Тик түңәрәк кенә унда йөрөгән һәләтле балаларҙың ихтияждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп бөтмәй. Гимназия директоры Сергей Николаевич Колеганов, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Венер Ильвир улы Хәкимов һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Клара Рәүеф ҡыҙы Низамованың тырышлығы менән гимназия милли проект сиктәрендә субсидия алыуға иреште. Барлығы 654 828 мең һумға махсус ҡормалдар һатып алынды.
Ниһайәт, 2024 йылдың 20 мартында «Тылсымлы буяуҙар» исемле һынлы сәнғәт студияһы асылды. Тантаналы сараға мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Әхмәт ҡыҙы Чупова, белем биреү учреждениеһы директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре килде.
Студияла уҡыусы балаларҙың һәләтен асыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә булдырылған: график планшеттар, ноутбуктар, проектор, ҡом менән эшләү(кварц ҡомо) өсөн яҡтыртылған махсус өҫтәл, һыуҙа һүрәт эшләү буйынса «ЭБРУ» наборы, мольберт, бумала, буяуҙар һ.б. Әйткәндәй, ЭБРУ – һыуҙа һүрәт эшләүҙең боронғо техникаһы. Һыуҙа эшләгән һүрәтте альбом битенә күсереп тә була хатта. Бына ниндәй мөғжизә! Ул балаларҙа ғына түгел, ә ололарҙа ла ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки был эш төрө психикаға ыңғай йоғонто яһай, уйлау һәләтен арттыра.
«Ошондай матур шарттар булдырылғанда, талантлы балалар төрлө олимпиада, конкурстарҙа теләп ҡатнашасаҡтар, тигән өмөттәбеҙ. Әле лә улар халыҡ-ара, Рәсәй, республика буйынса үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар алып килә. Уларҙың ижад емештәре мәктәп биләмәләрен биҙәй. Студияға 2-се кластан 11-се класҡа тиклем балалар йөрөй. 3 группа эшләй: 2-4-се, 5-6-сы, 7-11-се кластар. Программа 3 йылға тәғәйенләнгән, теләүселәр артабан да йөрөй ала. Бигерәк тә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар теләп шәғөлләнә. Сәнғәттең был төрө уларҙың ваҡ моторикаһын, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә», - ти студия етәксеһе Клара Низамова.
Яңынан-яңы уңыштар һеҙгә, йәш рәссамдар!