Все новости
Общие статьи
15 Ноября 2021, 11:11

БИШ ЙӘШЕНДӘ ЕТЕМ ҠАЛҒАН...

Инәйебеҙ Ғәҙилә Мәхмүт ҡыҙы Дауытова биш йәшендә етем ҡалған (өләсәйемдең ғүмеркәйе икенсе бала тапҡандан һуң бик иртә өҙөлгән). Балалар бәләкәй булғас, атаһы үгәй инәй алып ҡайта, ә үҙе тиҙҙән һуғышҡа алына. 1941 йылдың аҙағында Мәскәү өсөн барған аяуһыҙ һуғышта йәш кенә көйөнә үлеп ҡала... 

БИШ ЙӘШЕНДӘ ЕТЕМ ҠАЛҒАН...
БИШ ЙӘШЕНДӘ ЕТЕМ ҠАЛҒАН...

 Инәйем менән ҡустыһы үгәй инәй ҡулында үкһеҙ етем ҡала. Уныһы, тап әкиәттәге кеүек, ныҡ уҫал, аяуһыҙ була, етемдәрҙе йәлләмәй.

Ҡыҙғанысҡа, аслыҡ-яланғаслыҡтан ғәзиз кешебеҙҙең ҡустыһы ла үлеп ҡала. 12 йәшлек кенә ҡыҙҙы күрше Белорет районына һал ағыҙырға ебәрәләр. «Аяҡта сабата ғына», – тип һөйләй торғайны. Шундай ауырлыҡтар менән үҫеп етеп, тиҙҙән атайымды осрата. Атайым кәләш итеп алырға булғас, үгәй инәһе, бирмәйем тип, башына ныҡ итеп уҡлау менан һуға, инәйемдең башында ғүмерлек иҫтәлеккә соҡор ҡала... Донъяның әсеһен дә, сөсөһөн да татып, алты бала үҫтерәләр, икеһе лә бик тырыш булалар. Ҡош-ҡорт, мал үрсеттеләр, хөкүмәт эшендә лә тырышып эшләнеләр, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙам иттеләр.

Етем көйө юҡлыҡта ғына үҫһә лә, инәйебеҙҙең ҡулынан килмәгән эше булманы – бәйләм бәйләне, теген текте. Ә бешергән ризыҡтары иң тәмлеһе була торғайны – өй икмәге, бәлештәр, тултырма, ҡаҙы, әжегәй, буҙа... Ейәндәре әле булһа өләсәй икмәген, ҡаймағын һағынып иҫләйҙәр. Оло быуын кешеләрен, атай-әсәйҙәрҙе оло хөрмәт менан иҫкә алабыҙ, ысын күңелдән рәхмәт уларға!

Дилә ФӘХРИЕВА.

Автор:
Читайте нас: