Зәүхиә апай, һеҙҙе шифалы үләндәр, халыҡ дауаһы буйынса белгес итеп беләбеҙ, интернет киңлектәрендә үҙегеҙҙең тәжрибә менән дә әүҙем уртаҡлашаһығыҙ. Һәр үләндең үҙенең йыйыу мәле була, әлеге ваҡытта нимәләр йыйырға кәңәш итер инегеҙ?
- Алтын көҙҙөң беренсе айында мотлаҡ ҡомалаҡ йыйып ҡалығыҙ, тип әйтер инем. Быйыл көҙ йылы, әлеге ваҡытта урман ситтәрендәге, һыу буйҙарындағы ағастарға, ҡыуаҡтарға үрмәләп үҫкән ҡомалаҡ тубырсыҡтары йәшкелт-һары төҫкә инеп, өлгөрөп, тирә-яҡҡа тәмле еҫен таратып, үҙҙәрен килеп йыйғанды көтөп ултыра. Мин Биштирәк ауылында тыуғанмын, беҙ бала саҡта муйыл күп була торғайны. Муйыл Ергәйеш менән Яланйыр йылғалары ярҙарын яҙын ап-аҡ сәскәһе менән, көҙөн ҡап-ҡара емештәре менән биҙәп ултырыр ине. Уны йыйғанда ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡомалаҡ та йыйып ҡайта инек. Ул ваҡытта һәр бер өйҙә бары тик ҡомалаҡтан яһалған сүпрә менән генә хуш еҫле тәмле икмәк бешерәләр ине. Бөгөнгө йәштәр иһә уның нимә икәнен дә белмәй.
Икмәкһеҙ тормошто күҙ алдына килтермәгән кеүек, икмәктең зыянлы булыуы тураһында уйлауы ла ҡыйын бит. Яһалма сүпрә - ул ағыу тигәнен ишетә йөрөһәк тә, аҙым һайын булған икмәк кибеттәрендәге ҡабарып торған йылы икмәктән баш тарта алмайбыҙ...
- Улар беҙҙең һаулыҡты ҡайғыртып эш итмәй инде, эшҡыуарҙар аҡса эшләй. Ҡомалаҡ сүпрәһе менән икмәк әсетеп, уны бер нисә тапҡыр ҡабартып, ҡабат-ҡабат баҫып бешерһәң, тотош көнөң үтә. Ул бөгөнгө мамыҡ кеүек икмәктәр шикелле ҡабарып та китмәй. Килем уйлаусыға ниндәй файҙа булһын?
Бөгөн магазиндарҙа сүпрә тулып ята. Өйҙә лә ошо сүпрә менән бешереү ғәҙәткә инде. Уңайлы, һүҙ ҙә юҡ, синтетик сүпрәне ебетеп, ҡамыр баҫаһың да, бер сәғәттән ҡабарып та сыға. Тиҙ ҡабарғанын күҙ уңында тотоп, "Атомлы сүпрә" тиҙәр уны. Әммә уның зыяны ла шул атом зыянынан кәм түгел. Быны ғалимдар күптән иҫбатлаған, табип яҙмаларын, видеоларын ҡарай алаһығыҙ. Аш һеңдереү, ашҡаҙан, эсәктәге төрлө шештәр, шул иҫәптән яман шештең дә күп осраҡта синтетик йәки термофиль сүпрәгә бәйле икәне билдәле. Яһалма сүпрәнең составындағы ГМО, төрлө зыянлы өҫтәлмәләр, химик элементтар организмда әсеп, ҡабарып, беҙҙе эстән сереүгә, иммун системаһының көсһөҙләнеүенә еткерә, кешене тиҙ ҡартайта, тип саң ҡаға ғалимдар. Былар барыһы ла лабораторияларҙа иҫбатланған. Көсһөҙ организмға башҡа сирҙәр ҙә йәбешеп кенә бара. Ғөмүмән, миңә ниндәй ауырыу менән генә кәңәш һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, тәүҙә ашауҙы яйға һалырға, сөпрә ҡамырынан бешерелгән тәм-томдан баш тартырға кәңәш бирәм. Шунһыҙ һаулыҡ юҡ. Юғиһә, ул организмды эстән һаҙлыҡҡа әйләндерә. Һаҙлыҡта инде вирус, микроб, бактериялар рәхәтләнеп йәшәй, үрсей.
Ә ҡомалаҡтан яһалған сүпрәне тәбиғәт беҙгә һаулыҡҡа зыян һала торған элементтар ҡушмайынса, ГМО-ларһыҙ, ЕЕ-ларһыҙ, саф көйөнсә бирә. Йәки ҡомалаҡ - тәбиғи, саф продукт. Ҡомалаҡтан ҡамырҙы ҡабартыу өсөн үҙебеҙгә зыяны булмаған бер күҙәнәкле бәшмәктән торған сүпрә яһай, уны ҡурҡыуһыҙ ҡуллана алабыҙ. Сөнки тәбиғәттең лабораторияһында барыһы ла саф шарттарҙа яһала. Иң беренсе йылы ҡояш нурҙары иркәләп үҫтерә, шифалы ямғыр ҡойондора, елдәре сыныҡтыра, изге ер беҙгә кәрәкле бар витаминдарҙы, минералдарҙы, элементтарҙы бирә. Һәм шуныһы, ҡомалаҡ та бары тик үҙенә үҫергә тейешле ерҙә генә үҫә. Тимәк, ул ерҙә уға үҫергә мөмкинлек биргән шарттар бар.
Аллаһы Тәғәлә ҡомалаҡты юҡҡа ғына үҫтермәгән Ер йөҙөндә. Һәр бер үҫемлектең кешеләргә файҙа бирергә тигән миссияһы бар. Ҡомалаҡ беҙгә ондо тәмле, ҡабарып, йомшаҡ булып бешкән хуш еҫле икмәккә әйләндерергә ярҙам итеү миссияһын ғына үтәмәй. Составында организм өсөн кәрәкле витаминдар (В1, В3, В6, РР), аскорбин кислотаһы, липулин, эфир майы, һ.б. файҙалы элементтар табылған. Ғәрәп медицинаһында уның һигеҙенсе быуатта уҡ ҡулланыла башлауы билдәле. Халыҡ дауаһында иһә порошогын һыйыр майы менән бутап, подагра, ревматизм, артрит кеүек быуын сирҙәрендә һеңдереп һөртәләр. 1 балғалаҡ кипкән ҡомалаҡты 1 стакан ҡайнар һыуҙа төнәтеп, ашҡаҙан ауыртҡанда, пиолонефрит, энурез сирҙәренән ашарҙан ярты сәғәт алда эсәләр.
Ҡомалаҡ Башҡортостандың бар райондарында ла үҫә. Уны йыйыу, һаҡлауҙың тәртибе ниндәй?
- Эйе, ҡомалаҡты йыйыу, сеймалға әйләндереү, һаҡлауҙың үҙ тәртибе бар. Беренсенән, һәр емештең өлгөрөү стадияһы була. Сүпрә яһау өсөн алтын, һарғылт-йәшел төҫкә ингән тубырсыҡтарҙы йыяһың. Әгәр ҙә төҫө уңып, көрәнәйеп, ҡарайып киткән икән, һуңлағанһығыҙ. Икенсенән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыу - һәр кешенең бурысы. Ҡомалаҡ лиана һымаҡ һуҙылып, үрмәләргә нимә бар, шуға йәбешеп үҫә. Ҡайһы бер ағастарҙың осона хәтлем менеп етеп, аҫылынып тора. Уны алам тип, ағасты һындырып, умырып төшөрмәгеҙ. 1-1,5 метрлыҡ баҫҡыс, ҡайсы, секатор алығыҙ. Буй етерлек ерҙә булһа, тубырсыҡтарын шунда уҡ йыйып алырға була. Өсөнсөнән, ҡомалаҡты ҡоро көндө, ямғыр яуған булһа, кипкәс кенә йыйырға кәрәк. Еүеш тубырсыҡтарҙы киптереүе оҙаҡ, күгәреүе лә ихтимал. Унан һуң, ямғыр кәрәкле ферменттарын йыуа. Уға ҡояш, ай нурҙары аҫтында, елләп, яңынан ферментланырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Һәр үҫемлекте йыйғанда яҡшы, изге уйҙар менән генә йыйырға һәм рәхмәтле булырға кәрәклеген онотмау ҙа мөһим. Йыйған тубырсыҡтарҙы алып ҡайтҡансы дымланмай торған һауытҡа һалыу һәйбәт булыр.
Ҡомалаҡты дөрөҫ киптереү, һаҡлау ҙа шулай уҡ бик мөһим. Алып ҡайтҡас, иҫкерә башлаған тубырсыҡтарҙы ташлайбыҙ. Ҡояш нурҙары тура төшмәй торған, күләгәле, елләп торған урында, йоҡа сепрәк өҫтөнә йәйеп киптерәбеҙ. 5-6 тәүлектә кибеп тә өлгөрә. Шытырлап, ҡулға әҙ генә ыҫмалаһы йәбешеп тора. Киптереү өсөн беҙ, мәҫәлән, тимер сеткаларға сепрәк йәйеп һалабыҙ, аҫтан да, өҫтән дә елләп тора. Һаҡлауҙың төрлө ысулдары бар. Ҡағыҙ йәшниккә кизе, киндер туҡыма йәйеп, шунда тултырып, өҫтөнә шул уҡ сепрәкте ябып ҡуйып һаҡларға була. Күп урын алмаһын тиһәк, өҫтөнә баҫҡылағыҙ, йә берәр ауыр әйбер ҡуйып, баҫтырығыҙ. Шулай уҡ ҡағыҙ, киндер тоҡтарҙа, ағас һауыттарҙа һаҡларға тәҡдим ителә. Еүеш, насар еҫле ерҙәргә ҡуйһағыҙ, сифаты ныҡ насарая, күгәрә, еҫ һеңә.
Халыҡ телендә "Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит" тигән мәҡәл бар. Был осраҡта мин: "Йыйып китһәң дә, киләһе уңышҡа тамыр ултыртып кит", - тип әйтәм. Ҡомалаҡты ҡаҙып алып, икенсе йыл килеп йыйырға уңайлыраҡ ергә күсереп ултыртып китеү ҙә хуплана. Ә бына быйыл уңыш биргән, үҙенең бурысын үтәгән ҡомалаҡтың төбөнән 15-20 см оҙонлоғонда ҡалдырып ҡырҡып, быйылғы ботаҡтарынан арындырып, тирә-яғын таҙартып китһәк, ул икенсе йыл тағын да ҡуйыраҡ булып үҫеп, мул уңыш бирә. Кемдәрҙер баҡсаһында йәки яҡын-тирә урман ситтәрендә үҫтерә. Йәш үҫентеләрҙе күсереп ултыртаһығыҙмы, орлоғонан сәсәһегеҙме, ботағынан тамыр ебәртәһегеҙме - үҙегеҙ ҡарағыҙ. Уны шулай уҡ ял итә торған урындарҙы, беседкаларҙы ҡаплап тора торған йәшел, матур ҡойма булараҡ та үҫтерәләр. Тиҙ үҫә, әрһеҙ, ҡуйы була, эҫе ҡояштан ҡорма булып тора, ел дә үткәрмәй.
Ҡомалаҡ йыйыу - бер эш, унан сүпрә яһай белергә лә кәрәк бит әле...
