Тура бәйләнеш” барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был мәсьәләгә фекерен белдергәйне.
"Салауат Юлаев һәйкәле реконструкциялауҙы талап итә. 2023 йылдың март айына реставрациялау проекты әҙер буласаҡ. Ниндәйҙер ваҡытҡа статуяны постаменттан алыуға республика халҡы әҙер булырға тейеш. Өфө ҡалаһының 450 йыллығын уның төп символдарының береһенән тыш ҡаршы алыуыбыҙ ҙа ихтимал. Проекттар алынғандан һуң, эштәр ҡасан башланыуы билдәле буласаҡ,--тигәйне ул.
Ни генә булмаһын, шуныһы көн кеүек асыҡ: һәммәбеҙ яратҡан был урын, һәйкәл киләсәк быуындарҙы ла һоҡландырырға тейеш.
Фото: "Башинформ" агентлығы.