Все новости

«Фәрештәнең күҙ йәштәре» бәлеше

Иҫ киткес тәмле, ауыҙҙа иреп торған ғәҙәти булмаған тәмлекәс көндәлек сәйгә байрам төҫө бирә, ә ҡунаҡ табынының йәменә әйләнә.

Иҫ киткес тәмле, ауыҙҙа иреп торған ғәҙәти булмаған тәмлекәс көндәлек сәйгә байрам төҫө бирә, ә ҡунаҡ табынының йәменә әйләнә.
Ҡамыр өсөн: 1 стакан он, 80 г аҡ май (5 аш ҡалағы), 1 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы йомшартҡыс (разрыхлитель), 2 аш ҡалағы шәкәр
Эслек өсөн: 500 г эремсек, 0,5 стакан шәкәр, 3 йомортҡа һарыһы, 100 г ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы манный ярмаһы, ванилин
Суфле өсөн: 3 йомортҡа ағы, 3 аш ҡалағы шәкәр пудраһы
1 аҙым: Онға йомшартҡысты ҡушып, һыуытҡыстан яңы сығарылған туң май менән ыуалайбыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туҡыйбыҙ. Барыһын да бергә ҡушып ҡамыр әүәләйбеҙ ҙә, полиэтилен тоҡсайға һалып, һыуытҡысҡа 30 минутҡа оҙатабыҙ.
2 аҙым: Эслек өсөн ингредиенттарҙы блендер менән төйөрө бөткәнсе болғайбыҙ.
3 аҙым: Суфле өсөн йомортҡа ағын күперткәнсе туҡыйбыҙ, әҙләп кенә шәкәр пудраһын һалып туҡыуҙы дауам итәбеҙ. Йомортҡа ныҡ күперергә тейеш, юғиһә фәрештәнең күҙ йәштәре сыҡмаясаҡ.
4 аҙым: Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып тәрән формаға йәйеп һалабыҙ, ҡамыр ҡалынлығы 0,5 см тирәһе булырға тейеш. Өҫтөнә эремсекле эслекте ҡойоп, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 20-30 минутҡа оҙатабыҙ.
5 аҙым: Бәлеште сығарабыҙ ҙа, суфлены һалып, тағы 10-15 минутҡа мейескә ҡуябыҙ, өҫтө ҡыҙарғансы тотабыҙ.
Иғтибар: Бәлеш өҫтө алтын төҫөнә инергә тейеш, шунан оҙаҡ тоторға кәрәкмәй.
6 аҙым: Мейесте һүндерәбеҙ, ишеген асабыҙ ҙа шул көйөнсә ҡалдырабыҙ. Бәлеш яйлап һыуынырға тейеш. Суфле саҡ ҡына сүгер, ҡурҡмағыҙ - шулай булырға тейеш. 40 минут тирәһе үткәс, бәлеште мейестән алабыҙ ҙа һыуығансы теймәйбеҙ, 1,5 сәғәттән уның өҫтөндә «фәрештәнең күҙ йәштәре» күренер. Иң яҡшыһы – бәлеште мейестә 5-6 сәғәт, хатта төнө буйы тотор кәрәк.
7 аҙым: Самауыр-сәйнүктәребеҙҙе ҡайнатып, табын ҡороп, яҡындарыбыҙҙы тәмлекәс менән һыйлайбыҙ!
Читайте нас: