…Алһыуланып, һыҙылып ҡына атты таң ул көндө. Ҡояш бөтә донъяға шундай яратып баҡты, әйтерһең, тәүгә күрә яратҡан Ерен. Шул тиклем салт аяҙ, бер болот әҫәре юҡ. Күктең зәңгәрлегенә иҫең китерлек! Була бит шундай илаһи, әйтеп тә, яҙып та аңлата алмаҫлыҡ сағыу, нурлы, һил иртәләр.
Батырҙың йән һөйгәне Матурҙы үҙ ауылына алып ҡайтыр көндөң иртәһе лә нәҡ ошолай ине. Бөтә ғаләм иҫе китеп тынып ҡалған да, салт иртәнең тынлығына арбалған. Көндөң аяҙлығына, матурлығына һоҡланып, Батыр күңеленән генә һөйөндө. Тимәк, ата-әсәһе лә, туғандары ла Матурын оҡшатасаҡ, үҙ итәсәк. Шулай булмай ни, нисек яратмаҫҡа мөмкин һуң уның күҙ нурын?! Торғаны менән нур тамсыһы, сихырланыр ҡот бит ул! Һөйгәнен күҙ алдына килтереп, егеттең күңеле елкенде.
Иртәнге һиллекте боҙоп, Өфө – Сибай поезы, «мин килеп еттем» тигәндәй, төтөнөн әллә ҡайҙан борҡотоп геүләне. Ҡаршы алыусылар таныштарын эҙләргә йән-яҡҡа һибелде, әле был, әле теге вагонға йүгереште. Батыр ҙа, ҡояш нурына сағылған йәшкелт күҙҙәрен ҡыҫа биреп, ҡәҙерлеһен эҙләне. Бишенсе вагонда булған икән Матуры. Кәрәҙле телефон юҡ ине шул ул заманда. Бер мәл ҡыш көнө, бер-береһен тап итә алмай, аймылышыуҙарын иҫенә төшөрөп, эстән генә көлөп ҡуйҙы егет.
Йүгерҙе йән һөйгәне янына. Ана, Матуры әллә ҡайҙан бит остарын соҡорайтып, ҙур ҡара күҙҙәрен нурландырып, балҡып, шат йылмайып баҫып тора. Аһ, һөйгәненең ҡараштары! Күҙҙәре! Тәү күреүҙән ғашиҡ булды бит уларға Батыр. Дуҫлашып, күңел тартып йөрөгән ҡыҙҙары булманы түгел, булды, тик бындайын да сөм-ҡара муйыл күҙҙәрҙе, күңелдең ете ҡылын көйҙөрөр ут ҡарашты тәүгә күреүе ине.
Танышыуҙары ла ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты уларҙың. Гүйә, яҙмыш үҙе осраштырҙы йәндәш йәндәрҙе. Уйы менән егет йәшен тиҙлегендә шул көнгә әйләнеп ҡайтты. Февралдең ун өсө ине. Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында киң таралып киткән Ғашиҡтар көнөнә арналған байрам кисәһенән һуң танышты улар Сибай урамында. Ун минутлыҡ ошо осрашыу өсөнсө курс студентының ҡәҙимге генә барған тормошоноң аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Ятаҡ бүлмәһенә ҡайтып йоҡларға ятҡас та күҙ алдынан урамдағы матур ҡыҙҙың һыны, күҙҙәре китмәне. Исеме лә ят бит әле, ауылдарында ундай исем бөтөнләй юҡ! Исеме – Матур, һы, ҡалай матур! Хатта рифма ла килеп сыҡты. Шундай исем булалыр шул. Их, нисек булһа ла ҡыҙҙы табырға ине. Тик нисек? Ярай, таныш ҡыҙҙарынан һорашыр, уның менән бергә уҡыйбыҙ, тигәйнеләр бит. Егет тағы ла оҙаҡ ҡына уйланып ятты ла, татлы хыялдар донъяһына сумып йоҡлап китте.
Икенсе көндө Матурҙың курсташ ҡыҙы Гүзәлдән фотоальбом һорап алып, урамдағы һылыуҡайҙың фотоһын тапты. Их, ҡурсаҡ кеүек кенә ҡыҙ фотоһүрәттән ниндәй ихлас йылмайып тора! Матурға Гүзәл аша сәләм ебәрҙе Батыр.
Ә өсөнсө көндө һылыуҡайҙың уҡыу йортона үҙе эҙләп барҙы. Тик уныһы үтә лә оялсан, ҡырағай, тиҫкәре булып сыҡты. Янына яҡын да юлатмай, һүҙ ҡушһа, һөйләшмәй ҙә. Ҡырағай ҡоралаймы ни!
– Мөмкинме һеҙҙең менән танышырға? – тине егет бар батырлығын йыйып.
– Юҡ! – тине ҡыҙ, ҡырт киҫеп. – Мин һеҙҙе белмәйем, белергә лә теләмәйем! – сая ҡараштары менән егет йөрәген өтөп, ҡуйы ҡара керпектәрен аҫҡа сәнсте. Аһ, ул ҡараштар! Батырҙың башы әйләнде, тыны ҡыҫылды. Мөхәббәт тигәндәре ошо буламы икән? Бығаса бер тапҡыр ҙа татылмаған татлы хистәр ҡойоно егетте берсә күккә осорҙо, берсә упҡынға ҡолатты.
– Һиңә нисә йәш? Ҡайҙа йәшәйһең? – Батырҙың һорауҙары һауала аҫылынып ҡалды. «Вәт һары һағыҙаҡ! Бәйләнде бит!» – Матурҙың ныҡыш егеткә һарыуы ҡайнаны. Ҡыҙ ҡайһы яҡтан, ҡайҙа йәшәй, нисә йәш – бер ни белә алманы егет. Баҫҡыстар буйлап баҫтырып та ҡараны, ишек төбөндә лә көткөләне, юҡ, ҡыҙ ыҡҡа килмәне, яҙылманы, һөйләшмәне. Һәр кем менән еңел генә уртаҡ тел тапҡан егет албырғап ҡалды, аптыраны. Ләкин Батырҙың исеме есеменә тап килеп тора – улмы инде сигенә, бирешә торғандарҙан!
Юғары уҡыу йорто һуҡмағын көн дә тапаны егет. Дәрестән сыға ла, ашап та тормай, йүгерә икенсе корпусҡа, ҡыҙ янына. Матурҙың дәрестәре бөткәнен оҙаҡ көтөп тора тышта. Тәм-том алып килгән була, юҡ-бар хәбәрҙәр һөйләй, көлдөрөргә маташа, оҙатып ҡуя, ҡыҙҙы ҡайтармай ыҙалата. Танышыуҙарына бер ай тигәндә һылыуҙың күңеле март ҡары кеүек епшеп, ирегәндәй булды. Батыр 8 мартҡа Өфөнән килгән тамашаға билет алып, Матурын саҡырҙы. Ҡыҙ ризалашты. Ниһайәт, тышта ғына түгел, егет күңелендә лә Яҙ ине, һөйөү яҙы. Күңелле генә итеп концертҡа барып ҡайттылар. Байрам менән ҡотлап, Батыр ҡыҙға йомшаҡ уйынсыҡ менән ҡотлау открыткаһы бүләк итте.
Шулай башланды уларҙың мөхәббәт тарихы. Матурға ла Батыр оҡшай башланы. Егеттең тапҡыр һүҙлелеге, ихласлығы, иплелеге, ныҡышмалылығы, матур итеп аралашыуы күңелен яуланы. Кистәрен етәкләшеп, хыялдар донъяһына сумып, паркты, ҡала урамдарын ҡыҙырҙылар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, йөрәктәре бер-береһенә беректе.
…Дуҫлашыуҙарына бер йыл тигәндә Батыр Матурын ата-әсәһе, туғандары менән таныштырырға тыуған ауылына алып ҡайтып бара. Шуға көндөң иҫ киткес күркәм булыуына шатлана ул эстән. Бөгөн уларҙың ауылында ҙур сара – «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамы. Һөйгәнен ошо көнгә тап килтереп алып ҡайтыуы ла юҡҡа түгел, әйҙә, туғандары ғына түгел, ауылдаштары ла күрһен әле уның Матурын!
Батыр таныштырырға ҡыҙ алып ҡайтҡан, тип бөтә ауыл гөр килде. Матурҙы барыһы ла бер күреүҙән оҡшатты ла аһ иттеләр – хас та Раузаның үҙе! Ҡалай әсәһенә оҡшатып ҡыҙ һайлаған, тип берсә аптыранылар, берсә һоҡланып-шатландылар, бәхетле киләсәк теләнеләр. Их, яратмаҫлыҡ, оҡшатмаҫлыҡ түгел шул уның Матуры! Ана бит ул, байрам барған туғайҙы ҡояштай балҡытып, бит остарын соҡорландырып, муйыл ҡара күҙҙәрен осҡонландырып бәхетле баҫып тора. Ҡояштың да ҡояшы, уларға үҙ фатихаһын биргән төҫлө, ошо көндө шул тиклем дә нурға сорнауына иҫең китер! Ҡояштан да шатыраҡ, көләсерәк ине Батыр үҙе лә. Бәхете йөҙөнә сыҡҡайны, күҙҙәренә нур булып яҙылғайны. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, йән һөйгәне – Матурын алып ҡайтты бит ул тыуған яғына. Кеше ғүмерендә бер генә, йәшлектең ҡабатланмаҫ саф таңында ғына була торған илаһи көн бит ул – тыуған яҡҡа ҡыҙ алып ҡайтыу!
* * *
Ошо ваҡиғанан һуң 20 йыл ғүмер уҙҙы. Тормош карабының утын-һыуын кисеп, тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп донъя буйлап атлайбыҙ. Һөйөү емештәребеҙ – сәскәләй Айгүзәл ҡыҙыбыҙ һәм матур, батыр Данияр, Шамил исемле улдарыбыҙ үҫеп килә, Аллаға шөкөр! Фото. Бергә ҡорған оя ҡәҙерле!
Йөрәк хисем «Өйөм наҙы» исемле шиғырымда ла сағылалыр, моғайын.
Өйөм наҙы
Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле
Тик үҙемсә генә ҡорған оям.
Йүгереп ҡайтып сәйҙәр әҙерләһәм,
Мин үҙемде бик бәхетле тоям.
Тәҙрә төптәремдә гөлдәр көлә,
Шау сәскәнән генә ҡорғаным да.
Тоҙ-боросо, яҙ-наҙы ла кәрәк
Тормош көткән, донъя ҡорғаныңда.
Өҫтәл алдыҡ түп-түңәрәк кенә,
Түңәрәктәй генә бәхет юрап.
Батмусымда самауырым шыжлай,
Беҙ бәхетле тиеп, сыңлап-йырлап.
Теҙелешеп ҡайтыр ҡаҙҙар кеүек
Балаларым – күҙем нурҡайҙары.
Һеҙҙә бит ул – тормош асылдары,
Өйөбөҙҙөң йәме, ҡотҡайҙары!
Һөйөп кенә ҡосоп алһа йәнем,
Артып китә минең баһаларым.
Йәшәү һутым, әрнеү-утым – һиндә,
Һиндә генә – яра-дауаларым!
Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле
Бер бөртөкләп бергә ҡорған оя!
Бар туғандар, дуҫтар беҙгә һыя,
Мин бәхетте бына шулай тоям!