Все новости

Һалҡын һыу менән ҡыяр тоҙлау

Стерилләштерелгән банка төбөнә укроп зонтигы, бер нисә бөртөк ҡара борос, 2-3 теш һарымһаҡ һалабыҙ. Ҡыярҙарҙың баштарын киҫеп банкаға яҡшылап тултырабыҙ.Рассолға:1 литр ҡайнамаған һалҡын һыу 4 аш ҡалағы шәкәр  2 аш ҡалағы тоҙ3.5 аш ҡалағы 9%-лы аш һеркәһе

Һалҡын һыу менән ҡыяр тоҙлау
Һалҡын һыу менән ҡыяр тоҙлау

Әҙерләү: рассолды шәкәр менән тоҙ иреп бөткәнсе яҡшылап болғатабыҙ, шунан ҡыярҙар өҫтөнә банкаға ҡоябыҙ ҙа "һыу мунсаһы"на ултыртабыҙ. Кәстрүлдә һыу ҡайнап сығып, 5 минут ҡайнағандан һуң банкаларҙы алып, ябып ҡуябыҙ. Һыуынғансы йылы итеп төрөлгән булырға тейеш.

Кетерҙәп торған бик тәмле ҡыярҙар килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын! 

Автор:
Читайте нас: