Все новости

Төшкө ашҡа – бишбармаҡ

Бишбармаҡ бешереү өсөн һимеҙ һарыҡ итенең ҡабырға өлөшө алына. Итте ваҡ ҡиҫәктәргә бүлеп, һыуҙы артыҡ күп һалмайынса самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр һалып бешерергә кәрәк.

Бишбармаҡ бешереү өсөн һимеҙ һарыҡ итенең ҡабырға өлөшө алына. Итте ваҡ ҡиҫәктәргә бүлеп, һыуҙы артыҡ күп һалмайынса самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр һалып бешерергә кәрәк. Он, йомортҡа һәм йылы һыуҙан ҡамыр баҫыла. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Артабан йәймә 3 см киңлектәге таҫмаларға бүленә һәм ромбиктарға киҫелә. Ҡырҡылған һалманы һурпала йәки һыуҙа ҡайнатып, һыуын һарҡытып аҡ май менән майларға кәрәк.
Бишбармаҡ өсөн картуф 3-5 см ҡалынлыҡ түңәрәкләп ҡырҡыла һәм айырым бешерелә.
Тәрилкәгә һалма, картуф, ит һалына. Өҫтөнә ҡайнап торған һурпа ҡойола, ваҡлап туралған йәшел һуған һибелә.
4 кешелек бишбармаҡ бешереү өсөн 600 гр. һарыҡ ите, 2 баш картуф, 3 баш һуған, 1 стакан бойҙай оно, 1 йомортҡа, 2 аш калағы аҡ май, 3 стакан һурпа, самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.
Читайте нас: