Все новости

Эремсекле, сырлы хачапури

Кәрәк була: 1 ст. кефир, 0,5 бал ҡалағы тоҙ, 0,5 бал ҡалағы сода (уксус менән һүндерелгән), 0,5 бал ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 стакан он, 200 г эремсек, 120-150 г сыр, һарымһаҡ, көнбағыш майы.

Эремсекле, сырлы хачапури
Эремсекле, сырлы хачапури

Бешереү тәртибе:

Ҡамыр баҫабыҙ: кефирға тоҙ, сода, шәкәр ҡомо һалып болғатабыҙ. Он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы пакетҡа һалып, 20 минутҡа ҡалдырып торабыҙ.

Эслек өсөн ыуғыстан ыуылған сырҙы, эремсекте бергә ҡушабыҙ. Тоҙ, ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалып, яҡшы ғына болғатабыҙ. Теләгән кеше укроп та ҡушып ебәрә ала. Әҙер эслекте дүрткә бүләбеҙ.
Ҡамырҙы ла дүрт киҫәккә бүлеп ҡуябыҙ. Һәр киҫәкте йоҡа итеп йәйәбеҙ. Түңәрәктең бер яғына эслек һалабыҙ ҙа, ҡамырҙы йәбештәребеҙ. Хачапуриҙы майлы, ҡызған табала ике яктан да ҡыҙҙырып алалар.
Автор:
Читайте нас: