

«Матур фатир» - БСТ телеканалының үҙенсәлекле хәйриә проекты. Ул махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәрҙең балаларына йылылыҡ һәм хәстәрлек бүләк итеү маҡсатында булдырылған. Проекттың идеяһы ике йыл элек тыуған. Программаның төп маҡсаты - хәрбиҙәрҙең балаларына шатлыҡ бүләк итеү.
Ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу өсөн БСТ «Минең атайым» видеороликтар конкурсын иғлан итте. Унда 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге 50-гә яҡын бала ҡатнашты. Һәр видео мөхәббәт, ғорурлыҡ һәм өмөт менән һуғарылған шәхси мөрәжәғәткә әүерелде. Жюри ағзалары: «Бер генә эш тә беҙҙе битараф ҡалдырманы. Һәр роликта ихласлыҡ, күңел йылылығы. Ҡатнашыусылар араһында Ватаныбыҙҙы һаҡлағанда һәләк булған яугирҙәрҙең балалары ла бар», - тип билдәләне. Жюри составына Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов, телевидение студияһы директоры Шамил Ишемйәров, телеканалдың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, телепроект продюсеры Лариса Рамаҙанова инде.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 10 еңеүсе һайлап алынды. Ойоштороусылар балаларҙың үтенестәренә ҡаршы тора алманы һәм 12 бүлмәлә ремонт яһаны. Һөҙөмтәлә 25 баланы ҡыуандырҙы! Һәр береһенең өйҙә үҙ мөйөшө барлыҡҡа килде. БСТ бағыусылар менән берлектә балалар бүлмәһендә тулыһынса ремонт яһап бирҙе. Үҙгәрештәр иҙән, түшәм, мебелде алмаштырыу, стеналарҙы биҙәү, шулай уҡ яңы пәрҙә - ҡорғандар һәм башҡа матур әйберҙәрҙе үҙ эсенә алды. Барыһы ла балалар өсөн уңайлы, яҡты һәм йылы мөхит булдырыу өсөн эшләнде.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа 30-ға яҡын шәхси эшҡыуар һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре ярҙам итте. Уларҙың һәр береһе был изге эшкә йөрәген һалып, МХО яугире ғаиләләре өсөн ысын «изге тылсымсы» булды.
Ремонттың бөтә этаптарын, балалар, әсәйҙәр менән осрашыуҙың тулҡынландырғыс мәлдәрен БСТ-ның ижади төркөмө төшөрөп барҙы. Һөҙөмтәлә 10 тапшырыуҙан торған цикл барлыҡҡа килде. Уларҙың һәр береһе - бер ғаилә, бер йорт, бер ҙур мөғжизә тарихы. «Бағыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти проект етәксеһе, БСТ-ның баш мөхәррире Гәүһәр Батталова. - Партнёрҙар табыуҙа продюсер Лариса Рамаҙанованың эшен билдәләр инем. Ул башҡорт телендәге программаның алып барыусыһы сифатында сығыш яһаны. Урыҫ телендәге тапшырыуҙы ла яңы алып барыусы - Лидия Зәйруллина.
Бөтә команда - режиссёр Ләйсән Рамаҙанова, операторҙар Азамат Даянов, Ринат Кашапов, мөхәррирҙәр Зилә Баймырҙина, Гөлфиә Назарова, монтаж инженеры Владислав Уваров, грим оҫталары, водителдәр - дөйөм эшкә бар күңелен һалды. Ремонт барышында беҙ был ғаиләләр өсөн яҡын кешеләргә әйләндек. Балалар беҙҙе түҙемһеҙлек менән көттө, әсәйҙәр тормош иптәше тураһындағы яңылыҡтары, борсолоуҙары һәм өмөттәре менән уртаҡлашты».
Балалар бүлмәләрен «әкиәткә» әйләндерергә кемдәр ярҙам итте? Геройҙарҙың һәм изге күңелле бағыусыларҙың исемдәрен БСТ эфирын ҡарап белә алаһығыҙ.
«Матур фатир» тапшырыуының премьераһын 2026 йылдың 6 октябрендә ҡарағыҙ. Башҡа сығарылыштар республиканың төп телеканалында һәр шишәмбе күрһәтеләсәк. Сағыу, тормошсан, хисле «Матур фатир» - күңелдәрҙе йылытыусы һәм изгелеккә ышаныс бүләк итеүсе программа.
6 октябрҙә 20.30 сәғәттә БСТ-ла. Ситтә ҡалмағыҙ!