Һөт, йомортҡа, йомшаҡ тороштағы аҡ май, тоҙ, шәкәр, ванилинды яҡшы итеп болғарға. Он һәм ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып ҡамыр баҫырға һәм 20 минут “ял иттереү” өсөн һалып торорға. Нәҙек итеп йәйгәс, фигуралы ҡырҡҡыс менән түңәрәктәр киҫергә. Уртаһына саҡ ҡына йомортҡа ағы һылап, биш түңәрәкте йәбештерергә. Бының өсөн түңәрәктең ҡап уртаһына ике яҡлап таяҡ менән баҫырға.
Ҡайнар майҙа урама, сәксәк ише ҡыҙартып бешереп алырға. Табынға биргәндә өҫтөнә шәкәр онтағы һибергә.
Гүзәл Мырҙаева.