Все новости

Ҡышҡыллыҡҡа рассольник

Мин бына ошо рецепт буйынса ябам. Иң аҙаҡта һабаҡта ҡалған ваҡ  йәшел помидорҙар менән. Бик тәмле була.

Ҡышҡыллыҡҡа рассольник
Ҡышҡыллыҡҡа рассольник


Рецептта - йәшел ҡыяр, әммә мин ҡыяр урынына йәшел помидор һалам. Ҡыяр менән әскелтем булмай ул. Кемгә нисек оҡшай, шулай ябырһығыҙ.

Йәшел помидор (йәки ҡыяр) - 3 кг, ҡыҙыл помидор - 1,5 кг, һуған - 1 кг, кишер - 1 кг (ҡырғыс аша үткәрергә), перловка - 0,5 кг (айырым бешерергә һәм һуңынан ҡушырға), тоҙ - 2 аш ҡалағы, шәкәр - 4 аш ҡалағы, уксус - 0,5 стакан, үҫемлек майы - 0,5 стакан, һыу - 0,5 стакан. Барыһын бергә 20-30 минут бешерергә, шунан перловка ҡушырға һәм тағы 10 минут бешерергә. Стериль банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға. Ҡышҡа бынамын тигән әҙер аш.

Рецепт @bakchada_tatarstan_sad аккаунтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: