Все новости
Конкурсы
2 Июля 2024, 10:57

Ғиниәтуллиндар ил бәйгеһенә сыҡты

Октябрьский ҡалаһынан күп балалы Ғиниәтуллиндар ғаиләһе “Был беҙҙең ғаиләлә” Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты.

Ғиниәтуллиндар ил бәйгеһенә сыҡты
Ғиниәтуллиндар ил бәйгеһенә сыҡты

Октябрьский ҡалаһынан күп балалы Ғиниәтуллиндар ғаиләһе “Был беҙҙең ғаиләлә” Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты. Конкурста ҡатнашыуға бөтә илдән 100 меңдән ашыу ғаилә командаһы заявка биргән, финалға сығыуға иһә 300-ө генә өлгәшкән.

 Волга буйы федераль округының ярым финалы Өфөлә уҙҙы. 14 төбәктән 368 команда сәмләнеп интеллектуаль, спорт, ижади ярыштарҙа көс һынашты. Башҡортостандан финал бәйгеһенә ете команда сыҡты.

Альбина менән Динар Ғиниәтуллиндарҙың тормош ҡороуына 12 йыл. Ғаиләлә дүрт бала үҫә: Сафинаға – 10, Руфинаға  – һигеҙ , Әлфинәгә – өс һәм төпсөктәре Ильясҡа әле бер йәш.

Динар төҙөлөш тармағында эшләй. Альбина БДУ-ны тамамлап, химик, хоҡуҡ белгесе һөнәрҙәренә эйә булған, әлеге мәлдә балалар тәрбиәләү менән мәшғүл.

Бәйгенең Өфөләге ярым финалына Ғиниәтуллиндар ҙур команда менән – туғыҙ кеше килгәндәр: бәйгеселәргә Динарҙың әсәһе Гөлүсә Мирғәзийән ҡыҙы һәм һеңлеһе Гүзәл, Альбинаның әсәһе Вера Ефимовна ла ҡушылған.

Ғиниәтуллиндарҙың ҙур, татыу ғаиләһен еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Әле улар Мәскәүҙә үтәсәк финал ярыштарына барырға әҙерләнә. Уларҙың еңеүенә ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

“Был беҙҙең ғаиләлә” конкурсын башлап ебәреү хаҡында 2023 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткәйне. Конкурс “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының иң халыҡсан проектына әйләнде.

Автор:
Читайте нас