Все новости

Бииик тәмле балан бәлеше бешереү ЫСУЛЫ

250 г аҡ майҙы туңдырғыстан алдым да шул ҡаты килеш ыуғыстан ыуҙым, онға бер сәй ҡалағы тултырып күперткес (разрыхлитель), 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер семтем тоҙ һалып, май менән бутаным. Шуға 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа, һәм 30–40 г самаһы һап-һалҡын һыу һалып, йомшаҡ, ләкин ҡулға йәбешмәй торған ҡамыр баҫып, ял иттерергә һалҡынға ҡуйҙым.

Эслек өсөн 500 г туң баланға 5 аш ҡалағы манный, 2 аш ҡалағы крахмал, 400 г шәкәр ҡомо һалып болғаттым. Бәлеш яһап, алдан 180 градуста йылытылған мейескә 25–30 минутҡа тыҡтым.

Рәмзиә Хажиева

Читайте нас: