Все новости
Общие статьи
12 Ноября 2021, 10:39

"Киң күңелле, миһырбанлы әсәйем"

Ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән ғәзиз, иң изге йөрәкле, киң күңелле, миһырбанлы минең әсәйем - Игебаева Өммөгөлсөм Нурмөхәмәт ҡыҙы. Ул беҙгә ғүмер бүләк итеүсе генә түгел, һәр саҡ ҡурсалап, яратып, өйрәтеп, яҡлап йәшәүсе фәрештә лә.

"Киң күңелле, миһырбанлы әсәйем"
"Киң күңелле, миһырбанлы әсәйем"


Әсәйебеҙ Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында 1940 йылдың йәмле май айында донъяға килгән. Кәмәтау итәгендә шаян елдәр менән уҙышып, Йылайыр йылғаһында ҡойоноп, атаһы Нурмөхәмәт һәм әсәһе Мәғүзәгә иркәләнеп буй еткергән. 1958 йылда атайым Ғәйнелхаҡ менән ғаилә ҡороп, Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй башлайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ был яҡты донъяларҙан бик иртә китте...
Тормош ниндәй генә ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы булмаһын, ныҡ кешеләрҙе бөгә алмай, ә киреһенсә, сыныҡтыра. Әсәйебеҙ ҙә, йәшләй генә ете бала менән ҡалһа ла, тормоштоң әсе-сөсөһөн етерлек татыһа ла, һис бер һыр бирмәне. Ул ғүмере буйына мәктәптә йыйыштырыусы, ашнаҡсы булып эшләне. Эшен һәр саҡ еренә еткереп, намыҫлы башҡарҙы, күптәр өсөн үрнәк булды. Бер минут та буш ултырманы, ҡулында һәр саҡ бәйләм ине. Шәл бәйләп, аҡса эшләне, оло тормош юлына баҫтырғансы үҙ ҡанаты аҫтына алып, тәрбиәләп, ҡарап, кәңәштәр биреп үҫтерҙе ул ете балаһын. Өҫ-башыбыҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булһын өсөн тырышты. Өйөн дә һалып инде, кәртә тултырып мал-тыуар ҙа көттө. Әлеге көндә лә, Аллаға шөкөр, бына тигән итеп донъя көтә, таҙалыҡты, бөхтәлекте ярата. Һәр эште еренә еткереп башҡара, башҡаларҙан да шуны талап итә, яҡшылыҡҡа өндәй. Бар булмышы менән изгелек сәсеп, шәфҡәтлелек, йылылыҡ сығанағы булған әсәйебеҙгә, магнитҡа тартылғандай, бөтә яҡындары, нәҫел - нәсәбе, күрше - күләне йыйыла. Уның һүҙҙәренә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар. Ололар һүҙе – аҡылдың төбө, тиҙәр бит. Уның һүҙен тотоп, кәңәштәрен отоп йәшәгәс, балаларының, яҡындарының эштәре уң, тормоштары күркәм, йәшәйеше мәғәнәле һәм файҙалы.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Һиңә оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ! Киләсәктә һау-сәләмәт булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет-шатлыҡта, ҡәҙер-хөрмәттә, ете балаңдың, ун ете ейән-ейәнсәрҙәреңдең, егерме ике бүлә-бүләсәрҙәреңдең изгелеген күреп, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын!

Автор:
Читайте нас: