Все новости

Тәмле генә ҡабартмалар

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Тәмле генә ҡабартмалар
Тәмле генә ҡабартмалар

Кәрәк була:
-Һөт (йылы) - 200мл
-Һыу (йылы) - 200 мл
-Сүпрә яҡынса 20-25 гр
-йомортҡа - 3 дана
-шәкәр -3 аш ҡалағы
-тоҙ 1 сәй ҡалағы
-он (йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ).

Ҡамырҙы баҫабыҙ һәм бер сәғәткә йылы урында ҡалдырабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, яҡынса бер сантиметр ҡалынлыҡтағы ҡатламға йәйәбеҙ һәм түңәрәктәр киҫеп алабыҙ.

Майҙы йылытабыҙ һәм ҡабартмаларҙы уртаса утта бешереп алабыҙ. Салфеткаға ҡуйып, артыҡ майҙы һеңдерәбеҙ. Шәкәр пудраһы һибәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! 😋

Автор:
Читайте нас: