Аш-һыу, файҙалы кәңәштәр
4 Сентября 2024, 05:45

ҠАБАРЫП ҠЫНА БЕШКӘН ЙЫУАСА РЕЦЕБЫ

Бәләкәйҙән майикмәкте (Баймаҡ яғында йыуасаны шулай йөрөтәләр) яратып үҫтем мин. Әсәйем уны һәр саҡ сөсө ҡамыр менән дә, икмәктән тороп ҡалған ҡамырҙан да бешерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google


Яңы һауылған һөт йә май, ҡаймаҡ менән ҡушып ашаған йыуасаға нимә генә етһен инде! Әле булһа йыуасаны яратам. Балаларым да бешергәнде көтөп кенә тора.

Ә рецебы минең ошолай: 1-2 стакан әсегән һөт йә кефирға 0,5 балғалаҡ аш содаһы ҡушып, күпергәнсе болғатам. Аҙаҡ уға 1 йомортҡа, әҙерәк көнбағыш майы, сама менән тоҙ, шәкәр, иләнгән он ҡушып, ҡамыр баҫам. Бөтә ингредиенттар бүлмә температураһында булырға тейеш. Әҙер ҡамырға ял биреп алам. 20-30 минут етә.

Ә һуңынан үҙем теләгән ҙурлыҡта, формала йыуасаны эшләп, майҙа ҡыҙҙырып алам. Бер ыңғайы сәйем дә ҡайнап сыға. Булды, ҡабарып бешкән йыуасалар әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ☕

Зөбәржәт Утарбаева.

Автор: