.
Мейе ҡағыу - халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарының береһе һанала. Күп ауылдарҙа мейе ҡаҡҡан (төшөргән) инәйҙәр булған. Күптәр уны мейеһе төшкән, ауған, шылған, тиҙәр. Бындай осраҡта күңел болғана, баш әйләнә. Бағымсылар мейеңде үлсәп, ҡағып ебәрһә, шунда уҡ күҙҙәр асылып киткәндәй була. Миңә үҙемә лә бер нисә тапҡыр тайып йығылып, мейемде төшөрөп, имселәргә мөрәжәғәт иткәнем бар.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Баймаҡ районының Һәмән ауылынан 83 йәшлек Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға. Яңыраҡ Үрге Яйыҡбайҙа үткән Буҙа байрамында Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙын йәнә осратырға тура килде. Им-том менән булышамы, юҡмы икәнен белешкәс, "мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең береһенә лә юҡ тимәйем, барыһын да ҡабул итәм. Сабыйҙарҙы нисек йәлләмәй, кире бораһың", -тине.
Доғалар уҡып, мейе ҡағып, сабыйҙарҙың өсйәнен имләгән, ҡот ҡойған инәйҙең ҡылған изге ғәмәлдәре барыһына ла килешһен, ҡулдарының шифаһын бирһен.