

Олотауға күтәрелә торған юл өҫтөндә урынлашҡайны бер нисә йорттан торған «хутыр». Шунда Тәндәк буйында һыу тирмәне ҡороп, он тарттырып, кәсеп итеп йәшәгән был урыҫтар.
Бер мәл атайым менән Олотауға еләк йыйырға барҙыҡ. Эй һыуһатты. Бәләкәс булғас, мыжый башланым. Атайым: «Илама, ҡыҙым, ҡайтышлай мин һиңә Прасковья шишмәһенән һыу эсерермен», — ти.
Ҡайтышлай утар аша үтәбеҙ һәм, яулыҡ ябынған оло йәштәге мәрйәнән рөхсәт һорап, атайым иҫ киткес тәмле, һалҡын ғына һыулы шишмә һыуы менән һыйлай. Мин ҙурайыуға утарҙарын ҡалдырып, кире Мәсәғүт ауылына күсеп киткәйнеләр Хәҙер инде шишмә эргәһенән үткән һайын рәхәтләнеп, тәмле һыу менән һыйланабыҙ. Бер кемдән дә рөхсәт һорарға кәрәкмәй... Беҙҙең Иҫке Хәлил ауылы Әй, Тәндәк, Шиҙәле тип аталған өс йылға буйында урынлашҡан, яҙ йылғалар ташып, буйырағанда халыҡ ошо шишмәнән һыу ташып эсә ине. Йәш ҡыҙҙар саҡырымдан ашыу араға көйәнтәләп һыуға киләләр, сөнки шишмә һыуынан самауыр сәйе эсеп туйғыһыҙ!
...Һандуғас моңона күмелгән ошо шишмә буйында нисә ғашиҡ йән һүҙ ҡуйышты ла, нисә килен һыу башланы икән?!
Ауылыма ингән ерҙә, тау итәгендә сылтырап аҡҡан шишмә быйыл Дыуан районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фаил Рафаэль улы Мөхәмәҙиевтың инициативаһы менән Атайсал проекты сиктәрендә төҙөкләндерелде: уға «Һандуғас шишмәһе» тигән яңы исем бирелде.
Йәнде иркәләй был исем!..
Уңған, алсаҡ ауылдаштарымдың изге ғәмәле күңелде ҡанатландыра.
Юҡҡамы ни, район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт һалыусы ауылдашым Ринат Бишев та күңелендәгеһен йырға һалған:
Төштәремә керә
Ауыл урамдары,
Ҡаршы ала кеүек
Яҡын туғандарым.
Хәлил шишмәһенә
Йүгереп төшөр инем,
Һалҡын шишмә һыуын
Услап эсер инем...