Все новости
Общие статьи
13 Ноября 2021, 23:36

"Белем, тәрбиә биреү уның төп маҡсаты булды"

Минең ҡәҙерле, изге күңелле, бай рухлы әсәйем - Ғәлиуллина Фәнүзә Сәмиғулла ҡыҙы. Ул бай тарихлы Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған.

"Белем, тәрбиә биреү уның төп маҡсаты булды"
"Белем, тәрбиә биреү уның төп маҡсаты булды"

 Ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә, бар мәшәҡәт уның иңенә төшә. Әсәйем ауырлыҡтарға баш бирмәй, алға табан атлай. Ике юғары белемгә эйә була, тормош иптәше Рәжәп Миңнеәхмәт улы менән ғаилә ҡороп, биш балаға ғүмер бүләк итәләр.

Әсәйем Үтәймулла мәктәбендә биология, химия фәндәрен уҡытты. Уҡыусыларға тәрән белем, тәрбиә биреү уның төп маҡсаты булды. Уҡыусылары уны онотмай, килеп хәлен белеп торалар. Беҙ ҙә, уның балалары, юғары белем алып, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерҙек. Ике улы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй.

Әлеге ваҡытта әсәйем хаҡлы ялда. Ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул емереп донъя көтә, ҡош-ҡорт үҫтерә, ауыл клубында, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, "Гөлнәзирә" ансамбленең ағзаһы. Ауырғазы районы Ағинәйҙәр ойошмаһында ла эшләп өлгөрә. Спортты ныҡ ярата. 

14 ейән-ейәнсәре уға дәрт, көс өҫтәй. Беҙ уға, ҡәҙерле әсәйебеҙгә, ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Роза Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас: