Все новости

Ҡаҡ эшләй башланығыҙмы әле?

Журналист Рәхимә Мусина еләктән бик тәмле ҡаҡ ҡойоп та өлгөргән һәм үҙенең рецебы менән дә уртаҡлашҡан.

Төрлө емеш-еләктән ҡаҡ эшләү осоро башланды. Әбйәлилдән Рәхимә Мусина уны эшләп, киптерергә лә ҡуйған.

Уңған хужабикәләр йәйҙең һәр көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша: кемдер еләк-емештән ҡайнатмалар әҙерләй, икенселәре ҡаҡ ҡоя. Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән блогер һәм уңған хужабикә Рәхимә Мусина еләктән бик тәмле ҡаҡ ҡойоп та өлгөргән һәм үҙенең рецебы менән дә уртаҡлашҡан.

"Рецебын яҙыуҙы һорайҙар. Әллә, ҡаҡтың рецебы була микән ул? Мин үҙемә оҡшағанса шәкәр өҫтәп, емеште блендер менән иҙәм дә ошо махсус батмустарҙа сушилкала 3-4 сәғәт киптерәм һәм артабан ҡояшлы ергә һалып йә элеп киптереп бөтөп ҡуям. Башҡа төрлө батмуста эшләһәң йәбешмәһен өсөн майлар кәрәк. Ҡалыныраҡ булған һайын ҡаҡ сәйнәмле һәм тәмлерәк була", -тигән ул.

Әйткәндәй, һеҙ ҡаҡты нисегерәк ҡояһығыҙ? Үҙегеҙҙең рецептарығыҙ менән дә уртаҡлашып китһәгеҙ ине.

Фото: Рәхимә Мусина

Читайте нас: