Күптәр әле ҡышҡылыҡҡа салаттар эшләп бөтмәгәндер, ошо минең һыналған ғына рецепт буйынса ла эшләп ҡарағыҙ әле, бик тәмле килеп сыға. Тағы ла бер кәңәш: дөгө ярмаһын пропаренный алығыҙ, яҡшы, ярмаланып ҡына торасаҡ салат, бутҡа һымаҡ булмаясаҡ.
- 2 кг ҡыҙыл помидор (мясорубка аша үткәрәбеҙ, шуның өсөн төрлөһө бара)
- 500 г татлы борос йәшел төҫтә (сладкий перец)
- 1 шт татлы борос ҡыҙыл төҫтә (мөмкин алмаҫҡа)
- 500 г һуған ( йәки 2 эре һуған )
- 500 г кишер (йәки 2 эре кишер )
- 500 г дөгө ярмаһы
- 3-5 шт һарымһаҡ
- 2 аш ҡалағы тоҙ
- 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- 2 аш ҡалағы аш һеркәһе 9%
- 1 сәй ҡалағы паприка
- 0.5 сәй ҡалағы ҡара борос
- 250 мл көнбағыш майы.
Иң тәүҙә 500 г дөгө ярмаһына ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡас менән ябып бурттерергә ҡуйып торорға. Кишерҙе, һуғанды һәм бер шт. ҡыҙыл татлы боросто оҙонсалап турарға, кишерҙе оҙонса ҡырғыс аша ҡырырға ла мөмкин.
Сүлмәккә (чугунок) көнбағыш майы һалып, май ҡыҙа биргәс һуған, арбанан кишерҙе һалып 7-8 минут эсендә ҡурып алырға, ҡурылған арала ике-өс тапҡыр әйләндереп болғап алырға. Һарымһаҡты турап ҡушырға.
Шул арала помидорҙарҙы һәм татлы боросо иттартҡыс аша үткәрергә һәм кишер менән һуғандың өҫтөнә ҡойоп болғап ебәреп, ҡайнап сыҡҡас 15 минут талғыныраҡ утта бешерергә. Ҙурыраҡ кәстрүлгә бушатырға ла йыуылған дөгө ярмаһы һалабыҙ, тоҙ, шәкәр ҡомо, паприка, ҡара боросто ҡушып.
Кәстрүлдең ҡапҡасын саҡ ҡына ҡыҫып ҡуйып, салатты 35 минут талғын утта бешерергә, төбөнә ултырмаһын өсөн унда-бында болғап торорға, салат бешеп етеүгә 5 минут ҡалғанда 2 аш ҡалағы аш һеркәһе һалырға һәм бутарға .
Әҙер салатты ҡайнар көйөнә стериль банкаларға һалырға, тимер ҡапҡастар менән ябып, банкаларҙы түңкәреп йылы әйбергә төрөп һыуынғанса ҡуйып торорға.
Имен-һау ашарға яҙһын тип теләктәр теләп ябабыҙ!
Гөлгөнә Байегетова.