Все новости

Еңел генә эшләнгән, бик тәмле һәм туҡлыҡлы ит бәлеше

Ҡамыр өсөн:- 2 йомортҡа- ярты балғалаҡ тоҙ- 1 кәсә он- 1 кәсә кефир- 1 балғалаҡ содаБәлештең эсе өсөн:- 300 г фарш- 2-3 шаҡмаҡлап туралған һуған- тоҙ/борос үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡаКефирҙы сода менән болғатығыҙ ҙа, 5 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Шунан йомортҡа, тоҙ һәм он һалып ҡамыр баҫығыҙ. Табаны май менән һөртөп, әҙерәк он һибегеҙ ҙә, ҡамырҙың яртыһын һалып сығығыҙ. Уның өҫтөнә бәлештең эсен болғатып һалығыҙ. Шунан ҡалған ҡамыр менән бәлеште ябып ҡуйығыҙ. 170 градуста 40 минут бешерегеҙ. Бәлеш әҙер!Ашығыҙ тәмле булһын!#Ватандаш#ВатандашЖурналы#Йома

Ҡамыр өсөн:
- 2 йомортҡа
- ярты балғалаҡ тоҙ
- 1 кәсә он
- 1 кәсә кефир
- 1 балғалаҡ сода

Бәлештең эсе өсөн:
- 300 г фарш
- 2-3 шаҡмаҡлап туралған һуған
- тоҙ/борос үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа

Кефирҙы сода менән болғатығыҙ ҙа, 5 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Шунан йомортҡа, тоҙ һәм он һалып ҡамыр баҫығыҙ. Табаны май менән һөртөп, әҙерәк он һибегеҙ ҙә, ҡамырҙың яртыһын һалып сығығыҙ. Уның өҫтөнә бәлештең эсен болғатып һалығыҙ. Шунан ҡалған ҡамыр менән бәлеште ябып ҡуйығыҙ. 170 градуста 40 минут бешерегеҙ. Бәлеш әҙер!

Ашығыҙ тәмле булһын!


#Ватандаш
#ВатандашЖурналы
#Йома
Читайте нас: