Иҫемдә, көҙ башында Ейәнсурала булғанда,ихатала ҡып-ҡыҙыл помидорҙарҙың өйөлөп ятыуы! Миңә, "Мәңге йәшел помидорҙар иле" булған — Баймаҡтан килгән егеткә, бик сәйер булып күренде был хәл! Парникһыҙ үҫмәй беҙҙә был йәшелсә! Ә уларҙа асыҡ һауала ҡутарылып уңыш бирә!Тағы ла ҡыҙығы шунда — ҡай фатирға төшмә,хужабикәләр:"Хәҙер, егеттәр! Бер аҙ сабыр итегеҙ инде! Тиииҙ генә помидор турап салат эшләйем дә!"- тип,өлтөрәп, бер табаҡ тәғәмде килтереп тә ултырта!Томаттан ғарҡ булынды, әйтәгүр!
Ә ноябрҙа Хәйбуллаға сыҡтыҡ.Һәр өйҙә ҡаҙ-өйрәк менән һыйлайҙар — ҡаҙ өмәләре мәленә тап килгәнбеҙ икән!
Шулай итеп,9 көн буйы спектаклдәрҙе уйнай-уйнай,ҡош иттәре менән һыйлана-һыйлана һуңғы нөктәгә — район үҙәгенә лә килеп еттек.Иртәнсәк юл алдынан йорт хужабикәһе:"Аҡъярҙа көнө буйы асығырһығыҙ,мә,өсәүләп ашарһығыҙ",- тип, Р.Ә. ағайҙар алдында бешкән ярты ҡаҙҙы беҙгә һуҙҙы. Ә.ағай миндә ятһын тип күн сумкаһына тығып ҡуйҙы...
Район үҙәгендә сәхнәне ҡороп бөтөп,тышҡа, саф һауаға сыҡтым.Төш мәле.Һалмаҡ ҡына баҫып, һауа алмаштырып Р.ағай ҙа килеп етте. "Рафиҡ ҡустым!Әбит етте — тамаҡ асты! Ашап алайыҡ булмаһа. Ә.ҡайҙа икән?Күрмәнеңме? Ҡаҙҙы кимереп алһаҡ тим!"- тип ирендәрен сәпелдәтеп ялап ҡуйҙы.Мәйтәм, юҡ , күренмәне ул тим.Мәҙәниәт һарайы буйлап ҡаҙ хужаһын эҙләгәндән һуң, гримеркаға индем.Ҡатын-ҡыҙҙар ҡыпһыуыр һорағас,инструмент артынан ҡараңғы сәхнәгә менеп,плоскогубцыны алып кире сығам тиһәм, ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетеп,туҡтарға мәжбүр булдым.Һаҡ ҡына баҫып ,сәхнәнең артҡы шаршауы — задникты бармағым менән генә шылдырып ҡараһам — ни ғиллә!Ғәйеп булған ағайыбыҙ мөйөштә , ишектән төшкән тоноҡ яҡтылыҡҡа сорналып,бармаҡтарына яғылған ҡаҙ майын ялай-ялай, ҙур кинәнес һәм аппетит менән ҡаҙ ботон кимерә ине!.. Күргәнемдән бер аҙ шаңҡып, иҫемә килеп тышҡа сыҡтым. Тупһала Р.ағай тора. "Шунан?Тапманыңмы Ә.не?",- ти. Мәйтәм, таптым, тим. "Ҡайҙа? Әйҙә ит ашайыҡ!" Мәйтәм,ағай,ҡаҙ йылы яҡҡа,д рөҫөрәге,йылы ҡорһаҡҡа осто инде,тим. Күргәнемде һөйләгәндән һуң , Р.ағай сәсәй-төкөрөнә башланы:" Атаң башы!Ғөмөр буйы шулай булды! Аааай- бааай! Әҙәм балаһы үҙгәрмәй икән барыбер!"- тине әсенеп,телен сартлата-сартлата. "Ярай, киттек әйҙә, ашханаға, билмән ашап киләйек,ҡустым",- тип, өнһөҙ генә яңы яуған ҡарҙы шығырлата баҫып, бер аҙҙан көлөшә-көлөшә кафеға табан атланыҡ...
P.S. Ейәнсура, Хәйбулланың ҡунаҡсыл халҡына ҙур рәхмәт! Тырыш үә уңған кешеләр йәшәй был тарафтарҙа! Ғөмүмән, республикабыҙҙың һәр мөйөшөндә лә!