 70 йыллыҡ ижадына арналған юбилей кисәһе үтте

Бары тик йыр-моңдан торған «Үҙең бүләк» тип исемләнгән концерт  бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

700-ҙән артыҡ музыкаль әҫәр авторы - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр композитор Роза Сәхәүетдинованың 70 йыллыҡ ижадына арналған юбилей кисәһе гөрләп үтте. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы ла, балкон да шығырым тулы. 

Таныш моңдар, куптән инде күңел түрен яулаған йырҙарҙы тыңлап йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә берсә йылмайҙы, берсә моңһоуланды. Бер көнлөк йырҙарҙан туйған тамашасы мәңгелеккә ишек ҡаҡҡан әҫәрҙәрҙе тыңлап кинәнде. Сәхнәнең заманса биҙәлеше, концерттың тик йырҙарҙан ғына тороуы тамашасы күңеленә хуш килде.

Республиканың төрлө ойошмаларында эшләүсе билдәле йырсыларҙы берләштергән концерт бер тында үтте. Сәхнәлә береһенән – береһе моңлораҡ артистар алмашына - Нәзифә Ҡадырова, Азамат Тимеров, Артур Туҡтағолов, Әлфиә Юлсурина, Искәндәр Сөләймәнов, Фәнәүи Сәлихов, Алһыу Бәхтиева, Зөлфиә һәм Алмаз Мирзаяновтар, Светлана Хәкимова, Илһам Вәлиев, Минзифа Исҡужина, «Ант» төркөмө,   

Башҡортостандың халыҡ артисы, сәхнә йондоҙо Нәзифә Ҡадырова Роза Сәхәүетдинованың «Сейәлетау» йырын башҡарғас үҙе лә, тамашасы ла күҙ йәштәрен тыя алманы. Ул коллегаларына: «Бөйөк композиторҙың әҫәрҙәре гел яңғырап торорға һәм йәшәргә тейеш. Әйҙәгеҙ, Роза Хәйҙәр ҡыҙының йырҙарын репертуарға ҡайтарайыҡ», - тип өндәште. Уның фекерен бар йырсылар ҙа ихлас хупланы. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина: «Хәҙер Роза Сәхәүетдинова кеүек моңло йырҙар яҙыусы композиторҙар һирәк» - тине. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов: « Сарала Башҡортостан интеллегенцияһы йыйылған. Тамашасы ошондай концерттарға һыуһаған», - тип тәҫъораттары менән уртаҡлашты.

Байрам сараһында көтөлмәгән асыштар ҙа булды. Кисәне ойоштороусы, Роза Сәхәүетдинованың ҡыҙы медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова башҡарыуында «Ел ҡапҡа» йыры тамашасылар күңеленә хуш килде. Йырлы-моңло кисә БСТ телеканалында 22 ноябрҙә 17 сәғәттә эфирға сыға. 

 

Читайте нас