Все новости

Ҡарбуз ҡабығынан цукат

Кәрәк була: ҡарбуз ҡабығы – 500 гр, шәкәр – 500 гр, һыу – 200 мл, ванилин 

Ҡарбуз ҡабығынан цукат
Ҡарбуз ҡабығынан цукат

Таҙартылған ҡарбуз ҡабығын һыуға һалып төнгә йә иһә бер нисә сәғәткә ҡалдырабыҙ. Шунан һыуын түгеп, ҡабыҡтарҙы киптерәбеҙ. Шәкәрҙең яртыһы менән һыуҙан сироп эшләйбеҙ, шуға ҡабыҡтарҙы һалып, болғата-болғата 15-20 минут ҡайнатабыҙ. Уттан алып һыуытабыҙ. Тағы ҡайнатып, ҡабат һыуытабыҙ. Өсөнсө тапҡырында ҡалған шәкәр ҡомон, ванилинды ҡушып ҡайнатабыҙ һәм һыуынғанын көтөп, ҡарбуз ҡабыҡтарын сироптан алып, пергамент ҡағыҙға теҙәбеҙ. Мейестә, әкрен утта киптерәбеҙ.

"Авыл ҡатыны" төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас: