Все новости
КОНФЕРЕНЦИИ
28 Октября 2022, 17:47

«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»

Бөгөн Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башлығы, башҡорттарҙы Рус дәүләте составына үҙ ирке менән индереү инициаторы Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. 

«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»
«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»

Башҡортостандың үҙ ирке менән Мәскәү дәүләте составына инеүе быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар һәм Рәсәй өсөн генә түгел, шулай уҡ тотош Евразия киңлеге өсөн дә әһәмиәткә эйә булған күренекле тарихи һәм сәйәси ваҡиғаға әүерелгән.

 

Конференция эшендә Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Илшат Ханов, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

 

Сараны асып, Илшат Ханов түбәндәге фекерен белдерҙе:

 

 – Ҡәнзәфәр бей илебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәребеҙҙең береһе. Бөгөнгө конференция – ул илһөйәрлектең сағыу сағылышы һәм бындай эш системалы, көн һайын алып барылырға тейеш, тип уйлайым. Йәмәғәтселек ярҙамынан, әүҙем позицияларҙан тыш бер ниндәй маҡсатлы программалар, дәүләттең тырышлығы ла уңышҡа килтермәйәсәк. Йәмәғәтселек ярҙамы менән генә беҙ ҡуйған маҡсаттарға бергәләп ирешә аласаҡбыҙ. Әлеге конференция бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ошо сараны ойоштороусыларға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Мең ырыуы йәмғиәтенә рәхмәт белдерәм. Конференция тәжрибә, уй-фекерҙәр менән уртаҡлашыу майҙансығына әүереләсәк, – тине Илшат Ханов.

Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды. 

«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»
«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»
«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»
«Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған юлды дауам итергә тейешбеҙ»
Автор:
Читайте нас: