Все новости
Аш-һыу, файҙалы кәңәштәр
13 Февраля 2025, 11:19

Круассандар

Сәй эсергә берәй яйлы рецепт!

Круассандар
Круассандар

Ҡыҙҙар, сәй эсергә берәй яйлы рецепт тиһегеҙ - КРУАССАН, МУТАКИ, тағы әллә ниндәй исемдәре бар.

1 пачка маргарин, ярты литр һөт, 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә, ярты стакан шәкәр ҡомо, бер семтем тоҙ, 1 пачка ванилин кәрәк. Йылы һөткә бөтә ингредиенттарҙы һалып ҡамыр баҫабыҙ. 3 стаканға яҡын он керә, ҡулдан төшкәнсе баҫтым. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ҡамырҙы 8 киҫәккә бүлеп, йәйеп, өсбосмаҡ формаһында киҫәбеҙ.  Уртаһына повидло, тышһыҙ кәнфит, сгущенка урап майлы табаға теҙәбеҙ. Өҫтөн һөт  ҡушылған йомортҡа һөртөп, мәк һибергә була. 

Бик эҫе булмаған мейестә бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

"В гостях у бабушки" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас