Ҡамырға:
1 стакан һөт,
1 стакан һыу,
2-3 йомортҡа (минең йомортҡалар ваҡ),
тәменсә тоҙ,
3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
30 гр сүпрә (люкс дрожжи),
200 гр май.
Сүпрәне йылы массаға һалып бутап, бөтә ингредиенттарҙы ҡушып сөсө ҡамыр баҫтым, ондо әҙ-әҙләп һалдым, ял иттереп ҡабарттым.
Эслек: бүрттерелгән дөгөгә фарш, күп һуған ҡушып эслек иттем, кәбеҫтәне майлы табала ҡыҙҙырып алдым, бешкән йомортҡа ҡуштым. Бәрәмәстәр яһап, ҡабартып, 200 гр эҫелектәге мейестә бешерҙем.
Т. Вәғизова.