- Мин ун йыллап инде сөсө ҡамыр ғына ашайым. Ҡомалаҡ сүпрәһенән икмәк бешергән таныштарым бар, ҡайһы саҡта уларҙан алам. Ә былай ҡомалаҡты йыл һайын йыям. Әсәйемдең сүпрә яһағаны иҫтә ныҡ ҡалған. Кипкән ҡомалаҡты алюмин сәйнүккә тултырғансы һала ла, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡоя. Мейестең ҡуҙын алғараҡ тарта ла, шунда сәйнүкте ултырта. Ҡайнап сыҡҡас, ҡырыйына әҙ генә ҡуҙ тарта-тарта, тағы 30-40 минуттай ҡайната ине. Газ плитәһе барлыҡҡа килгәс, ул сәйнүк шунда күсте. Алдан уҡ иләп, табаҡҡа һалып ҡуйылған онға сәйнүктәге ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән һыуҙы ҡоя ла, тиҙ генә ныҡ итеп болғата. Уртаса шыйыҡлыҡтағы ҡамыр иҙмәһе килеп сыға. Уны һыуытырға ҡуя. Бармаҡ тығып, йылылығын тикшерә. Яңы һауған һөт йылылығы хәтлем булғас, шуға әсетке һала. Шунан табаҡтың өҫтөн ябып, төрөп, йылы урынға ҡуялар. 5-6 сәғәттән сүпрә бик ныҡ ҡабара, унда ҡыуыҡтар барлыҡҡа килә. Ныҡ әсетергә лә ярамай, самаһын һиҙемләү кәрәк. Беҙ үҫкәндә һыуытҡыстар бар ине, банкаға һалып, шунда ҡуя ине. Бөгөн дә ҡомалаҡтан икмәк бешереүсе апайҙар бар, улар оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә, сүпрә өсөн баш та бирә, шуға теләгән кеше үҙе хәстәрен күрә ала. Халыҡта "Сүпрәгә килдеңме әллә?" тигән шаяртыу бөгөн дә бар. Элек беҙ, ысынлап та, күрше-тирәгә йомошҡа күберәк сүпрә һорап бара инек. Нисектер сиратлап яһайҙар һымаҡ ине, бер күршенеке бөтә башлауға, икенсеһе яһап ҡуя ине. Мейестәр оло, бер юлы 5-6 таба, формалар һыя. Икмәк мейескә ингәнсе ҡабарып, табаға, формаға тулышып етешә, шулай ҙа мейескә ултырҡас та, тығынды япмайҙар. Бер аҙ ҡабарғас ҡына төнлөктө баҫалар. Һәр кем үҙ мейесенең көйөн белә, кемдер бер сәғәттә, кемдер оҙағыраҡ бешерә. Ҡомалаҡҡа бәйле хәтирәләр уның әскелт тәмен иҫкә төшөрөп, йөрәкте елкендереп ебәрҙе әле.
Аллаһы Тәғәлә ҡомалаҡҡа бер ҡасан да үҙгәрмәҫ мәғлүмәт ядроһын - хәҙерге замандың модалы һүҙе менән әйтһәк, матрица йәки мәғлүмәт майҙанын биргән. Ниндәйҙер яһалма аппараттың мәғлүмәтен үҙгәртергә, хатта кешене ҡыйратыу ҡоралына әйләндерергә була, тик Аллаһы Тәғәләнең мәғлүмәтен үҙгәртә алмайбыҙ. Ул бит әҙәм балаһы өсөн тәбиғәт менән берлектә, уға берегеп йәшәһендәр тигән маҡсат менән ошо донъяны бар иткән. Ергә сәселгән һәр бер үҫемлектең орлоғона изге ниәт һалынған. Шуға ошо асылыбыҙҙы һаҡлайыҡсы.
Шулай итеп...
Зәүхиә апайҙың һүҙҙәренә ҡеүәт итеп, әйҙәгеҙ, күмәкләп ҡомалаҡ икмәге бешерергә өйрәнәйек, тип әйтәбеҙ һеҙгә. Әллә ниндәй белемдәр эстәп, әллә ниндәй уҡыу йорттарында уҡымаһалар ҙа, башҡорт халҡының бөтөн булмышы менән тәбиғәт балаһы икәненә, борондан үҙен, киләсәк быуынын физик һәм рухи яҡтан сәләмәт итеп һаҡларлыҡ һәм үҫтерерлек тәбиғи һиҙемләүенең камиллығына ҡабат-ҡабат хайран ҡалаһың. Ябай ғына икмәктең дә әллә ниндәй бәләләрҙең башында тороуы ихтимал, баҡтиһәң. Шуға ла көнитмешебеҙгә ҡомалаҡ икмәген кире ҡайтарайыҡ.
Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите