Ингредиенттар
2-3 кешелек
Картуф - 200 г, йәки 2 дана.
Кишер 80 г, йәки 1 дана.
Һуған 80 г, йәки 1 дана.
Кесерткән 50 г
Ҡаймаҡ (сливки 30%) - 50 мл
Иретелгән (топленое) май 20 г
Укроп 10 г
Петрушка 10 г
Лимон һуты - 1 аш ҡалағы.
Бешкән йомортҡа 1 дана.
Аш өсөн иң яҡшы вариант - кесерткәндең йәш үҫентеләре. Әгәр үлән үҫеп еткән булһа, уның иң үрге япраҡтары ла бара.
1-се аҙым. Картуфты тышынан таҙартығыҙ, яҡынса 1,5 литр һыу һалып 30 минут бешерегеҙ. Йәшелсә йомшаҡ, әммә иҙелмәҫкә тейеш. 2-се аҙым. Эре тишекле теркала - кишерҙе, һуғанды ваҡ итеп ҡырҡығыҙ.
3-сө аҙым. Табала майҙы иретегеҙ, һуған һәм кишер ҡушығыҙ. Уртаса 5 минут болғап ҡыҙҙырығыҙ.
4-се аҙым. Әҙер картуфты кәстрүлдән алып, һауытҡа һалығыҙ. Картуф һурпаһын түкмәгеҙ, кәрәк буласаҡ.
5-се аҙым. Картуфты ҡаймаҡ менән бутап, сәнске менән иҙегеҙ. Картуф һурпаһын өҫтәгеҙ
6-сы аҙым. Кесерткәнде ҡаты һабаҡтарҙан таҙартығыҙ. Ағып торған һыуҙа йыуығыҙ. һауытҡа һалып, ҡайнар һыу менән бер нисә минут тотоғоҙ: былай ул яндырмаясаҡ һәм йомшағыраҡ буласаҡ.
7-се аҙым. Кесерткән һыуын түгеп, һыуындырығыҙ, һығып алығыҙ. Ваҡ ҡына киҫегеҙ ҙә картуф ятҡан кәстрүлгә һалығыҙ.
8-се аҙым. Петрушка һәм укропты ваҡ итеп турағыҙ.
9-сы аҙым. Һуған менән кишерҙе кәстрүлгә ҡушығыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, утты мөмкин тиклем кәметегеҙ һәм 5-6 минут ҡапҡас аҫтында бешерегеҙ.
10-сы аҙым. Тәме буйынса туралған үләндәр (зелень), лимон һуты өҫтәгеҙ, бутап, һүндерегеҙ. Ә хәҙер, ҡапҡас менән ябып, 5 минут баҫып тороғоҙ. Әҙер. Ашты шунда уҡ ашау яҡшыраҡ - кесерткәндең тәме нығыраҡ тойоласаҡ.
Теләгегеҙ булһа, һәр өлөштө бешкән йомортҡаның яртыһы менән биҙәгеҙ.