Хуш еҫле әремде йыйып, быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: был ваҡыт үткәс, һүндереп, шунда һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була. Бына бик шифалы май әҙер ҙә. Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр.
Тәлғәт Шаhманов.