Все новости
Общие статьи
17 Октября 2022, 11:05

"Ватандаш"тың октябрь һаны донъя күрҙе

Баҫмабыҙҙың октябрь һанын ҡулға алдыҡ, дуҫтар!

Тышлыҡта - ғалим һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре Илгиз Солтанморатов. Ни өсөн ул махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булған? Нисек итеп үҙендәге ҡурҡыуҙы еңгән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның мәҡәләһе асыҡлыҡ индерер.

Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған бүлектә отставкалағы полиция майоры Рөстәм Ғәлләмов Офицерҙар йортоноң тарихы һәм перспективалары тураһында бәйән итә. «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектының нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында Эльвира Халиҡова мәҡәләһендә уҡырға мөмкин. «Мәҙәниәт» рубрикаһында БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Дмитрий Ефремов башҡорт профессиональ бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған мәҡәлә тәҡдим итә. Ошонда уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Тамара Нечаева хаҡында мәҡәлә урын алған. «Замандаш» рубрикаһының сираттағы геройы – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләүсе Люциә Ғәфүрова. Журналдың даими авторы Мәхмүт Сәлимовтың мәҡәләһе башҡорт атына арналған.

«Фән» бүлеге БР халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына байҡау менән асыла. «Портрет очерктары оҫтаһы» мәҡәләһенең авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева. Башҡортостан ғалимдарына арналған рубрикала тарихсы Инга Гвоздикова менән әңгәмә тәҡдим ителә.  Варшава университетының Шәрҡиәт факультеты докторанты Вячеслав Чернев ҡарай теленең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен аса. «Тел ғилеме» рубрикаһында Сафуан Яҡшығолов әҫәрҙәрендә сәсәнлек традициялары хаҡында бәйән ителә.

Әҙәбиәткә арналған бүлектә урын алған «Әҙәбиәт һәм шөғөл» рубрикаһында  яҙыусы һәм журналист Миләүшә Ҡаһарманова менән милли кәсебебеҙ – буҙа етештереү тураһында әңгәмә. Шиғриәт минуттарында тыуған еренән, ғәзиз иленән илһам алған әҙибә Лилиә Һаҡмарҙың ижады менән танышырға мөмкин. «Проза» рубрикаһында – Әмир Сәйфуллиндың «Одинокий странник», «Донъя халыҡтары әҙәбиәте» бүлегендә Солтан Раевтың «Потоп»  әҫәренең дауамы тәҡдим ителә. «Әҙип яҙмышы»нда РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Римма Романова рус шағирәһе Марина Цветаеваның ижадына байҡау яһай.

 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас: