Әҙерләү:
Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, эретелгән майҙы ҡушып блендер менән болғатабыҙ. Ҡамыр йомшартҡыс, он өҫтәп ҡулға йәбешеп кенә торған итеп баҫабыҙ. Ҡалаҡ менән пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға ҡалын ғына итеп йәйгәс, өҫтөнә тығыҙ итеп уртаға бүленгән абрикостарҙы теҙәбеҙ ҙә, 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Өҫтөнә шәкәр онтағы һибеп биҙәргә мөмкин.