

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер сығыш яһаны. Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе менән башланған хеҙмәттәшлекте дауам итергә кәрәк тип белдерҙе. Эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, төрлө тармаҡтарҙағы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса йышыраҡ осрашырға, бәйләнеш тоторға саҡырҙы. Был ике төбәктәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн, бизнес өлкәһенең һөҙөмтәле, үҙ-ара файҙалы эшләүе өсөн барлыҡ шарттарҙы ла булдырырға ниәтләйбеҙ, тине республика башлығы.
Силәбе өлкәһе башлығы Алексей Текслер ике төбәктең күрше булыуы хеҙмәттәшлектә ғәйәт ҙур мөмкинлектәр асыуына ишара яһаны. Бөгөн беҙ 2015 йылда төҙөлгән килешеүҙе яңыртабыҙ, уға яңы проекттар өҫтәлә тип белдерҙе. Ул шулай уҡ туризмды төп йүнәлештәрҙең береһе булараҡ билдәләне. Беҙ 3-5 көнлөк маршруттарҙы булдырырға килештек. Шулай уҡ үҙебеҙҙең тәбиғәт парктарына барыу юлдарын төҙөкләндерәбеҙ: «Тағанай»ға юл яҡшыра, «Егәлгә» («Зәңгәрге») милли паркына юл һалына, Ирәмәлгә хәҙер яҡшы сифатлы автомобиль юлы бар. Туристик инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә эшләгәндә экологияға зыян килтермәүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк, тине ул.
Форум Башҡортостан менән Көньяҡ Урал төбәктәре араһында диалог төҙөү, оҙайлы хеҙмәттәшлек булдырыу урыны булыр тип ышанғы килә.